Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Июль 2022, 04:11

Булат – иң яҡшы йәш водитель

Учалы автотранспорт предприятиеһын өс хеҙмәткәр вәкилләп, Әлфиә Ғайсина “Һөнәргә тоғролоҡ” дипломы менән билдәләнә, ә  Булат Хәмзин бөтә Башҡортостанда  иң яҡшы йәш водитель тип танылды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Булат – иң яҡшы йәш водительБулат – иң яҡшы йәш водитель
Булат – иң яҡшы йәш водитель

Башҡортостандың  иң яҡшы  пассажир автобусы водителдәре һәм кондукторҙарын асыҡлау өсөн «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы  һөнәр оҫталығы конкурсы ойошторҙо.

Учалы автотранспорт предприятиеһын өс хеҙмәткәр вәкилләп, Әлфиә Ғайсина “Һөнәргә тоғролоҡ” дипломы менән билдәләнә, ә  Булат Хәмзин бөтә Башҡортостанда  иң яҡшы йәш водитель тип танылды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

“Башинформ” агентлығы раҫлауынса, бындай форматтағы  ярыш бөтә Рәсәйҙә тик беҙҙең республикала ғына үтә икән.

Үҙ филиалдарында һайланып алынған 62 водитель һәм 14 кондуктор  «Башавтотранс» предприятиеһының  уҡытыу комбинаты биләмәһендә – баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге автодромда көс һынашалар. Был сараның мәртәбәһен ҡунаҡ-тамашасыларҙың  дәрәжәләре генә лә яҡшы дәлилләй: БР Транспорт һәм юл хужалығы министры  Александр Булушев,  БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры  Наталья Полянская, автотранспорт хеҙмәткәрҙәре профсоюздарының республика комитеты рәйесе Марат Дәүләтшин, «Башавтотранса» предприятиеһының генераль директоры Надир Самиев һәм башҡалар.

  Ярышсылар теория буйынса ла, ғәмәли әҙерлек буйынса ла һынау тоталар. Автобустар төрлө маркалы була бит, һәр беренең үҙ холҡо, шуға ла водителдәр үҙҙәре көндәлек  өйрәнгән ҙур, урта йә бәләкәй һыйҙырышлы автобустарҙа оҫталыҡтарын күрһәтә.

-Ярыш 3 этапта үтте, - тип бәйән итте Булат Ансар улы.- Юл хәрәкәте, пассажир ташыу  ҡағиҙәләрен яҡшы белеүгә имтихан; инвалид креслоһында ултырған кеше һынын туҡталыштан  салонға тәгәрәтеп индереү, дөрөҫ итеп фиксациялау, күпмелер ара алып барғас, тәғәйен урында һаҡсыл ғына итеп төшөрөп ҡалдырыу. Һәм, әлбиттә, фәҡәт техника йөрөтәү оҫталығына һынауҙар:  ҡаршылыҡтар аша үтеү,  талғын ҡуҙғалыу һәм туҡтау, тығыҙ урында  боролоп сығыу, маневрҙар башҡарыу. Бындай ярыштар шуныһы менән файҙалы инде – тәжрибә уртаҡлашаң, иң оҫта коллегаларыңдың эш алымдарын отаһың, профессиональ белемдәрҙе яңыртаһың, яңы кешеләр менән аралашыу ҙа күңелгә кинәнес.

 Һәм бөтә этаптарҙа ла яҡташыбыҙ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.

     Булат  сығышы менән Миндәк ауылынан.  Учалы ауылында һөнәрселек училищеһын тамамлағас, башта төрлө урындарҙа эшләп ала, ә һуңғы ун йыл Учалы автотранспорт предприятиеһының  “НефАЗ” автобусында Учалы-Миндәк-Учалы рейстарын башҡара.  Йәш булыуына ҡармаҫтан, апаруҡ тәжрибә туплаған, “В”, “С”, “Д” категорияларына эйә водитель.

-Автобусыбыҙ өр-яңы түгел, әммә алмашсым Ғәфүр Әбубаҡиров менән һәр саҡ төҙөк хәлдә тотабыҙ. Ғүмерҙәрен  беҙгә ышанып тапшырған пассажирҙарҙың именлегенә тура бәйле бит был шарт!  Эш графигы түбәндәгесә: 7.10 һәм 15.30 сәғәттәрҙә Миндәктән Учалыға ҡуҙғалабыҙ, 11.25 һәм 18.30 сәғәттә кире юлланабыҙ.  Ошо арала Аҡҡужа ауылына ла ҡыҫҡа рейс башҡарып өлгөрәбеҙ.

  Ғүмер буйы, иртәнән кискә тиклем руль артында ултырыу ялҡытмаймы, тип тә һораныҡ.  Һис тә йөҙәтмәй, ти, буш ваҡытта ла шәхси еңел автомобилендә рәхәтләнеп йөрөй  икән. Пассажирҙарына ла һүҙ тейҙермәй: бәғзе кешеләр буш урында ла янъял сығарырға, нигеҙһеҙ дәғүәләр ҡуйырға әҙер генә тора тип төпсөнә башлағайныҡ, хеҙмәтләндергән кешене ихтирам итһәң, һәр кем менән дә уртаҡ тел табырға була ул, тип ҡырт киҫте. Шулайҙыр, әңгәмә ваҡытында ла тойолдо – тыныс холоҡло, күндәм кешегә оҡшаған. Әйткәндәй, Булаттың рейсы менән файҙаланған кешенән дә һуңынан һораштыҡ – маҡтауҙан башҡа бер ни әйтмәне.

  Республиканың иң яҡшы йәш автобус водителе Миндәктә көн күрә, өй һала, ҡатыны Лена ханым менән Батыр исемле ул һәм Дарина исемле ҡыҙыҡай үҫтерәләр.  Эш хаҡы  ғаилә аҫрауға етәме, тигән һорауға, мин - ҡәнәғәтмен, тип кенә яуапланы, эшләр, тырышыр кәрәк,  бер ҡайҙа ла аҡсаны бушлайға тоттормайҙар.  Иң мөһиме – шөғөлөм күңелгә ята. Ә һуңғы һорауыбыҙ бер аҙ сетереклерәк тә яңғырағандыр:

-Ошо арала Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекцияһы һөнәри байрамдарын билдәләй. “Гаишник”тар менән мөнәсәбәттәр нисек, үпкәләр юҡмы, ҡотларға теләгегеҙ бармы?

-Инспекторҙарға уңышлы хеҙмәт теләйем.  Улар ҙа барыбыҙ өсөн бик тә кәрәкле эш башҡара, машиналар йылдан-йыл юлдарҙа күбәйә генә бара.  Ә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйһең икән, ниндәй үпкәләшеүҙәр булыуы мөмкин?  Беҙ, пассажир йөрөткәс, юл ҡағиҙәләрен айырыуса теүәл үтәргә тырышабыҙ.  Һиңә ышанған кеше ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға һис тә ярамай!

 Бик хуп, уңған водителгә лә, пассажирҙарына ла, юл инспекторҙарына ла имен юлдар теләп ҡалабыҙ. Булат Ансар улына еңеү өсөн бүләк итеп тапшырылған заман төҫлө телевизоры ла күберәген яҡшы яңылыҡтар күрһәтһен!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас