Яйыҡ
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 13:35

“Илама, туй булмаясаҡ...”

..Зарема көҙгө эргәһенән китә алмай оҙаҡ ҡына әйләнде. Битен­дәге һөйкөмлөлөк билдәһе булған һипкелдәрен барланы. Баҡтиһәң, нимә генә эшләтһәң дә, улар һис кәмемәй икән. Матур ҙур күҙҙәрен шаян итеп ҡыҫҡылап, көҙгөгә бармаҡ янаны. Күңеле күтәрелеп китте, юғиһә һуңғы көндәрҙә имтихандар, өс аҙнанан буласаҡ мөһим ваҡиғаға әҙерлек, нервы көсөргәнешлеге бер аҙ арытҡайны.

“Илама, туй булмаясаҡ...”
“Илама, туй булмаясаҡ...”

..Зарема көҙгө эргәһенән китә алмай оҙаҡ ҡына әйләнде. Битен­дәге һөйкөмлөлөк билдәһе булған һипкелдәрен барланы. Баҡтиһәң, нимә генә эшләтһәң дә, улар һис кәмемәй икән. Матур ҙур күҙҙәрен шаян итеп ҡыҫҡылап, көҙгөгә бармаҡ янаны. Күңеле күтәрелеп китте, юғиһә һуңғы көндәрҙә имтихандар, өс аҙнанан буласаҡ мөһим ваҡиғаға әҙерлек, нервы көсөргәнешлеге бер аҙ арытҡайны.

Никах көнөн дүрт йыл көттө ҡыҙ. Һөйгәне Рәшит менән университетта уҡығанда таныштылар. Ҡыҙҙар ара­һында абруйлы, һәр компанияның үҙәге булған үткер егетте нисек үҙенә ҡарата алыуын Зарема әлегәсә аңлата алмай. Эргәһендә әллә күпме һылыуҙар уралғанда ла, Рәшит уны һайланы. Тыныс холоҡ­ло, матурлығы менән күҙгә артыҡ бәрелмәгән, әммә осҡонло күҙҙәре, йылмайыу балҡыған йөҙө һәм башҡаларҙы ғәжәпкә ҡалдырған бантиклы “балетка”лары менән егетте тамам арбаны.

Һуңғы көндәрҙә Рәшиткә әллә ни булды. Уйсан, йыш ҡына онотолоп китә, иғтибарһыҙ. Уны ла аңларға була, курста ул иң аҡыллыһы, иң матуры, диплом темаһы ла иң ҡатмарлыһы. Һәр хәлдә, Зарема шулай уйлай. Ярай әле, диплом етәксеһе Карина Әхтәмовна уға һис һүҙһеҙ ярҙам итергә теләк белдерҙе. “Моғайын, Рәшитте кафедрала ҡалдырырҙар, диссертация яҙырға юл асыласаҡ. Ҡайһылай һәйбәт буласаҡ”, – тип һөйгәне өсөн ысын күңелдән шатланды ҡыҙ. Үҙен күктең етенсе ҡатында тойған бәхетле Зарема баш өҫтөндә ҡуйырған бо­лоттарҙы ғына тойманы. Рәшит, һуңғы осорҙа төрлө һылтау табып, осрашыуҙарҙан ҡасҡанда ла уны аҡларға тырышты. Мәктәптә бергә уҡыған, хәҙер университетты тамамлау алдында торған, йәшлек серҙәре уртаҡ булған Мөнир ҙә осрашҡанда күҙҙәрен йәшерә, ҡарашы сәйер, әммә бер ни өндәшмәй. Моғайын, сит серҙе асырға, кеше бәхетен өркөтөргә теләмәгәндер. Шкаф эсендә эленеп торған матур туй күлдәген һыйпап ҡарамаған көнө юҡ ҡыҙҙың, бәхетле көндө тиҙерәк яҡынайтҡыһы килә.

Бөгөн Рәшиттең күтәренке кәйефе уға ла күсте. “Әйҙә бөгөн киноға барайыҡ”, – тип, ғәҙәттәгесә, һөйгәненең һалҡын күҙҙәренә өмөтләнеп ҡараны. “Ваҡыт юҡ бит әле, мине Карина... юҡ, Карина Әхтәмовна көтә, – тине ҡаушап ҡалған егет. – Бик ҡатмарлы өлөштө ҡараясаҡбыҙ, үҙемдең генә ҡулдан килмәҫ. Һин бар әйҙә, аҙаҡ шылтыратырмын”.

Һөйөү утында янған, татлы һүҙҙәргә ышанған Зарема, тыңлау­сан ғына башын һелкеп, ризалығын белдерҙе һәм бөгөн хужалыҡ мәшәҡәттәренең осона сығырға булды. Ә Рәшитте оло юл буйында Карина Әхтәмовнаның ҡиммәтле машинаһы көтөүен шәйләмәне. Егеттең дә эсе бошмай, икеләнеүҙәр борсомай түгел, үҙен буласаҡ кәләше алдында ғәйепле тоя, тик диплом етәксеһен күреү менән ул тойғоларҙың эҙе лә ҡалмай юҡҡа сыға. “Зарема менән һөйләшергә, аңлашырға кәрәк”, – тип бер нисә тапҡыр  ынтылһа ла, ҡурҡыу тойғоһо ирек бирмәй ҙә ҡуя. Ҡурсаҡ кеүек кейенгән, зауыҡлы, һылыу уҡытыу­сының иғтибары уны ярамһаҡла­нырға, сөсөләнергә мәжбүр итте. Көтөлмәгән ҡиммәтле бүләктәре менән күңелен аҙҙырҙы, хатта диплом яҡлағандан һуң Таиландҡа сәйәхәткә алып барырға вәғәҙәләне. Хыялдар тормошҡа аша, былай булғас! Тик бына иҫәрлеге менән ҡабаланып өйләнергә йөрөүе генә эште боҙоп ҡуймағайы! Ул саҡта затлы бүләктәрҙе лә, Таиландты ла ғүмерҙә күрә алмаҫһың.

Ниһайәт, егет Каринаның затлы диванына ҡырын ятып, ҡулындағы ҡиммәтле бүләк-сәғәтте әйләндереп ҡарай-ҡарай, Заремаға шылтыра­тырға булды. “Ҡайғырма, илама, туй булмаясаҡ. Һинең теләк-хыялдарың минең өсөн бик ябай, ә миңә үҫергә кәрәк, – тип һүҙҙе ҡаты тотто ул. – Мин ғалим булырға теләйем, ә һинән ярҙамсы сыҡмая­саҡ”, – тип телефонын тиҙерәк һүндерә һалды. Тик үҙен сәйерһенеп тыңлап торған Карина Әхтәмов­наның баш сайҡағанын ғына күрмәй ҡалды.

...Ҙур күркәм йорт алдында ишек асылғанын көткән курьерҙың бер ҡулында – ал рауза сәскәләре, икенсеһендә – алтын алҡалар һалынған бәләкәй генә ҡыҙыл ҡап. Йорт ишеге асылыу менән бала-сағаның күңелле тауыштары ишетелде. Мыҡты кәүҙәле йорт хужаһы күренгәс тә, эске яҡтан хужабикәнең: “Мөнир, кем килде?” – тигән яңғырауыҡлы тауышы ҡолаҡҡа салынды. Был тауышты бер кемдеке менән дә бутарлыҡ түгел, үтә таныш. Ир, ашыҡмай ғына ҡағыҙға ҡултам­ғаһын ҡуйып, ҡатынына ҡысҡырҙы: “Хәҙер һине ҡотлаясаҡбыҙ, профессоршам! Балаларҙы тынысландыр, беҙ был көндө иртәнән алып түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ бит, йәнем!”

Бына шулай осрашты бәхетле әсә, ғилем эйәһе һәм хәҙер инде бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған, ҡулындағы ҡиммәтле сәғәте генә, бәғерһеҙ хыянаттың иҫтәлеге булып ялпылдаған, осраҡлы эштәр менән йыуанған курьер...

 

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Фото:Su.Tula.su

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-06-17/ilama-tuy-bulmayasa-2845394

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Автор:Алия Даутова
Читайте нас в