Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Июль 2022, 11:04

6-сы китабы баҫылды

Төркөмдәшебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

6-сы китабы баҫылды6-сы китабы баҫылды
6-сы китабы баҫылды

Яҡташыбыҙ, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, РФ  һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, биш китап авторы Рамай Ҡаһирҙың (Ҡаһиров Рамай Рәйес улы) йәнә бер китабы донъя күрҙе.  БР Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан баҫма “Мин – Салауат тоҡомо” тип атала.

Аннотацияла  түбәндәгесә билдәләнә: “Тыуған ерҙән, халҡынан ҡот, сәм алып ижад итеүсе шағирҙың, саф күңел менән изге ғәмәлдәр атҡарып донъя көтөүсе яҡташтарына һоҡланып, тормош фәлсәфәһе, иман, дуҫлыҡ, һөйөү хистәре менән һуғарылған ижад емештәре тупланды был йыйынтыҡҡа”.

Ҡәләмдәш-фекерҙәшебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм йыйынтыҡҡа ингән айырым шиғырҙар менән таныштырабыҙ.


Башҡорттар.

Умартала кәрәҙҙәр,
Ыҫлыҡтарҙа - ҡороттар.
Баҫыуҙарҙа башаҡтар,
Бында йәшәй башҡорттар!
Көбөләге аҡ күбек
Ап - аҡ болоттар кеүек.
Эх, донъяның ҡыҙығы,
Ниндәй шәп һуң ҡымыҙы!
Тирмәләр теҙелешкән,
Ҡояш иркәләй күктән.
Аҫтан шишмә урғыла,
Күңелдәргә моң ғына.
Елгә уйнай башаҡтар,
Бында йәшәй башҡорттар.
...Йәшел хәтфә туғайҙар,
Моң сығара ҡурайҙар!

Мин - Салауат тоҡомло!

Бала - саҡтан моңло булдым,
Саф йөрәгем ялҡынлы.
Илем өсөн янып - көйәм.
Хөрмәт итәм халҡымды.
Йөрәк йырҙарын яҙамын,
Китаптарым - уҡымлы.
Шиғырҙарым - үткер ҡылыс,
Гәүһәрҙән, көмөш ҡынлы.
Ауырлыҡтар күп күрһәм дә
Үҙгәртмәнем холҡомдо.
Алсаҡ йөҙлө, ғорур егет,
Мин - Салауат тоҡомло!
Бала - саҡтан моңло булдым,
Саф йөрәгем ялҡынлы.
...Телем өсөн янып - көйәм,
Хөрмәт итәм халҡымды!

Бәхет

Бәхет бик әкрен килә ул,
Аҙымдары ваҡ - ваҡ ҡына.
Кешем, уны көткән саҡта
Түҙемле бул саҡ - саҡ ҡына.
Уға үҙең ҡаршы атла,
Иманлы юл - тура юлдан.
Иманлыраҡ булған һайын
Бәхетең дә булыр ҙурҙан!
Бәхет ул шәп йөрөй белмәй,
Бик ваҡ уның аҙымдары.
...Иманға барып тоташа
Уның барлыҡ тамырҙары!

Йылға башы.

Илһам һыуын эсеп үҫтем
Ҙур йылға баштарынан.
Күңелемдең биҙәктәре -
Саф йәшмә таштарынан.
Ҡолонсаҡтай сабып үҫтем,
Тыуған яҡ ҡырҙарында.
Тәбиғәттең алсаҡлығы -
Йөрәгем йырҙарында!
Дуҫтар, һеҙгә йырҙар яҙам,
Тойғоларым тулышҡан.
Йыр - моңға булған һөйөүөм
Тәбиғәттән, тыумыштан.
Малай саҡтан һыуҙар эстем
Саф шишмәле Яйыҡтан.
Тыуған яғым күңелемде
Илһам менән байытҡан.
Йырҙарыма биҙәк алдым
Саф йәшмә таштарынан.
...Илһам һыуҙарын эстем мин, -
Ҙур йылға баштарынан!


Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас