

Шундай шәхестәр була, ҡасан ғына йәшәмәһендәр һәм арабыҙҙан ни тиклем генә иртә китмәһендәр – халыҡ уларҙы онотмай һәм эшләгән изге эштәрен күңел түрендә һаҡлап, рәхмәтле булып, быуындан-быуынға легенда рәүешендә һөйләй.
Ошондай легендар кеше, заманының билдәле шәхесе беҙҙең районда ла хеҙмәт иткән. Ул – табип-хирург Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы. Уның хаҡындағы иҫтәлектәр райондаштарының, замандаштарының хәтерендә әле лә ҡәҙерләп һаҡлана.
Учалы участка дауаханаһы биләмәһендә ошо көндәрҙә бик тә иҫтәлекле ваҡиға уҙҙы. Билдәле табип Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Мөһим сарала район хакимиәте башлығынан тыш, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Башлығы кәңәшсеһе, Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы президенты, Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Вил Тимербулатов, Абрар Баһауетдиновтың коллегалары, дуҫтары, яҡындары ҡатнашты.
Белешмә рәүешендә тәүҙә Абрар Мөхәмәт улының тормошона байҡау яһайыҡ. Ул 1917 йылдың 22 декабрендә Учалы районының Әбләз ауылында (Рафиҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан булған, хәҙер ул ауыл бөткән) донъяға килгән. Ҡаҙаҡҡол, Миндәк мәктәптәрендә белем алған. 1936 йылда Өфө дәүләт медицина институтына уҡырға инә, һуңынан Һарытау мединститутының хәрби факультетына күсә.
1941 йылда юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгес тыуған яҡтарына ла ҡайтып өлгөрмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланып, уны тура фронтҡа оҙаталар. Йәш табип 412-се уҡсылар дивизияһы составында 3-сө рангтағы хәрби табип булараҡ яралыларҙы үлемдән йолоп алып ҡалыуға күп көс һала. Әсирлеккә эләгә, унда ла кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшеүен туҡтатмай, Гиппократ антына тоғро ҡала.
1946-1956 йылдарҙа Белорет ҡалаһында хирург булып эшләй һәм медицина училищеһында уҡыта. 1956 йылдан ғүмеренең ахырына тиклем Учалы районы дауаханаһында баш табип һәм баш хирург вазифаларын башҡара.
1961 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. 1965 йылда “РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ була.
Бөгөн легендар табиптың исеме Учалы ауылының үҙәк урамына бирелгән.
Абрар Баһауетдиновтың һеңлеһе билдәле педагог, Учалы районының Почетлы гражданы Клара Ниғмәтуллина ағаһы хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:
- Беҙ ғаиләлә ете бала инек, беребеҙ бик иртә арабыҙҙан китте. Атай һуғыштан контузия алып, һуҡырайып ҡайтҡан ине. Шуға ла Абрар ағайым беҙгә атай урынына булды. Беҙҙе гел ҡурсалап, хәстәрләп йәшәне. Бик абруйлы ине.
Ағайым иҫ киткес талантлы шәхес булараҡ та иҫемдә ҡалған. Матур итеп йырлай торғайны. Ниндәй генә музыка ҡоралына тотонмаһын, уның ҡулында ул “телгә” килә ине. Һоҡландырғыс итеп фортепианола, скрипкала, мандолинала уйнаны. Кроссворд сисергә, шахмат уйнарға әүәҫ булды.
Учалы ауылына ағайҙы күрәм тип барһам, табип Баһауетдиновҡа күренергә тип Әбйәлилдән, Баймаҡтан, Сибайҙан, хатта Мейәстән килгән халыҡты тап итә торғайным. Ул ваҡытта машиналар һтрәк йөрөй, кем йәйәү, кем ат менән килә торғайны.
Табиптар етешмәгәнлектән, ағайыма табип-хирург ҡына түгел, терапевт та, невролог та, гинеколог та, психолог та, педиатр ҙа булырға тура килде. Иң мөһиме – халыҡҡа ярҙам итеү ине.
Эшен яратып, бирелеп башҡарҙы. Эргәһендә ныҡлы тылы – ҡатыны Әнүәриә Талип ҡыҙы булды. Еңгәм Учалы участка дауаханаһында операция шәфҡәт туташы ине, операцияларҙы бергә эшләнеләр. Бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ул ҙурайғас, ата-әсәһе юлын дауам итеп, шулай уҡ табип булды.
Ҡыҙғаныс, билдәле табип Абрар Баһауетдиновтың ғүмере бик ҡыҫҡа була. 50 йәшендә ул инфаркт һөҙөмтәһендә вафат булып ҡала. Бөгөн уның юлын ике ейәнсәре дауам итә. Табиптар династияһы, тимәк, өҙөлмәй.
Ә халыҡ хәтерендә Абрар Баһауетдинов, ысынлап та, легенда рәүешендә телдән-телгә күсеп һөйләнә. Кеше хәленә инә белеүсе оҫта ҡуллы хирург, ышаныслы дуҫ, кемделер үлемдән йолоп алып ҡалыусы абруйлы белгес булараҡ районыбыҙҙың һәр ауылында уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр йәшәй. Ололар уны балаларға бәйән итә, шул рәүешле “Баһауетдинов” тигән яҡты йондоҙ яҡташтары күңелендә балҡыуын дауам итә...