Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Июнь 2022, 17:40

Картуф рулеты

Еңел генә әҙерләнеүсе картуф рулеты тәҡдим итәбеҙ.

Картуф рулетыКартуф рулеты
Картуф рулеты

Өс әрселгән сей картуфты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ике йомортҡаны һытып, туғып, тоҙ, борос ҡушып, картуф менән болғатабыҙ. Ҡыҙыу табала ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтәлгә рулет һымаҡ төрөп, ҡаймаҡ менән бирергә, эсенә үткәрелгән ит, һуған менән ҡыҙҙырылған һалһагыҙ бигерәк тә тәмле була.

Табындарығыҙ мул булһын!

Фото интернеттан.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас