Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
30 Июнь 2022, 04:49

Күршеләрҙә йәнә бруцеллез ҡасафаты

Йәшерен мал ташымағыҙ!

Күршеләрҙә йәнә бруцеллез ҡасафатыКүршеләрҙә йәнә бруцеллез ҡасафаты
Күршеләрҙә йәнә бруцеллез ҡасафаты

Республикабыҙға сиктәш Ырымбур өлкәһендә (Шарлыҡ районы) эшмәкәрлек алып барған крәҫтиән-фермер хужалығынан, бруцеллез йәһәтенән именһеҙ урындан, 48 баш ҡаҙаҡ-аҡбашлы тоҡом һыйырын әлегә билдәһеҙ йүнәлештә алып киткәндәр, тип хәбәр итте Учалы ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Әлхәмов. Беҙгә килтерелеүе лә булмаҫтай хәл түгел.  Яҡташтар, зинһар, йәшерен рәүештә мал ташымағыҙ, ветеринарҙар менән килешеп эш итегеҙ.  Районыбыҙҙа саҡ хәл ителгән проблема яңынан баш ҡалҡытып ҡуймаһын.

Ә бруцеллез кеше өсөн дә ныҡ әшәке ауырыу. Ололарҙан һорағыҙ әле: медицина әлегенән насар үҫешкән заманаларҙа, һыҙлауҙы бер аҙ баҫа, тип сирләүселәр хатта тиҙәккә күмелеп ятыр булғандар....

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас