Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
5 Июль 2022, 03:43

Шеш тулыша башлаһа...

Һаман да еңмешләнә, аҡылға ултырмай икән,  был статья буйынса 3 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары ла бар.

Шеш тулыша башлаһа...Шеш тулыша башлаһа...
Шеш тулыша башлаһа...

Бигерәк йәш көйөнсә ҡыҙ балаҡай боҙоҡлоҡ юлына баҫҡан. Яуыз хәмер береһен дә аямай! 

Учалы район суды хәбәр итте (http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=244 ): 1999 йыл тыуған ҡыҙ РФ Енәйәт кодексының  264.1-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса хөкөм ителде. Башта эскән килеш руль артына ултырған өсөн административ яза алған була.  Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән килеш йәнә иҫерек тотолоп, енәйәт яуаплылығына тарттырыла.  Һабаҡ алмай, бәлки, алкоголизмдың үҙ-үҙеңә контролде юғалтыу дәрәжәһенә лә еткәндер. Нисек кенә булмааһын, быйыл йәнә эскән килеш  автомобиле менән идара иткәндә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләкте.

Бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, 4 йыл транспорт менән идара итеү тыйылды. Һаман да еңмешләнә, аҡылға ултырмай икән,  был статья буйынса 3 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары ла бар. Әлбиттә, “шайтан бәүеле” йотоп икенсе кешеләрҙең башына етһә, йә зыян килтерһә, яза унан байтаҡҡа ҡатыраҡ та  буласаҡ. Шеш тулыша башлаһа, ҡасан да булһа һытыла тиҙәр!  Һис ғәйепһеҙ кешеләрҙе генә харап итеп ҡуймаһын инде был “эрен”.Был ҡыҙҙың ата-әсәһе, туғандары ни уйлай икән.....

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас