Яйыҡ
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 13:40

Ауылса сыр

Ауылса өй сырының рецебы тәҡдим итәбеҙ. 2 кг творог0,5 л һөт3 йомортҡа1 балғалаҡ (тултырмайса) сода1 ҡалаҡ (тултырмайса) тоҙ3 ҡалаҡ һары май

Ауылса сыр
Ауылса сыр

2 кг творог
0,5 л һөт
3 йомортҡа
1 балғалаҡ (тултырмайса) сода
1 ҡалаҡ (тултырмайса) тоҙ
3 ҡалаҡ һары май

Кастрюлгә 2 кг творог һалғас, өҫтөн ҡаплағансы һөт ҡойорға. Ҡайнатырға ҡуйып, һыуы сыҡҡансы болғап торорға. Сывороткаһын һөҙөп, творготы суйын һауытҡа һалабыҙ. Шуға 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тултырмайса сода, 1 аш ҡалағы тултырмайса тоҙ, 3 ҡалаҡ һары май һалып, ныҡ итеп болғарға. Ҙурыраҡ кастрюлдә һыу ҡайнатып, суйын кастрюлде шуның өҫтөнә ултыртырға, йәғни пар өҫтөндә баяғы ҡатнашманы ҡайнатырға. Болғап торорға кәрәк. Һуҙыла башлағас, эмаль кастрюлде майлап, шунда тигеҙләп һалабыҙ. Һыуынғас телеп ултыртырға матур булһын. Иҫән-һау эшләп ашағыҙ!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/telekanal_salyam?w=wall-254895_22433

Автор:Алия Даутова
Читайте нас в