Яйыҡ
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 13:20

Йәш егет һәләк булған

Учалы районының Туңғатар ауылы янында ошо көндәрҙә фажиғә теркәлде.

Йәш егет һәләк булған
Йәш егет һәләк булған

Учалы районының Туңғатар ауылы янында ошо көндәрҙә фажиғә теркәлде. Ауыл эргәһендәге күлгә (карьер) автомобиль тәгәрәп төшә.

Был турала шаһиттар ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. 30 йәшлек водителде тиҙ арала ҡотҡарып өлгөрәләр, ул йәрәхәттәр алмай, сәләмәтлегенә зыян килмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель үҙе генә булмай, машина эсендә 22 йәшлек егет тороп ҡала.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ике ир фажиғәгә тиклем биш кеше менән бергә күл буйында табын ҡорған һәм иҫерткес эсемлектәр эскән булған. Был турала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы бәйән иткән.

Фажиғә урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар күлдәге машинаны тиҙ генә таба алмайҙар, эҙләү ойошторалар. Көн яҡтырғас ҡына водолаздар машинаны таба һәм уның эсенән 2000 йылғы ирҙең кәүҙәһен алып сығалар. Урында оператив-тәфтиш төркөм эшләй, әлеге ваҡытта улар хәлде асыҡлай.

 

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас в