Яйыҡ
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 14:15

Легендар табип хөрмәтенә

Учалы участка дауаханаһында билдәле табип-хирург Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Легендар табип хөрмәтенә
Легендар табип хөрмәтенә

Учалы участка дауаханаһында билдәле табип-хирург Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Мөһим сарала һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Башлығы кәңәшсеһе, Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы президенты, Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Вил Тимербулатов, Абрар Баһауетдиновтың коллегалары һәм дуҫтары ҡатнашты.

Баһауетдинов А.М. 1917 йылдың 22 декабрендә тыуған. Ҡаҙаҡҡол, Миндәк мәктәптәрендә белем алған. 1936 йылда Өфө дәүләт медицина институтына уҡырға инә, һуңынан Һарытау мединститутының хәрби факультетына күсә. Һуғыш йылдарында 412-се уҡсылар дивизияһы составында 3-сө рангтағы хәрби табип булараҡ яралыларҙы үлемдән йолоп алып ҡала. Әсирлеккә эләгә, унда ла кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшеүен туҡтатмай.

1946-1956 йылдарҙа Белорет ҡалаһында хирург булып эшләй һәм медицина училищеһында уҡыта. 1956 йылдан ғүмеренең ахырына тиклем Учалы районы дауаханаһында баш табип һәм баш хирург вазифаларын башҡара.

1961 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. 1965 йылда "РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы" исеменә лайыҡ була. 

Бөгөн легендар табиптың исеме Учалы ауылының үҙәк урамына бирелгән.

Сығанаҡ: Руслан Ғиләзетдиновтың сәхифәһенән.

https://vk.com/ruslangilyazetdinov?w=wall537923216_13436

 



Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас в