

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә бергә оҙаҡ ғүмер кисергән, өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Ғаиләнең ныҡлығы - ир менән ҡатындың пар аҡҡоштарҙай тоғролоғонда, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булыуында, балалар үҫтереп, уларҙы матур тәрбиәләүе, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәүендә.
Шундай ғаиләләрҙең береһе - Наурыҙ ауылынан Ләлә һәм Алик Байғариндар. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ғаилә усағын һүндермәйенсә, матур ғаилә ҡороп, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ҡулынан “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын алып ҡыуанды улар. Уларҙың ғүмере - йәш быуынға лайыҡлы үрнәк, тип билдәләне ул һәм ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, яҡындарының һөйөүендә йәшәүҙәрен теләне. Ләлә Таяр ҡыҙы һәм Алик Һибәт улы 47 йыл татыу ғүмер кисерә. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн дә өлкәндәр тирә-йүндәгеләргә өлгө булып, иңгә-иң терәшеп, матур ғүмер кисерәләр. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Ҡунаҡсыл, яҡты йөҙлө, аралашыусан, хөрмәтле ғаилә улар.
Алик Һибәт улы Байғарин 1947 йылда тыуған. 1966 йылда - Наурыҙ урта мәктәбен, 1971 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Юғары белем алғандан һуң тыуған ауылына эшкә ҡайта. 41 йыл Наурыҙ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, 2011 йылда хаҡлы ялға сыға. Тәрбиә һәм уҡытыу бүлеге мөдире, мәктәп директоры, ауыл Советы башлығы вазифаларын да башҡара. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса таблицалар, бихисап методик мәҡәләләр авторы, башҡорт әҙәбиәте буйынса программалар авторҙашы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы лауреаты, Ауыл хәбәрселәре съезы делегаты, М. Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты.
Ләлә Һибәт ҡыҙы 1950 йылда Әпсәләм ауылында тыуып үҫә. Ләлә апай йәштән үк сабыр холоҡло, аҡыллы ҡыҙ була. 1973 Башҡорт педагогия институтын тамамлағас, Наурыҙ ауылына математика уҡытыусыһы булып эшкә килә. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙҙы Алик ағай тиҙ оҡшата. Йәштәрҙең бер-береһенә булған ихтирамдары әкренләп мөхәббәткә әүерелә. Шулай итеп ғашиҡ йәндәр бергә булырға һүҙ бирешеп, гөрләтеп туй үткәрәләр. Байғариндар өсөн ғаилә иң беренсе урында тора. Өйҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм именлек булһын өсөн бер-береңдең фекерен тыңлап, юл ҡуя белергә кәрәк, тип иҫәпләй улар. Бөтә эште бергәләп башҡарырға яраталар. Уларҙы һөйөндөрөп бер-бер артлы мөхәббәт емештәре - Айбулат, Илшат, Айгөл исемле балалары яҡты донъяға килә. Улар балаларының шатлығына һөйөнөп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтерә, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтыра. Айбулат улдары Учалы урман хужалығы директоры булып хеҙмәт итә, Илшат улдары Учалы тау байыҡтырыу комбинатында өлкән механик булып, Айгөл ҡыҙҙары Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Секретариатында бүлек мөдире урынбаҫары вазифаһында эшләй. Бөгөнгө көндә уларҙың биш ейән-ейәнсәрҙәре бар.
-Ғүмер итеү - үргә менеү тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең - ышаныслы терәгең булыу ниндәй ҙә ауырлыҡты еңергә ярҙам итәлер ул, - ти Байғариндар.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәшеп йәшәгән Байғариндарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балаларының изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.