Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь , 14:12

“Көс рухта” проекты ғәмәлгә ашырыла

Әүҙем йәмәғәтселәр тағын да грант алдылар

“Көс рухта” проекты ғәмәлгә ашырыла
“Көс рухта” проекты ғәмәлгә ашырыла

Учалыбыҙҙа “Мәрхәмәтлек ҡыл” (АНО “Дари Добро”) исемле автоном коммерцияға ҡоролмаған ойошма уңышлы эшләп килә.   Етәкселәре – Регина Данил ҡыҙы Абзалова. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙың ата-әсәләре берләшеп, бер-беренә ярҙам итеүҙәре, йәмәғәт тормошонда әүҙем  ҡатнашыуҙары, аңлатыу-мәғрифәтселек  эшмәкәрлеге йәйелдереүҙәре ихтирам тойғоһо уята.

 Заман шарттарына яраҡлашып эш итеүҙәре лә һоҡландырмауы мөмкин түгел, сабыйҙарҙы шатландырыу, ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы итеп үткәреүгә шарт булдырыу өсөн бар мөмкинлектәрҙе ҡулланалар. 2020 йыл “Сикһеҙ тормош” проекты менән грант алыуға өлгәшеп, компьютерҙәр, башҡа оргтехника, музыка аппаратураһы ҡайтарталар.  Былтыр “Беҙ төрлө, беҙ тиң” проектына бирелгән грант аҡсаһына байтаҡ спорт инвентары алыуға өлгәштеләр, ошо уңай менән район-ара ярыштар ҙа үткәрелеүе тураһында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде.

Һәм бына тағын да уңышҡа өлгәштеләр, матди базаларын  апаруҡ нығыттылар. Был хаҡта беҙгә Регина Данил ҡыҙы һөйләп үтте:

-Район һәм ҡала биләмәләрендә 368 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала иҫәпләнә, инвалид йәштәргә, уларҙың ата-әсәләренә лә булышлыҡ итергә тырышабыҙ.  Президент гранттарына конкурста ҡатнашып быйыл ғинуар айында  йәнә еңеп сыҡтыҡ, 455 960 һум бүленә. “Көс рухта” проектыбыҙ физик мөмкинлектәре сикләнгән  балаларҙы йәмәғәт тормошона, физик культура һәм туризмға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ошо арала грант аҡсаһына  спорт тренажерҙары, фотоаппарат, принтер, палаткалар, йоҡлау тоҡтары, башҡа сәйәхәтселәр өсөн кәрәк-яраҡ ҡайтартылды.

“Көс рухта” проектын бойомға ашырыу үҙенсәлекле балаларға махсус учреждениеларҙа ғына түгел, партнерҙарыбыҙ базаһында ла ( Туризм үҙәге, балалар-йәштәр спорт мәктәбе) шөғөлләнеүҙе күҙ уңында тота.

 Туризм һәм төбәкте өйрәнеү тәрбиә яғынан да, медицина йәһәтенән дә, социализация буйынса ла отошло.  Кәмендә 80 кеше йәлеп итеп 3 төркөм булдырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Дүрт ай дауамында  балалар һәм уларҙың ата-әсәләре  тәбиғәт ҡосағында йәшәйеш серҙәренә төшөндәрөләсәк, тәү медицина ярҙамы күрһәтеү, топография буйынса һәм башҡа махсус  әҙерлек аласаҡ,  хәүефһеҙлек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш ҡағиҙәләре аңлатыласаҡ, тыуған төбәгебеҙ менән яҡындан 

танышасаҡтар,  ғөмүмөн, фекерҙәштәр менән иркен аралашып, ваҡытты  файҙалы һәм күңелле үткәрәсәктәр. Йомғаҡлау өсөн “Йәйғор” балалар спорт лагерында  байрам сараһы үткәрергә ниәтләнәбеҙ.

 ....Афариндан башҡа баһа юҡ инде. Кем генә, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәйге матур көндә йорт эсендә һарғайып ултырыу хилафлыҡ була торғандыр. Йылы, ҡояшлы көндәрҙең ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в