Яйыҡ
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 11:25

«Ҡалҡан» ансамбле Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Учалы районынан «Ҡалҡан» халыҡ бейеүҙәре ансамбле  Дағстан Республикаһының Махачкала ҡалаһында

«Ҡалҡан» ансамбле Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
«Ҡалҡан» ансамбле Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Учалы районынан «Ҡалҡан» халыҡ бейеүҙәре ансамбле  XX халыҡ-ара фольклор һәм традицион мәҙәниәт фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Фестиваль 29 июндән 4 июлгә тиклем Дағстан Республикаһының Махачкала ҡалаһында Рәсәйҙең ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлау комитеты эгидаһы аҫтында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр итте «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы».

Коллектив етәксеһе Фәнис Кәримов һүҙҙәренсә, фестивалдә балалар башҡорт бейеүҙәрен, шул иҫәптән Фәйзи Ғәскәров ҡуйған легендар «Ете ҡыҙ» һәм «Ҡороҡсолар» бейеүҙәрен башҡара. Сараның әһәмиәте төрлө халыҡтарҙың мәҙәни традициялары менән алмашыуға һәм илдең матди булмаған мәҙәни мираҫын үҫтереүгә ҡайтып ҡала.

Фестивалгә шулай уҡ Азербайжандан, Белоруссиянан, Һиндостандан, Ҡырғыҙстандан, Донецк Халыҡ Республикаһынан, Адыгеянан, Ҡалмыҡстандан, Ҡырымдан, Ставрополь крайынан, Архангельск, Пермь, Ростов, Омск, Липецк өлкәләренән, Мәскәүҙән, Бөйөк Новгородтан һәм Дағстан Республикаһының 50-нән ашыу фольклор коллективтары килә.

Сара Дағстан Республикаһы Башлығы һәм хөкүмәте булышлығында уҙғарыла. Фестивалде ойоштороусылар —Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Дағстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Дағстандың Республика халыҡ ижады йорто.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-22/ansambl-kalkan-predstavit-bashkortostan-na-mezhdunarodnom-festivale-folklora-v-dagestane-2850291

 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас в