Яйыҡ
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 11:07

Төньяҡ боландарына һайланырға форсат юҡ!

Колумнистика

Төньяҡ боландарына һайланырға форсат юҡ!
Төньяҡ боландарына һайланырға форсат юҡ!

 

РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров хәбәр итте: “Москвич” ҡына түгел, яңыртылған “Волга” һәм “Победа” автомобилдәре сығара башлау ҙа планлаштырыла.  Билдәле сит ил компаниялары импортты туҡтатты бит, һатылмай ҡалған автомобилдәрен баштарына ҡаплаһындар әйҙә хәҙер! Әлбиттә, ныҡлап тотонһа, “Сармат”, “Калибр”, “Кинжал” етештергән илдең сифатлы автомобиль сығарырға лә хәленән киләсәк.   Санкциялар, ысынлап та,  Рәсәйгә үҙаллы үҫешергә форсат бирә буғай.

Африкала оло кешеләр араһында  уҡый-яҙа белмәгәндәр һаман күп икән. Сомалиҙа -95, Чадта -78, Малиҙа 69 процент!  Заманында Советтар Союзының эскерһеҙ ярҙамын ситкә типкән Афғанстанда ла ни бары 37 процент оло кешеләр хәреф таный. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса 770 миллион оло кешеләр, шул иҫәптән 126 миллион йәштәр грамотаһыҙ, шуның өстән ике өлөшө – ҡатын-ҡыҙ. Рәсәйҙә иһә грамоталыҡ 100 процент тәшкил итә, большевиктарҙың “культур революцияһын” рәхмәт менән иҫкә алырлыҡ, Рәсәйҙә лә 1917 йыл  халыҡтың яртыһы ғына уҡый-яҙа белгән була бит. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә  43 миллион тирәһе АҠШ граждандары йүнләп яҙа, уҡығанды аңлай белмәй, ти.

 Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә  кемделер мәсхәрәләү, йәберләү – ҡәҙимге күренеш. Аноним рәүештә теркәлгәс, “батырҙар” бихисап табыла. Был заман ҡасафаты беҙҙе лә урап үтмәй, һис сәбәпһеҙ кешегә бәлә яғырға, мыҫҡылларға ынтылыусы яҡташтар бихисап, бәғзе Учалы сайттарына инеп сығыуы ла ерәнес!  Ә бына Япония парламентарийҙары “кибербуллинг” (интернетта эҙәрлекләү) өсөн айырым  яза индерҙе – ғәйеплегә 300 мең иен (127 мең һум ) штраф һалына, бер йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары  мөмкин. Әлбиттә, “демократтар” һүҙ азатлығына хыянат тураһында шыңшый башлаған, әммә депутаттар  ҡаты тора.  Һуңғы фажиғә уларҙы ныҡ тетрәндерә – спортсменка, сәхнә йондоҙо  Хана Кимураны көндәш һәм боҙоҡ йәндәр шул тиклем социаль селтәрҙә мыҫҡыллап кинәнәләр, 22 йәшлек һылыу түҙә алмайынса үҙенә-үҙе ҡул һалған... Мәрхәмәтлерәк булайыҡ, яҡташтар,  беҙҙә әлегә айырым статья булмаһа ла, Хоҙай барыһын да күреп тора бит ул!

Швецияла 103 йәшлек Рут Линнеа Ингегард Ларссон  ханым парашютта һикерҙе һәм Гиннестар рекордтар китабына эләгә.  Тәүәләп был спортҡа 102 йәшендә тотонған. Ҡартайырға ваҡыты юҡ  – кроссвордар сисергә ярата, сиркәү хорында йырлай, 5 бала, 19 ейән-ейәнсәр, 30 бүлә-бүләсәр менән мәж килә.

Йәштәр тураһында “ҡыҙыу баштар” тип әйтеп төптән яңылышабыҙ. Инглиз ғалимдары теүәл асыҡланы – ололарҙың йәштәргә ҡарағанда, ҡатын ҡыҙҙарҙың – ирҙәргә ҡарағанда мейеләре ҡыҙыуыраҡ була икән. Ҡыҙыҡ – сәләмәт кешелә тән температураһы 36,6 градус торһа, мейе  ҡәҙимге хәлдә 40 градусҡа тиклем йылынып эшләй.  Техника һымаҡ инде – көсөргнешлерәк эшләгән һайын нығыраҡ ҡыҙа.

Бөгзе бәндәләрҙең ҡәҙерһеҙлегенә иҫ китә.  Быға тиклем хөкөм ителгән бер гражданды Омск ҡалаһында  дауаханаға килтерәләр, аяҡҡа баҫтыралар. Ул ни, һауыҡҡас өйөнә йәйәү ҡайтырға иренеп, “Ашығыс ярҙам” автомобилен ҡыуып алып китә. Әлбиттә, тотолдо. 5 йылға тиклем йәнә төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.

Флорида (АҠШ) кешеләренә фарман бирелә – 21.00 сәғәттән һуң йә йортта яҡтылыҡты һүндерегә, йә тәҙрәне ҡорған менән ҡапларға. Баҡһаң, был тирәлә ғөбөргәйелдәр күпләп үрсей икән. Ярҙа йомортҡанан сыҡҡан ташбаҡалар  күктәге йондоҙҙарға ҡарап  океанға юл табалар, ә тәҙрәләрҙәге утты күрһәләр, яңылышалар, икенсе яҡҡа шыуышалар.  Панцырь ташланып бөтмәгәнлектән, йыртҡыс ҡош-йәнлектәрҙең ҡорбанына әйләнәләр.

Төньяҡ боландарына һайланырға форсат юҡ бит инде, тундрала ниндәй үҫемлек күреп  ялмайҙар, шуны көйшәйҙәр. Ашҡаҙандарында ҡаҡы-шоҡо аҙыҡты үҙләштерергә булышлыҡ иткән микроорганизмдар бар икән.  Тап ошо бактерия штаммдарын Санкт-Петербург ғалимдары ҡәҙимге һыйырҙарға күсереп ултырта. Һауым 13,2 процентҡа,  аҡһым миҡдары 14,5 процентҡа артҡан.

Шаулап-гөрләп XXV Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы үтте. БР Башлығы Радий Хәбиров  был саранан  һуң ҡәнәғәтлеген йәшермәне:"Форумда иғлан ителгән Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында бишенсе урын алыуыбыҙҙы беҙҙең идара итеү командаһының оло ҡаҙанышы тип баһалайым. Беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ярҙам сараларын артабан да үҫтерәсәкбеҙ, инвестиция проекттарын күбәйтәсәкбеҙ, заманса инфраструктура булдырасаҡбыҙ. Үҫешергә мөмкинлектәр бар, пландарыбыҙ ҙур”.

Башҡорт дәүләт университеты химиктары ныҡ, наноүлсәмгә тиклем ваҡланған көкөрттән  «Агровит–NS» тигән минераль ашлама  етештереү технологияһын уйлап таба. Туҡландырыуҙан тыш, тупраҡтағы зарарлы нитраттарҙы файҙалы аҡһым азотына әйләндерә, үҫемлектәрҙе  ауырыуҙарҙан һаҡлай. Һынауҙар республикабыҙҙа ғына түгел, Төркиәлә лә үткән, иген уңдырышлығы 10-12 процентҡа артҡан.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в