Яйыҡ
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 11:13

“Башҡортостан егеттәре ҡыйыу һәм тәртипле”

Башҡортостанда Минниғәли Шайморатов исемендә хәрби часть төҙөлә.

“Башҡортостан егеттәре ҡыйыу  һәм тәртипле”
“Башҡортостан егеттәре ҡыйыу һәм тәртипле”

Украинала хәрби операцияла ҡатнашҡан бер башҡорт егетенең һөйләгәнен ишетергә тура килде. “Башҡорт”, “Башкирия” һүҙҙәре яҙылған хәрби машиналар  күҙгә йыш салынып ҡала. Бер-беребеҙҙе осратҡан һайын шатланабыҙ, танышабыҙ, ә яҡташтар менән бергә хеҙмәт итәбеҙ икән, әлбиттә, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Үҙеңде-үҙең маҡтау килешмәй, шулай ҙа башҡаларҙың: “Башҡортостан егеттәре ҡыйыу һәм тәртипле, бик яҡшы һалдаттар”, - тигәнен ишетеү күңелгә кинәнес”, - тип бәйән итте ул.

 “Дингеҙ пехотаһы һәм хәрби флот спецназы ветерандары” БР йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алик Камалетдиновтың тәҡдиме, РФ Оборона министрлығы хуплауы менән Башҡортостанда айырым милли часть төҙөлөүе тураһында яңылыҡ  барығыҙға ла мәғлүмдер инде. Ниндәй часть буласағын әлегә теүәл белмәйбеҙ, әммә  һайлау этаптарын бөгөнгө көнгә 400-ҙән ашыу кеше үткән тип ишеттек, йәғни бер батальонға әленән үк етә.  Бәлки, ҙурыраҡ подразделение ла булдырылыр. Хәрби комиссариаттарҙа дәғүәселәрҙе һайлап алыу йәйелдерелгән. Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары подполковник Вадим Виноградовҡа мөрәжәғәт иттек.

-Дөйөм алғанда ла, Учалыла контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән граждандар һаны бер-нисә тапҡыр артты быйыл. Был тәү сиратта Украинала барған махсус хәрби операцияға бәйле.  Алдан хәрби әҙерлек алған, тормош күргән, тәжрибәле  ир-аттың, йәш егеттәр нацизмға ҡаршы көрәшкәндә, ситтә ҡалғы килмәй. Илһөйәрлек тойғоһо ла күҙгә күренерлек дәрәжәлә көсәйҙе. Бына бит, Шайморатов исемендәге часть формалаштырыу тураһында хәбәр сыҡҡас,  Башҡортостанға бәйләнештәре булған, ләкин әле ситтә йәшәгән граждандар ҙа республикаға ҡайтып  пропискаға тора башланы. Рәсәйҙең ҡалған тарафтарында ла  “милли”, дөрөҫөрәге “яҡташ” батальондар төҙөлөүе тураһында ишетелә.  Ғәҙәттә ҡулланылған экстерритриаль принцип менән рәттән территориаль алым да ҡулланыла башланы.

-Ололоҡ сиге күсерелеүе лә контракт төҙөүселәр һаны артыуға килтергәндер?

-Эйе, элек Хәрби Көстәргә контракт буйынса 40 йәшкә тиклем ялланып була ине, хәҙер, һаулыҡ ирек бирһә, 50 йәшкә тиклем.  Бынан тыш, “доброволец”, ирекмән тигән төшөнсә лә ғәмәлгә инде – көс-ғәйрәт ҡалған икән, 60 йәшкә тиклем ирҙәр ҙә махсус операцияла ҡатнаша ала, тик улар  РФ Ҡораллы Көстәре составында түгел,  махсус формированиеларҙа хеҙмәт итәләр.

-Контракт шарттары менән танышыу өсөн кемгә, ҡайҙа мөрөжәғәт итергә?

-Шәхсән рәүештә хәрби комиссариатҡа килер кәрәк ( Учалы ҡалаһы, Тәүтөҙөүселәр урамы, 18-се йорт).  Барыһын да яҡшылап аңлатырбыҙ. Хәрби хеҙмәтте яҡшы үткән, һаулыҡтары ҡәнәғәтләнерлек һәм хөкөм ителмәгән граждандар талап ителә.

-Ә нисә яҡташыбыҙ тап әлеге мәл Украинала йөрөй?

-Хәрби частарҙа контракт төҙөүселәр һаны беҙгә мәғлүм түгел, беҙҙең комиссариат аша йүнәлтелгән тиҫтәләп кеше операцияла ҡатнаша. Был һан үҙгәреп тора, ҡабатлап әйтәм, контракт төҙөргө теләүселәр күбәйә бара.

-Түләү һорауын да бер нисек урап булмаҫтыр, күпме хеҙмәт хаҡы аласаҡтар?

-Махсус  операцияға йәлеп ителгән хәрбиҙәргә айына 220 мең һумдан алып һәм күберәк  аҡсалата тәьминәт ҡаралған. Хәрби бәрелештә ҡатнашҡан ваҡытта апаруҡ   “тәүлек түләүҙәре”  ( көнөнә 3,5 мең һум) башҡарыла, башҡа өҫтәмә түләүҙәр ҙә ҡаралған. Байтаҡ льготалар (ЖКХ түләүҙәре, юғары уҡыу йорттарына конкурсһыҙ үтеү һәм башҡа), социаль гарантиялар ғәмәлгә индерелде.  Контракт төҙөргә теләге булған һәр гражданды ентекләп таныштырырбыҙ.

-Ә Шайморатов исемендәге хәрби часта хеҙмәт итеүселәргә өҫтәмә түләүҙәр ҙә ҡаралғанмы?

-Эйе, Башҡортостан Республикаһы бер тапҡыр 200 мең һум менән дәртләндерәсәк, операция барышында тәүлегенә өҫтәмә рәүештә  2 мең һум түләйәсәк, тип белдерелде.

-Ә йәш егеттәрҙе  сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырыу нисек бара, Украинаға  ебәрерҙәр, тип ҡурҡмайҙармы?

-Тағын да бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ - хәрби бурысты үтәргә саҡырылған  егеттәр махсус  операцияла ҡатнашмай! РФ биләмәләрендә генә ҡәҙимге хеҙмәт үтәләр. Яҙғы кампания 15 июлгә тиклем бара, бөгөнгө көнгә 30 егетте  Ҡораллы Көстәргә йүнәлттек, күберәген  мототоуҡсы һәм ракета частарына эләктеләр.  Йөҙгә яҡын граждан хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ, йөкләмә үтәләсәгенә  шик юҡ. Әйткәндәй, яңыраҡ бер осраҡ булды, беҙгә бер әсәй килде, улым  сроклы хеҙмәткә саҡырылғайны, телефондан шылтыратмай башланы, Украинаға ебәрҙеләрме, тип хафалана. Тиҙ арала асыҡланыҡ: бер частан икенсегә  күсерелгән дә (Рәсәй биләмәләрендә!),  ошо мәшәҡәттәр менән генә ваҡытлыса бәйләнешкә сыҡмай торған.  Ҡыҫҡаһы, ниҙер ныҡ борсой, ҡурҡыта икән, ата-әсәләр ҙә, призывниктар ҙа хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп аңлашыу иң дөрөҫө булыр.

-Ә хәрби бурысты үтәү закондарын һанға һуҡмаусылар күпме?

- Эйе, ҡайһы бер егеттәр:”Повестканы ҡулыма тапшырманылар, саҡырылыш комиссияһына  килмәһәм дә бер ни түгел”, - тип төптән яңылыша, хәҙер закон менән нығытылды: повестка аламы-юҡмы, хәрби бурыслы граждан призыв иғлан ителгәндән һуң  ике аҙнала комисияға килергә бурыслы. Кире осраҡта  штраф һалынасаҡ. Әлеге мәл илле тирәһе административ эш ҡуҙғатылды, штраф күләме  3 мең һум. Уларҙың барыһы ла әрмегә барырға теләмәй, тип әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ, бәғзеләре ҡәҙимге моңһоҙлоҡ йә битарафлыҡ күрһәтә. Ә ныҡ киреләнгәндәргә ҡарата  РФ Енәйәт кодексының 328-се статьяһы  менән енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы юллау буйынса материалдар әҙерләнә башланы ла инде.

 Комиссияға килеүҙән һис тә ҡурҡмағыҙ, барыһын да шундуҡ әрмегә алырға тигән бурыс тормай бит. Һаулыҡ, башҡа хәл-шарттар ентекләп ҡараласаҡ, законлы ҡарар ҡабул ителәсәк. Кешенең  сәләмәтлеге ысынында ла насар булып, әммә был рәсми рәүештә раҫланмай икән, ул бары “ҡасып йөрөүсе” булып мәғлүмәт базаларында эленеп торасаҡ бит. һаулыҡ,  башҡа етди сәбәп ҡамасаулай икән, хәрби хеҙмәткә былай ҙа шундуҡ  алмаясаҡтар, тик ваҡытында  саҡырылыш комиссияһына килеп  аңлашыу зарур.  Күпме ҡасып йөрөмә, закон менән ҡаралған язаларҙан тыш, 27 йәш тулғас бар хәрби комиссариатҡа юл төшәсәк. Хәрби билет урынына белешмә менән генә яҡшы эш-хеҙмәткә урынлашып, карьера яһап булмаясаҡ.

-Һаулыҡ ирек бирмәү арҡаһында күптәр тороп ҡаламы?

-Сама менән генә әйткәндә, күпме кеше әрмегә йүнәлә, шул тирәрәк егет хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ йә ваҡытлыса яраҡһыҙ тип таныла. Һаулыҡ тигәндәй,  дауаланырға форсат булғанда мөмкинлекте файҙаланыр кәрәк. Юғиһә, бәғзе кешеләр комиссияға саҡырылғанда сирҙәре  тураһында иҫкә ала ла, киләһе призыв башланғансы дауаланыу, яҡшылап тикшерелеү тураһында “оноталар”. Бер йыл хеҙмәт үтә лә китә, ә сәләмәтлек һәр кемебеҙгә  ғүмерлек кәрәк! Әйткәндәй, медицина учреждениелары призывниктарға “йәшел ут” бирә, ҡалған граждандарға ҡарағанда уларға тикшерелеү ҙә, дауаланыу ҙа ябайыраҡҡа төшә.

-Ә ниндәй ауырыуҙар  йышыраҡ асыҡлана?

-Башлыса терапия характерындағы сирҙәр, мәҫәлән, ҡан-тамыр системаһы менән бәйле. Дерматовенериология тәңгәлендә дауаланыу талап ителеүселәр осрап тора.

-90-сы йылдарҙа призывниктарға  тән массаһы  етешмәгән осраҡтар ҙа булғылай торғайны...

-Юҡ,  ашау хәҙер барыһына ла етәлер.  Дөйөм алғанда, Учалы егеттәре хәрби хеҙмәткә теләп бара, бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайта.

-Махсус операция башланғас юғары хәрби уҡыу йорттарына инергә теләүселәр кәмемәнеме? Контракт төҙөү-төҙөмәү үҙ иркенә ҡуйылған ябай граждандарҙан  айырмалы рәүештә, офицерҙар, ниндәй приказ бирелә, шуны үтәргә тейештәр бит.

-Юҡ, кәмемәнеләр. Урта мәктәпте тамамлаған ике тиҫтәләп кеше  юғары хәрби уҡыу йорттарына имтихан тоторға теләк белдерҙе.

-Әңгәмә өсөн рәхмәт,  1 йыл Рәсәй эсендә хеҙмәт иткән йәш егеттәребеҙ ҙә,  бәрелештәрҙә ҡатнашҡан контрактсылар ҙа, доброволецтар ҙа,  офицерҙар ҙа – барыһы ла тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, тип теләп ҡалайыҡ!

P.S. Был хаҡта әлегә рәсми мәғлүмәттәребеҙ юҡ, әммә Алик Камалетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә (https://vk.com/wall16910854_3050) хәбәр итте: Шайморатов исемендәге батальон менән бер рәттән, десантсыларҙың инициативаһы менән республикабыҙҙа Рәсәй Федерацияһы Геройы Александр Достовалов исемендә икенсе батальон да төҙөлә башлаған. Ә Шайморатовсылар өсөн форма тегелеп бөткән, ти. Украинаға йүнәлергә күп ваҡыт та ҡалмағандыр.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в