

Озерный ауылында фельдшер-акушер пункты бик иҫке, туҙған ине, унда сырхап ҡыштарын килгәндәр ҡаралған арала ғына ла өшөп сығыр ине.
Ауыл халҡы юллай торғас, яңы, заман шарттарына яуап биргән модулле ФАП асылыу бәхетенә ирештек. Үҙҙәре лә күрәләрҙер, тип битараф сират еткәнен көтә башлаһаң, оҙаҡ көтөргә тура килер ине буғай.... Ярар ҙа, мөрәжәғәттәр эҙһеҙ ҡалманы, хәлебеҙгә инделәр, ысынбарлыҡтағы күңелһеҙ торошто күреп, ярҙам иттеләр. Беҙҙең үтенесте йыҡмаған, төрлө яҡлап булышлыҡ иткән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Аитҡуловаға, “Берҙәм Рәсәй” партияһының БР бүлексәһе комитетының координаторы Илнур Нәҡип улы Әйүповтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Беҙҙең яҡтарҙа бүләктәрҙең ҡәҙерен белгән, рәхмәтле халыҡ йәшәй, заманса фельдшер-акушер пунстын сафҡа индереү тантанаһы әүҙем һәм юғары кимәлдә үтте.
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Шағалина, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡарнаева, Миндәк ултырағы башлығы Зөлфиә Ишмаметьеваларҙы милли кейем кейгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡымыҙ, буҙа, сәк-сәк тотоп матур итеп ҡаршыланылар. Ә Юлия Гусева менән Азамат Ғәйнетдиновтар моңло йырҙары менән тантанаға йәм өҫтәнеләр.
Ҡунаҡтар барыһын да ихлас күңелдән ҡотланылар. Әлиә Гиззәт ҡыҙы бер ыңғайы ауыл халҡын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Зөлфиә Закир ҡыҙы ауыл эштәрендә актив ҡатнашҡан уҙамандар Зәйнулла Астанов, Миңғәли Мөхәмәтов, Рәсүл Нурмөхәмәтов, Ансар Ниғмәтуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Яңы бинаны, биләмәләрен рәткә килтереү оло эш. Был тантанаға төрлө яҡлап булышлыҡ иткән Юлай Минһажев, Василий Кирсанов, Искәндәр Бадамшин, Рим Ғәйфуллин, Ринат Фәзлетдиновтарға айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Әйткәндәй, эшҡыуар һәм депутат Рәшит Ҡауыев бүләк итеп мебель дә килтерҙе.
Балҡып торған, заманса йыһазландырылған яңы фельдшер-акушер пунктында уңған фельдшерҙар Гөлнара Алтынбаева менән Ләйсән Низамоваларға матур итеп эшләргә яҙһын, кешеләр килеп торһон, һауығып торһон.
Ә тантанала ҡатнашыусылар хозур Оҙонгүл буйында былтыр ғына асылған Айгиз Азаматовтың ял кафеһына, оҫта ҡуллы Зәкиә Насретдинова менән Лиана Исмәғилева әҙерләгән милли ризыҡтарҙы ауыҙ итергә лә саҡырылдылар.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы