Яйыҡ
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2022, 13:50

Юрий Шатунов вафат булған

Заманында киң билдәле "Ласковый май" төркөмөнөң солисы, күптәрҙең яратҡан артисы Юрий Шатунов вафат булған.

Юрий Шатунов вафат булған
Юрий Шатунов вафат булған

Заманында киң билдәле "Ласковый май" төркөмөнөң солисы Юрий Шатунов вафат булған. Был хаҡта кисә, 22 июнь көнө, йырсының PR-директоры хәбәр иткән.

Үҙәк матбуғат саралары белдереүенсә, Юрий Шатуновҡа ашығыс ярҙам машинаһы саҡырылған булған, йырсыны дауаханаға алып китеп барғанда уның йөрәге тибеүҙән туҡтаған. 48 йәшлек йырсы инфаркттан вафат булған, тип әйтелә. 

Белешмә: Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуған. 1984 йылда, әсәһе вафат булғас, малайҙы туғандары тәрбиәгә ала. Тик малай йыш ҡына өйҙән ҡаса башлағас, уны Ырымбур ҡалаһындағы балалар йортона ебәрәләр. Тап шунда егет художество үҙешмәкәр түңәрәк етәксеһе Сергей Кузнецов менән таныша. "Ласковый май" төркөмөнөң тәүге составын нәғ С. Кузнецов туплай.

Фото интернеттан алынды.

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас в