

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы байрам – 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында булдырылған байрам ил кимәлендә 2008 йылдан билдәләнә килә, хәҙер иһә рәсми статус бирелде. Иҫкә төшөрәйек – православие динендә изге тип һаналған Муром кенәзе һәм уның хәләл ефете Февронияның тормош юлдары һинд киноларындағы һымаҡ үтә. Кенәз Юрийҙың улы Петр махау сире (проказа) менән ҡаты сирләй башлай. Умартасы ҡыҙы Феврония ғына уны үләндәр менән дауалай ала тип төш күрә. Кенәз улы үҙенә нәҙер әйтә – һауығам икән, крәҫтиән балаһы икәнлегенә ҡарамайынса өйләнәсәкмен. Төҙәлә, һүҙендә тормай, йәнә ауырый башлай, Феврония тағын аяҡҡа баҫтыра. Туй үткәрәләр, йәштәр бәхетле йәшәп китәләр. Әммә атаһы үлеп, үҙенә кенәз булырға ваҡыт еткәс, урындағы боярҙар шарт ҡуя – крәҫтиән балаһын айырһаң ғына хаким итеп таныясаҡбыҙ. Петр баш тарта, һөйөклө ҡатыны менән һөргөнгә китәләр. Шул арала Муромда власть өсөн ҡанҡойош башлана. Башҡаса булдыра алмағас, алпауыттар Петрҙы кенәзлеккә саҡыралар, Февронияны ла танырға мәжбүр булалар. Улар иһә оҙаҡ йылдар лайыҡлы хакимлыҡ ҡылалар. Ҡартаып бөткәс монастырға урынлашалар,Хоҙайға доғалар менән ялбара торғас, баҡыйлыҡҡа ла бер кәндә (8 июль, 1228 йыл) күскәндәр, ти.
Көнбайыш илдәре Рәсәйҙе тағын да нисек ҡурҡытып ҡарарға мөмкин, тип баш тырнай торғас, илебеҙҙән алтын һатып алыуҙы туҡтатыу тураһында ниәттәрен белдерҙеләр. Быға тиклем беҙҙән йылына 19 миллиард долларға зиннәтле металды импортлағандар икән, сама менән Рәсәй донъя баҙарының 10 процентын тәьмин итә. Был алымдың эҙемтәләре тураһында эксперттар берҙәм фекергә килә алмай. Нефть һәм газ менән хәл ҡабатланыуы ихтимал: баҙарға тауар аҙыраҡ сығарылған һайын хаҡ күтәрелә, Рәсәй Евросоюзға аҙыраҡ һатһа ла, башҡа илдәрҙе юғарыраҡ хаҡ менән тәьмин итеп, элеккенән дә күберәк аҡса ҡайтарта. Ә алтын – үтмәҫ тауар түгел, байлыҡ туплау, биҙәүестәр өсөн генә түгел, сәнәғәттә, заман электроникаһында киң ҡулланыла. Әйтәйек, 2020 йыл менән сағыштырғанда былтыр алтынға ихтыяж 10 процентҡа артҡан булған. Ҡағыҙ, электрон аҡсаларға ышаныс көндән-көн кәмегән мәлдә алтын алырға теләүселәр Евросоюздан башҡа ла күп булыр тип өмөт итәйек.
Социологтар асыҡланы, Рәсәйҙә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса эш хаҡтары 37,3 процентҡа айырыла. Әлбиттә, гүзәл затты йәберләү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Сәбәбе ябай – аҡсалы, ләкин ауыр йә хәүефле эштәргә башлыса ирҙәр яллана бит. Топ-менеджерҙар, эш хаҡын ҡутарып алған корпорация етәкселәре лә башлыса ир затынан.
“Үгеҙ алыштары”ның ни ҡыҙығын табаларҙыр инде!? Колумбияла, ошондай ҡанлы тамаша барғанда шығырым тулы трибуна емерелеп төшә. Кеше саманан тыш күп йыйылған була бит, пандемия осоронда был уйын тыйылып торғас, һағыныусылар күп табыла. Кеше ҡолаған конструкцияларға баҫылыу, бер-берен тапау етмгән тиерһең, ҡарауһыҙ ҡалған үгеҙ үҙен яфалаусыларҙан үс алырға керешә.... Һөҙөмтәлә 6 кеше үлә, 257 кеше ҡаты имгәнә.Колумбия президенты Густаво Петро бындай сараларҙы башҡа бөтөнләй үткәрмәҫкә өндәне. ...трибуналарҙы төкөрөк менән йәбештереп ҡоралар микән? Шул уҡ Колумбияла, шул уҡ “үгеҙ алыштарында” 1980 йыл трибуналар берҙе емерелгән дә була инде – ул тапҡырҙа бер иҫәп буйынса 200-ҙән ашыу, икенсе иҫәп буйынса 500 кеше һәләк булған. Изалатып үлтерелгән малдарҙың рәнйеш-ҡарғышы төшөүҙер был буғай.
Иң ҡурҡыныс ҡортҡос бөжәк – саранчаның да файҙаһы мөмкин икән. Нисектер яман шеш сиренең еҫен айырып тоялар. Массачусет технология университеты (АҠШ) ғалимдарының бындай эксперимент үткәреү нисек баштарына килгән тип тә хайран ҡалырлыҡ! Саранча мейеһенә электрод ҡуялар ҙа, насар сир йоҡторолған күҙәнәктәргә яҡынлашҡанда үҙенсәлекле реакция былыуын теркәйҙәр. Һәм аҡланған да булалар – саранча ауыртыу тоймай, аҙағынан үлһәләр ҙә, эксперимент барышында изаламайҙар. Әлбиттә, медицина приборҙарына бирән сиңерткәләр ҡуйлмаҫтыр, әммә был асыш яңы эффектлы аппаратура булдырырға, диагностиканы яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Балыҡсыларыбыҙ, яңылыштан терһәк буйы суртан тотһа ла, әллә нисә йыл маҡтана торған. Ә бына Камбоджаның Меконг йылғаһында балыҡсыларға 300 килограмлыҡ скат балығы эләгә. Тиҫтәләп кеше көскә ярға һөйрәп сығара алған. Был әлегә тиклем сөсө һыуҙа тотолған донъяла иң ҙур балыҡ. Ашамайҙар, ситтән күҙәтеү өсөн ғалимдар талабы буйынса электрон чип ҡуялар ҙа, кире һыуға ебәрәләр. Быға тиклемге рекорд та Көнсығыш Азияла, Таиландта теркәлә. 2005 йыл 293 килограмлыҡ йәйенде эләктергән булалар.