

37 йәшлек Учалы кешеһенә ҡарата вазифалы кешегә ришүәт биреп маташҡаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ә эш былай башлана – планға ярашлы тикшереү башҡарғанда полицияның участка уполномоченныйы иғтибар итә: бер адрес буйынса теркәлгән Тажикстан республикаһы гражданы нишләптер өйҙә юҡ. Фатир хужабикәһе, 40 йәшлек ҡатын башта аҡланырға тырышһа ла, аҙағынан түкмәй-сәсмәй ысынын һөйләп бирә. Ҡыҫҡаһы, бер танышының үтенесен йыҡмайынса, уның ҡустыһы менән ялған рәүештә никах ҡора. “Кейәү” менән бер тапҡыр ғына ЗАГС-та күрешәләр. Никах таныҡлығы нигеҙендә килмешәкте үҙенең йортона пропискаға ҡуя. “Кейәү” кәрәкле документацияны алғас, ҡайҙалыр үҙ эштәре менән китеп юҡ була.
Фиктив рәүештә кейәүгә сығыу енәйәт түгел, бындай ҡылыҡ өсөн оялтырға ғына мөмкин, ә бына ялған нигеҙҙә сит ил граждандарын пропискаға индереү – енәйәт. “Кәләш”кә ҡарата 322.3-сө статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. 500 мең һумға тиклем штраф һалыныуы, ғәйепленең 3 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе лә бар. Әммә был ҡатынға былай ҙа артыҡ ҡаты яза булмаҫ ине буғай. Сөнки, беренсенән, законда теүәл әйтелгән – был төр енәйәтте асыҡлауға булышлыҡ итеүселәр яуаплылыҡтан азат ителәләр. Ә икенсенән, “Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым, кейәүгә сыҡтым, бергә йәшәү тураһында хыялландым, шуға өйөмә индерҙем. Әле ирем ҡайҙа йөрөгәнен белмәйем, ныҡ хафаланам, табып бирегеҙ!”- тип тылҡый башлаһа ла, киреһен иҫбатлау ҡыйын булыр ине ахыры.
Әммә урындағы “детектив” икенсе сценарий буйынса китә. Үҙе ҡотортоп бәләгә ҡалдырғас, оят булып киткәндер инде, “кейәү”ҙең ағаһы ҡатынға ярҙам итмәксе була. Ҡустыһы ҡайҙа икәнлеген белмәйем, тип аңлатма бирә лә, полицейға “килешергә” тәҡдим итә. Уның баш тартыуына, закон боҙоу тураһында иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, икенсе тапҡыр осрашҡанда сумкаһына 15 мең һум һала. Һәм шундуҡ ҡулға алына – ришүәт тәҡдим ителеүе тураһында полицей үҙ етәкселеген алдан иҫкәрткән була бит.
1999 йыл тыуған йәш Тажикстан “кейәүе” әле булһа эҙләнә, ти. Яза ла алыр, һөрөп тә сығарылырҙыр инде.