Мутлашыусылар ҡулына эләккән
Учалы районының эске эштәр бүлегенең дежур бүлексәһенә Сәфәр ауылынан 29 йәшлек ир мөрәжәғәт итә һәм банк картаһынан 26 мең һум аҡсаһы юғалыуы тураһында хәбәр итә.
Уның аңлатыуынса, интернет-магазин аша һатып алыуҙар тураһында уға смс-тар килгән. Ир тәүге смс килеү менән үк ҡалған аҡсаһын икенсе картаһына күсерергә маташа ла ул, әммә өлгөрмәй. Был факт буйынса енәйәт эше асыла, оперативниктар енәйәтсене эҙләй башлаған. Законһыҙ транзакциялар сылбырын тикшерә торғас, һатып алыуҙарҙың Сыуашстан Республикаһының Новочебоксарск ҡалаһында йәшәгән кешенең аккаунты аша теркәлгәнен асыҡлап, полиция хеҙмәткәрҙәре уға юллана. Новочебоксарск ҡалаһында йәшәүсе 49 йәшлек ир бер көн килеп үҙенең фатиры тупһаһында урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән тыш, енәйәт эшен асыҡлау маҡсатында командировкаға килгән Учалы районы полицияһын күреп саҡ һуштан яҙмай.
Баҡтиһәң, был ир интернетта реклама күрә лә, шуның һылтанмаһы буйынса инеп билдәһеҙ кешенең банк реквизиттарын ҡулға төшөрә. Карта мәғлүмәттәрен, улының аккаунтын файҙаланып, интернет-магазиндан 26 мең һумға мотор майы, аудио-кабель, хушбуй, телефон һатып ала. Бер-ике көндән тауарҙар килгәс, улы заказ артынан бара. Ир мотор майын үҙенең автомобиленә һала, кабель менән гаджетты ике меңгә осраҡлы кешеләргә һатып ебәрә...
Ир үҙ ғәйебен таныған, элек закон менән проблемалары булмағанын, енәйәт юлына ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында баҫыуын аңлатҡан. Зыянды тулыһынса ҡаплаһа ла, уға барыбер закон алдында яуап тоторға тура киләсәк.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәт эшен тикшереүҙе дауам итә. Сөнки 29 йәшлек ирҙең банк реквизиттарының нисек итеп енәйәтселәр ҡулына барып сығыуын асыҡларға кәрәк бит.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.