Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Июнь 2022, 08:14

Халыҡ хәтере мәңгелек бит ул!

Ғәлиәхмәр ауылында   Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Тамьян-Ҡатай  кантонының хәрби комиссары Әхмәҙиә Зиннур улы Зиннуровтың яҡты иҫтәлегенә гранит стела асылды

Халыҡ хәтере мәңгелек бит ул!Халыҡ хәтере мәңгелек бит ул!
Халыҡ хәтере мәңгелек бит ул!

Былтыр гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ – мәртәбәле ауылдаштарының хәтерен мәңгеләштереү һорауы менән Ғәлиәхмәрҙәр район хакимиәтенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына мөрәжәғәт иткәйне. Шөкөр, мораттарына ирешә алдылар.

Ғәлиәхмәр ауылында  Муса Мортазиндың яуҙашы,  Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Тамьян-Ҡатай  кантонының хәрби комиссары Әхмәҙиә Зиннур улы Зиннуровтың яҡты иҫтәлегенә гранит стела асылды ошо көндәрҙә.Былтыр гәзиттә  яугир тураһында “Яйыҡ”та яҙғайныҡ инде, ләкин иҫкә алыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.

Әхмәҙиә Зиннур улы Зиннуров 1893 йыл донъяға килә.  Бала саҡтан белемгә ынтыла,  уҡый-яҙырға  тыуған ауылында, Мәғәфүр олатайҙан өйрәнә. Һуңынан Ҡаҙаҡҡол ауылында рус-башҡорт училищеһын тамамлай. Егет ҡорона ингәс батша армияһында алына, 1914-1918 йылдарҙа  Беренсе Донъя һуғышында бомбардир ( артиллерист дәрәжәһе)  булып хеҙмәт итә. 1918 йыл Февраль революцияһында ҡатнаша, Рәсәй коммунистар партияһы  сафтарына инә. Петроградтағы Ораниенбаум пулемет мәктәбенең комсостав бүлеген тамамлағандан һуң Башҡортостанға ҡайтып, М.Мортазиндың  бригадаһында  пулемет командаһы командиры, 27-се полк командиры урынбаҫары, аҙаҡтан шул уҡ полктың командиры итеп тәғәйенләнә. Граждандар һуғышы осоронда М.Мортазин менән Көнсығыш, Урал, Көньяҡ фронтында ҡыйыу һәм оҫта алышта. Петроградта аҡ гвардеецтар, Польшала аҡ поляктар  менән бәрелештәрҙә лә батырлыҡ күрһәтә, 1920 йыл Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

1921 йыл Башҡортостандың иң ҙур биләмәләренең береһе – Тамъян-Ҡатай кантоны хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Әхмәҙиә Зиннур улы  Туңғатар, Ахун ауылы яҡтарынан алып Инйәргә тиклем аттарҙа йөрөп  халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙған етәксе була. Башҡорт ғәскәрҙәре  үҫешеүгә  күп көс һала. 1921 йылдағы йотлоҡта,  хәлһеҙләнгән халыҡ тифтан күпләп ҡырылғанда  Әхмәҙиә Зиннуровҡа ла был сир йоға. Ҡаты ауырып 1922 йылда, ни бары 29 йәшендә вафат була ул.  Әммә фани донъяла ыҙа сигеүҙәре  үлгәс тә дауам итә, тип әйтерлек! Комиссарҙы Белорет ҡалаһындағы “Ҡыҙыл майҙан”дағы (элек шулай аталған)  Дан аллеяһында хәрби  хөрмәт алымдарын башҡарып  ерләйҙәр. Тик бына сәйәси хөсөт  дәүере башлана илебеҙҙә күпмелер ваҡыттан.  Башҡорт хәрәкәтенә, М.Мортазин һәм уның көрәштәштәренә  яла яғыуҙар көсәйә.   Наурыҙ ауылында тыуып үҫкән Искәндәр Солтанов 30-сы йылдарҙа Белоретта милиция начальнигы булып эшләгән саҡта була был хәл.  . Кемдәрҙер, нахаҡ ғәйепләүҙәргә ышаныптыр инде,  Әхмәҙиә Зиннуровтың   Белореттағы ҡәбере өҫтөндәге  һәйкәлен  емереп китә. Яҡташыбыҙ, һәйкәлде  тергеҙеү өсөн  ярҙамығыҙ кәрәк, тип яҙа  Муса Лут улына. Тик бына 1936 йыл  Мортазиндың өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйыра башлаған була, яуап  хаты яҙып та өлгөрмәй. Искәндәр Солтанов бер нисә  коммунист менән яҡташыбыҙҙың  мәйеттен төндә  ҡаҙып алып, йәшерен рәүештә башҡорт зыяратында ерләйҙәр. Батырыбыҙҙың  ҡәбере артабан мәсхәрәләнеүҙән ҡотҡаралар,  ләкин бөгөнгө  көндә ҡайҙа һуңғы төйәге икәнлеге  билдәһеҙ. Хәйер, хәҙер Ғәлиәхмәрҙә таштан ҡоролған стела халҡыбыҙҙың тоғро һәм ҡыйыу улы  тураһында мәңге иҫкә төшөрөп торасаҡ.

Ҡыҙыл командир Әхмәҙиә ауырып вафат булмаған хәлдә лә, сәйәси золом  тәгәрмәсе аҫтына эләкмәй ҡалмаҫ ине буғай, сөнки  яуҙаштары, хеҙмәттәштәренең күбеһе нахаҡҡа ғәйепләнеп атылды.

Стела булдырыу инициативаһы менән ҡаһармандың яҡын туғаны Азат Зиннуров сыҡҡан, тип белештек. Ул Ғәлиәхмәр ауылында йәшәй, урман хужалығында хеҙмәт итә, хәләл ефете менән биш ул үҫтерәләр.  Аҡсаны ауыл Советы таба, Әхмәҙей-комиссарҙың зат-зәүере  үҙ өлөшөн индерә.Урал таштары” акционерҙар йәмғиәте лә был сауаплы эшкә тос өлөш индергән.

Һәйкәл асыу оло тантанаға әйләнә, урындағы ағинәйҙәр ҡоро сығыштары айырыуса сағыу тамашаға әйләнә.  Район хакимиәте башлығы урынбаҫары – иҡтисади үҫеш бүлеге мөдире Гүзәл Ғибәҙәтова,  Амангилде ауыл ултырағы башлығы Илдар Килмәхәмәтов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадировтар сығыш яһай. Нисәмә генә йыл үтмәһен, халыҡ хәтере мәңгелек бит ул, тоғро улдарын  исемдәрен һис тә онотмаҫ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас