Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Июль 2022, 10:15

Ҡатынын үлтереп маташа

Туңғатарҙа ҡурҡыныс хәлдәр

Ҡатынын үлтереп маташаҠатынын үлтереп маташа
Ҡатынын үлтереп маташа

Тунғатар ауылында ҡурҡыныс хәлдәр булды.  Иҫерек 40 йәшлек ир шәрәмәте  төнгө ваҡытта 36 йәшлек ҡатынынан араҡы таптыра. Тормош иптәше баш тартҡас, бысаҡ менән ҡурҡыта башлай, өйҙән сығармай тота. Ярай ҙа 12 йәшлек ҡыҙҙары күршеләргә йүгереп  барып ярҙам һорай, ә тегеләре полиция саҡырта.

Полиция килгәс тә янъялсы аҡылына килмәй, ҡатынын йорттары эсендә  тотҡонлоҡта ҡалдырып бысаҡ менән һелтәнә. Һаман да тамағына баш була алмайынса хәмер талап итеүҙе дауам итә, тип белдерҙе БР буйынса Эске эштәр министрлығы (https://02.xn--b1aew.xn--p1ai/news/item/31076540 ).  Теләгенә ирешә алмайынса ҡоторғандан ҡотора бара. Ярар ҙа полицейҙар  ҡыйыу һәм тәүәккәл тотоналар, тәҙрәне ватып инеп, енәйәтсене ҡулға алалар, ҡорбанын үлемдән ҡотҡаралар.  Һуғыш суҡмары ла, хәләл ефете лә дауаханаға илтелә. Эйе, БР буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы хәбәр итеүенсә ( https://surb.sledcom.ru/news/item/1702748/ ), “ҡыйығы киткән” эскесе  ҡатынының муйынын бысаҡ менән  яралаған була.... Аңға һәм тәртипкә килтергәндә үҙенә лә апаруҡ өлөш сыҡҡандыр,  башта дауаханала тотолоп, һуңынан ғына ҡулға алынып изоляторға бикләнәсәк, тип әйтелде.

Хәҙер ни, бер түгел, өс енәйәт эштәре ҡуҙғатылды: РФ Енәйәт кодексының 127-се статьяһының 2-се өлөшө ( ҡорал ҡулланып кешене законһыҙ рәүештә иркенән мәхрүм итеү), 119-сы статьяның 1-се өлөшө (кешегә үлтереү менән янау), 105-се статьяның 1-се өлөшө ( кеше ғүмеренә ҡул һуҙыу). Барыһы ла ауыр статьялар, оҙаҡ ваҡытҡа иректән мәхрүм ителерҙер.

Фотолар Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты идаралығының интернет-сәхифәләренән

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас