Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Июнь 2022, 05:14

Кшама Бинду үҙенә-үҙе кейәүгә сыға

Колумнистика

Кшама Бинду  үҙенә-үҙе кейәүгә сығаКшама Бинду  үҙенә-үҙе кейәүгә сыға
Кшама Бинду үҙенә-үҙе кейәүгә сыға

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт аты көнөн булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһап, БР Башлығы  Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.Указға  ярашлы, байрам йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә уҙғарылырға тейеш. Баймаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең 1-се вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендә ошо үҙенсәлекле фестивалде үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы уҙҙы. Август башында Граф күле янындараҡ «Башҡорт аты» республика фестивален үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йылҡысылыҡ өлкәһендәге эксперттар саҡырыла. Йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеү эшен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.Бынан тыш, ҙур байрам программаһында — «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ» милли спорт төрҙәре буйынса мауыҡтырғыс ярыштар, уҡ атыу, башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашлығында сағыу шоу планлаштырыла.  Рәсәйҙә иң ҙур ат парадын уҙғарыу күҙаллана.

Нимә була нацизм?  Ҡәбәхәтлек!  Виктор Лупаций атлы ирҙең яҙмышында аныҡ сағыла. Ул үҙе металлург династияһынан, Мариуполь заводында намыҫлы хеҙмәт иткән була.  Киевта законлы власть бола менән алып ташланып, милләтселәр хөкөм һөрә башлағас, “анти-майдан” митингына сыға. Ҡулға алалар,ныҡ туҡмайҙар, үлһен өсөн  аэропорттың  туңдырыу камераһында тоталар. Нисәмәлер көндән, үлгән тип уйлап,  башҡа мәйеттәр янына соҡорға ырғыталар. Өс көндән, ыңғырашҡанын абайлап, йәнә төрмәгә тығалар. Бер йыл тотҡонда булғандан һуң ДНР украин һалдатына алмаштырып ала. Виктор дошмандарына ныҡ нәфрәтләнгән була бит инде,  әрмегә яҙылып, артиллерист һөнәрен ала.  Быйыл махсус операция башланғас, Мариуполь янындағы биҫтәлә ата-әсәһен күрергә була. Йәнә әсирлеккә эләгә. Йәнә ныҡ язалайҙар. Һатлыҡйәнлеккә күндерә алмағас, бер һыңар ҡул һалдат шәрәмәте автоматтың штык-бысағы менән сәнскеләргә тотона. Ләззәт кисерәлер инде, башта тәненә яйлап  сәнскеләй, “Мин Саид булам, мин һине үлтерәм”, - тип үҙе менән  таныштыра, аҙағынан ғына тотҡондоң башына ла бар көсөнән штык менән бер-нисә тапҡыр  елгәрә. “ Мәйет һаҫып ятмаһын”, тип икенсе көнөнә Викторҙың аңһыҙ кәүҙәһен урамға сығарып ташлайҙар. Ә ул был тапҡырында ла  тере ҡала! Улай ғына ла түгел, дауахананан һуң “Саид” ҡушаматлы украин милләтсеһе менән осраштырылды. Теге бәндә ныҡ ҡурҡты, әйтерһең, теге донъянан яуап тотторорға килгәндәр....

Беҙ, башҡорттар, ғаиләлә ыҙғыш сыҡһа, “йортта һауыт-һаба шалтырай”, - тип тә уратып әйтәбеҙ. Ғөмүмән, ир менән ҡатын талашҡанда һауыт-һаба күтәреп һуғыу бөтөнләй ишетеп тә белмәгән ҡылмыш түгел инде.  Бар күршеләргә лә быяла  сыңлап ярылыу тауышы яҡшы ишетелә.  Әммә “сынаяҡ күтәреп һуғыу”  ҙа төрлөсә була икән.  Американың Даллас ҡалаһында 21 йәшлек  егет йөрөгән ҡыҙы менән үпкәләшә лә,  ниңәлер үсте үҙҙәренә  бөтөнләй ҡағылышы булмаған Сәнғәт музейына төшөрә. Төндә тимер ултырғыс менән быяла ишекте ватып инә,  ажарланып һауыт-һабаны ҡырырға тотона. Шул иҫәптән беҙҙең эраға тиклем 5-6 быуат алда яһалған грек ваза-амфораларын ҡыйрата.  Ҡоторғандан аңына килгәс, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре “һөйөнсө” ала – 5 миллион долларлыҡ (315 миллион һум) вәхшилек ҡылған, 5 йылға тиклем төрмәгә ултыртылыуы ихтимал.

3D-принтер – заман технологиялары ярҙамында күләмле  предметтар яһау өсөн ҡоролма.  Тап ошо прибор ярҙамында Америкала 20 йәшлек ҡыҙыҡайға яңы ҡолаҡ эшләп биргәндәр. Пластмасс булһа әллә ни ғәжәпләнмәҫ инек, материал итеп кимерсәк күҙәнәктәренән махсус үҫтерелгән туҡыма алына, шуға ла ысын тән ағзаһынан айырырлыҡ та түгел, ти.  Был технология инвалидтарға ярҙам күрһәтеүҙең тарихта булмаған перспективаларын аса.

Һиндостанда 24 йәшлек Кшама Бинду  үҙенә-үҙе кейәүгә сыға. Аҡылға бер көйҙөр тип ҡул ғына һелтәп тә булмай бит әле: туй тантанаһын ғибәҙәтханала үткәрмәксе, ата-әсәһе ҡаршы сыҡмаған, ти. Тейеүе шарт түгел, шартлауы шарт!  Туй үтһә булды, кейәү бармы-юҡмы – уны ваҡ мәсьәлә.... “Бер-берен яратҡан кешеләр никахлаша, ә мин барыһына ҡарағанда ла нығыраҡ үҙемде яратам”, - тип аңлатма бирә сәйер ҡылығына. Ярар, исмаһам, дөрөҫөн һөйләүе яҡшы, юғиһә, бәғзе заман йәштәре “өф” итеп кенә үҫтерелгәс, оло тормош башлағас та үҙҙәрен ер кендеге итеп тойоуҙан арына алмай. Тик үҙҙәрен генә һөйгән ҡыҙ менән егет ҡауышһалар ҙа, бергә оҙаҡ йәшәй алмай торған.

Рәсәйҙә 8 июндән урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ көсәйтелде: граждандарға штраф — уртаса ун тапҡырға, ә чиновниктарға, шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә максималь яза ике тапҡырға артты.Ҡоро үлән, ҡоро-һары яндырған өсөн, шул иҫәптән ағастарҙан янғынға ҡаршы һыҙат менән бүленмәгән участкаларҙа штрафтар түбәндәгесә: граждандарға элекке өс-дүрт мең урынына 30-40 мең һум штраф янай; вазифалы кешеләргә — элекке 15-20 мең урынына 30-50 мең; юридик берәмектәргә — 150-250 мең һум урынына 300-500 мең.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас