Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Июль 2022, 06:05

Һатлыҡйәндәр бер кемгә лә кәрәкмәй

Колумнистика

Һатлыҡйәндәр бер кемгә лә кәрәкмәйҺатлыҡйәндәр бер кемгә лә кәрәкмәй
Һатлыҡйәндәр бер кемгә лә кәрәкмәй

Көнбайыш илдәренә асыуың килмәһә лә килер!  2017 йыл Германияның баш ҡалаһы Берлинда  Ибн-Рушд-Гете мәсете асылған була. Мосолмандарҙы үсекләү өсөн ойошторолғандыр, дин ҡанундарын  тупаҫ боҙоп, ир һәм ҡатындар бергә намаҙға баҫалар, үҙҙәрен асыҡтан-асыҡ гомосексуалист тип иғлан иткән аҙғындар әйҙүкләп ҡабул ителә.... Һәм бына, ошо көндәрҙә изге йортҡа гомосексуалистарҙың әләмен ( йәйғор һүрәтләнгән флаг) элеп ҡуйғандар. Мосолмандарҙың бындай әшәкелеккә мөнәсәбәтен аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер, изге китапта Садум (Содом) ҡалаһында көн күргән аҙғындарҙың тәҡдире ғибрәт өсөн бәйән ителә. Был провокацияға Чечня Башлығы Рамаҙан Ҡадиров ҡәтғи ризаһыҙлығын белдерҙе – ғибәҙәтханала ошондай акция үткәреүгә юл ҡуйған әҙәм балаларының үҙҙәрен мосолман тиергә хаҡы юҡ, “....Көнбайыштың боҙоҡлоҡ һәм шайтанға табыныу  ғәмәленә һис тә яраҡлашырға ярамай”.

Иван Федотов – атаҡлы хоккей уйынсыһы, ҡапҡа һаҡсыһы. Быйыл Олимпиадала ла ҡатнашҡан. 2017-2019 йылдарҙа “Салауат Юлаев” клубы өсөн дә сығыш яһай. Тик профессиональ спортсыларҙың  тәҡдире шул инде – ҡайҙа аҡса күберәк түләйҙәр, шунда сыға ла китә. Әле, ЦСКА клубында уйнап йөрөгән еренән, Американың «Филадельфия Флайерз» клубына күсергә контракт тәҙөй. Ә ЦСКА – әрме клубы, 1996 йыл тыуған Иван Дмитриевич   хәрби бурысын үтәмәгәнлеген йәһәт иҫкә төшөрәләр.  Ә уның“һалдат һурпаһын” һис тә ауыҙ иткеһе килмәйҙер, хәрби комиссариат вәкилдәре артынан төшкәс, хатта, һаулыҡ  насарайыуға бәлә һалып, госпиталгә ебәрелә. Ошолай сибек көйөнсә нисек кенә донъя кимәлендә  спортсы булараҡ танылғандыр инде бахырың. Нисек кенә булмаһын, Северодвинск ҡалаһына, Хәрби флоттың уҡытыу часына йүнәлтелә. РФ Президентының  пресс-секретары Дмитрий Песковты, ниңә йәш таланттарҙы йәберләйһегеҙ, тип журналистар ҡаңғырта башлағас, “Закон бар икән, үтәлергә тейеш. Ә закондарҙа граждандарҙың хәрби бурыстары ла күрһәтелгән”, - тип ҡырт киҫте. ЦСКА-ла ғына ҡалһа,  Иван әле лә шунда уйнар ине буғай, әммә американдар һөсләткән украиндар американ ҡоралы менән үҙенең  ватандаш тиңдәштәрен үлтергән ваҡытта   шул уҡ американдарға ярамһаҡланып йөрөмәһен!

 

Хәтерләйһегеҙҙер, “Время” тапшырыуы барғанда,  дикторҙың артында ҡулына плакат тотҡан ҡатын күренгәйне, ошо рәүештә Марина Овсянниковаға  Украиналағы операцияға ҡаршы провокация яһаны.  Рәсәйҙә “тоталитар режим” тип әйтһәләр ҙә, бер ҙә атманылар ҙа, киҫмәнеләр ҙә, ни бары 30 мең һум штраф һалына телеканал редакторына. Һуңынан Германияға сығып китә,  немец газетаһына урынлаша.  3 айҙан ары эшләтмәнеләр. “Мин – украинка” һылтауы менән Украинаға күсергә ынтыла, әммә унда ла ҡабул итмәйҙәр, “дошман” тип иғлан итәләр. Һатлыҡйәндәр бер кемгә лә кәрәкмәй инде. Бөгөнгө көндә Мәскәүгә килеп, суд аша 11 йәшлек ҡыҙын элекке ире менән бүлешә.

Кешегә Ай ҙа ярамай, Ҡояш та... Ленинград өлкәһенең Всеволжск районында халыҡ ялыуҙар менән ныҡ ялҡытҡандыр инде: асфальт һалғанда битум еҫе ныҡ анҡый тип бәлә һалалар. Ахырҙа подрядсы ойошма эксперимент үткәрә, асфальт ҡатнашмаһына ниндәйҙер химикат ҡушып, ер еләге еҫе сығарып ята икән хәҙер. Бынан юл ҡапламы ныҡлығы кәмемәйәсәк, тип ышандырһалар ҙа, әллә инде, кемдеңдер мыжыҡлы арҡаһында ғына  һыналған технологияны үҙгәртеү яҡшы микән?

Барыбыҙ ҙа еңмеш, тик бына Австралиянан 27 йәшлек Клэр Браун менән беребеҙ тиңләшә алмаҫ! Ҡыҫҡаһы, эшләмәй ҙә, уҡымай ҙа, аҙып-туҙып йөрөй. Иҫән саҡта атаһы аҡса биреп тора. Үлер ваҡыт еткәс васыят яҙа: ҡыҙым эшкә урынлашһа, кешеләргә файҙа килтерә башлаһа, бар  милкем уға ҡалһын. Клэр хәйерсе көнөнә ҡалған, әммә аяҡ терәп эшкә урынлашыуҙан һаман  баш тарта, шуға ла  12 миллион доллар (!) мираҫтың тинен дә тота алмай эт була, ти.

Сәскәләре менән  әүрәтеп, бөжәктәрҙе  ашаған йыртҡыс-үҫемлектәр күптән билдәле. Индонезияла  көпсәк рәүешендәге тамырҙары менән эләктереп, ер аҫтында һунар иткән үҫемлек  булыуын асыҡланы ғалимдар. “Ғиффәтле непентус” тип исем бирелгән  был үҫемлек ҡоро, уңдырышһыҙ тау баштарында  үрсей. Ирекһеҙҙән үҙен-үҙе “органик ашлама” менән тәьмин итергә яраҡлашҡан.  Эх, беҙҙең картуф та  ҡәһәр һуҡҡыры Колорадо ҡуңыҙын кәсеп итергә әйрәнһәсе!

 

Аҡсабыҙҙы башлыса нимәгә тотабыҙ? БР Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан халҡы былтыр 516 миллиард 400 миллион һумға аҙыҡ-түлек  алған - бер кешегә уртаса  130 мең һум самаһы. Төп өлөшө (23,4 проценты), әлбиттә, иткә тотонола. Икенсе һәм өсөнсө урында 8,2 һәм 7,8 процент менән икмәк һәм һөт продукцияһы. Тауарҙарға  500 миллиард самаһы китә: еңел автомобилдәр -19,9, бензин -14,8, кейем-һалым -12,2, дарыуҙар -6,6 процентын йота. Бына шулай, “Эшләгән ашауҙан артмай” тип һис тә әйтерлек түгел.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас