Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 09:20

Аҡ халатлы фәрештәләр....

Ауыр заманаларҙа халыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән, кеше сәләмәтлеге һағында ышаныслы торған фельдшерҙарҙы, “трахматозницаларҙы” (әүәле йылдарҙа ныҡ таралған ҡырма сирен дауалауға махсуслашҡан хеҙмәткәрҙәр) иҫкә алып китәйек

Аҡ халатлы фәрештәләр....
Аҡ халатлы фәрештәләр....

Һәләтле медик ине

Бына шулай итеп һуғыш тамамланыуға 77 йыл да үтеп киткән. Бөгөн мин һеҙгә, гәзит уҡыусыларыма, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҙаҡ йылдар Амангилде ауыл Советының Ҡалуй, Зәйнәкәй, Сәнсәр, Ғәлиәхмәр ауылдарын хеҙмәтләндергән фельдшер Бәһижә Сахапова-Хәкимова тураһында үҙем белгәндәрҙе яҙып үтмәйенсә йөрәгем тынысланмаҫтыр.

Бәһижә Сахап ҡыҙы Татарстандың Ҡалмаш ауылында 1922 йыл донъяға килгән. 7-се класты тик “биш” билдәләренә генә тамамлап, ФЗУ-ға (фабрично-заводское ученичество) инә, уны ла яҡшы тамамлай. Яр Саллы эргәһендәге заводҡа лаборант-химик булып эшкә урынлаша. Завод сығарған  продукцияның сифатын билдәләү менән булыша, эшен бик яратып башҡара.

....һуғыш бөтә яҡты хыял-ынтылыштарҙы селпәрәмә килтерә. Егәрле һәм зирәк ҡыҙҙы тиҙләтелгән медицина курстарына уҡырға ебәрәләр. Шунан Ҡазан ҡалаһында госпиталдә шәфҡәт туташы хеҙмәтен башҡарырға ҡушыла. Яраларҙы таҙартыу һәм бәйләү, ҡатмарлы операциялар үткәргәндә хирургтарға ярҙамлашыу, яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләү, ашатыу, яңынан атларға өйрәтеү һәм башҡа ауыр мәшәҡәттәр йәш, һөйәктәре лә,  психикалары ла нығынып бөтмәгән ҡыҙҙар елкәһенә төшә. Ошондай ҡырыҫ шарттарҙа Бәһижә Сахап ҡыҙы нығына, ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәнә, бай дауалау тәжрибәһе туплай. Аҙаҡ, Киев фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәс, госпиталь унда, фронт һыҙатына яҡыныраҡ күсерелә.

 Үҙ йөкләмәләрен намыҫлы башҡарыуҙан тыш, шәфҡәт туташтары һалдаттарҙы йыуаталар, нисек тә булышлыҡ итергә тырышалар, яралылар өсөн өйҙәренә хаттар яҙалар. Күпме ғазап һәм ҡан, ҡара тир һәм  әсе күҙ йәштәре менән яулаған Еңеүҙе  Бәһижә Киев госпиталендә ҡаршы ала. Буласаҡ тормош иптәшен дә Киевта осрата.  Ул саҡ Ғирфан Хәкимов унда хәрби училишела  уҡытып йөрөй. Бер-берен оҡшаталар, өйләнешәләр.

1945 йылдың аҙағында йәш Хәкимовтар ғаиләһе Яр Саллыға ҡайта. Күпмелер ваҡыт Дыуан районында ла йәшәргә тура килә, ә 1952 йыл Учалы районының Ҡалуй ауылында төпләнәләр. Ғирфан бабай мәктәптә директор, ә хәләл ефете дүрт ауылға фельдшер булып эш башлайҙар. Транспорт юҡ, Бәһижә Сахап ҡыҙына  ауылдарға йәйәүләп йөрөргә тура килә. Ул ваҡытта  ҡырма (трахома), ҡыҙылса, туберкулез кеүек сирҙәр ныҡ таралған була, ал-ял белмәй көрәшергә тура килә. Йыш ҡына кендек инәй булырға ла тура килгеләй.

Бәһижә әбейгә бәйле үҙемдең хәтирәләр менән дә уртаҡлашайым.

Берҙе каникул ваҡытында  Зәйнәкәйгә олатайҙарға ҡунаҡҡа барғайным. “Һуғыш” уйнар алдынан ҡорал  әтмәләп ҡаңғырабыҙ. Мин таҡтаға  пистолет контуры һыҙып, тейешле урынын бысып алдым да, артабан балта менән эш итергә керештем. Ярғыслаған саҡта һуп бармағыма саптым. Нәғимйән ағайым тиҙ генә яраны  ҡулъяулыҡ менән бәйләне лә. Кәкүк ауылына медпунктҡа йүгертте. Шунда Бәһижә әбей яраны яҡшылап таҙартып,  тегеп, бәйләп, үҙемде тынысландырып ҡайтарҙы. Ныҡ ҡына зыянланған булғанмын – каникулым Зәйнәкәй менән Кәкүк араһын  яра бәйләтергә йөрөү менән үтте.

Бәһижә әбей әсәйем менән ныҡ дуҫ булдылар. Кәкүк ауылында эштәрен бөткәс, дарыу сумкаһын йөкләп  иң беренсе Сәнсәргә йәйәүләп барыр ине. Бөтә ауылды йөрөп сыҡҡас, Ғәлиәхмәргә йүнәлә. Ошо ваҡытҡа тура килтереберәк, атайҙың ҙур резинка итектәрен тоттороп, әсәйем мине Миндәк йылғаһының Оло кисеүенә ебәрә. Йылғаны кисеп сығам да, килгәнен көтөп торам. Бәһижә әбей арҡамдан тыпылдатып ярата, һары йоморо витамин менән һыйлай, һуңынан туфли сисеп, итек менән кисеү аша үтә. Беҙҙә сәй эсеп саҡ ҡына тын ала ла, ауылды йөрөп сыға.

Фельдшер булып 23 йылға яҡын эшләне. Төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, бер нисә тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана. Ғирфан бабай менән алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ғимран ағай менән Флүрә апайҙар әсәләренең хеҙмәтен дауам итеп, медицина юлын һайлайҙар, мединститутты тамамлап, табип булалар. Ә ҡыҙҙары Тәскирә, Лариса һәм Зөһрә  атай эшен дауам итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләйҙәр. Лариса Ғирфан ҡыҙы – Башҡортостандың белем биреү отличнигы. Даян иһә инженер-төҙөүсе һөнәрен һайлай.  Бәһижә Сахап ҡыҙының династияһы әле булһа дауам итә – ейәнсәре Лилиә лә табип һөнәрен һайлаған.

Амангилде ауыл Советы биләмәләрендә  үткән заманаларҙа халыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән, кеше сәләмәтлеге һағында ышаныслы торған фельдшерҙарҙы, “трахматозницаларҙы” (әүәле йылдарҙа ныҡ таралған ҡырма сирен дауалауға махсуслашҡан хеҙмәткәрҙәр) иҫкә алып китәйек: Флүрә Сафина,Фазила Исламова, Рәйсә Батталова, Зифа Кашафова, Тәнзилә Мирсәйетова, ә алыштырғыһыҙ  санитарка Гөлнур апай Лутова булды. Баҡыйлыҡҡа киткәндәрҙе йылы һүҙ менән иҫкә алып ҡуяйыҡ, йәндәре йәннәттә булһын!

 

                              Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в