

Ысын илһөйәрҙәр
Илен, халҡын һөйөр.
Ил өсөн ҡурҡмайса
Утҡа, һыуға керер.
Ярҙамға мохтажды
Беренсе ул күрер,
Ярҙам итеү юлын
Йөрәге күрһәтер.
Изгелек әмәле
Һәр ваҡыт табыла
Хеҙмәттәр итергә
Теләһәң халҡыңа.
Ошо юлдар тулыһынса ауылдаштарыбыҙ Нәғим Аллаяровҡа, Фирүзә һәм Фуат Баҡыевтарға тура килә. Нәғим һәм Фирүзә Юлдаш мәҙәниәт йортонда бик тә тырышып эшләгәндәре өсөн генә әйтмәйем. Эйе, хәҙерге ваҡытта, бөтәһе лә үтә күренмәҫ бейек ҡоймалары артында компьютер, башҡа гаджеттарына төбәлеп ултырырға күнеккән мәлдә, тулы зал йыйып төрлө ҡыҙыҡлы һәм файҙалы саралар үткәрә алыуҙары ла ихтирамға лайыҡ. Нәғим Ғәйнулла улына юҡҡа ғына Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре дәрәжәһе бирелмәгән бит.
Мин әле уларҙың ауыл тормошо, ауыл халҡы өсөн тырышып йәшәүҙәре хаҡында һөйләйһем килә. Ауыл халҡы, балалар өсөн ҡырҙа, тауҙа байрамдар ойошторалар. Ауылдың урамдары таҙа булһын өсөн бик ныҡ тырышалар, үҙҙәренә беркетелгәнде таҙа тоталар. Тартҡан атҡа күберәк тейәйҙәр тигән кеүек, Нәғимгә күп йәмәғәт эштәре беркетелгән. Янғын хәүефһеҙлеге инспекторы ла ул. Үткән ҡоролоҡ йылында Хәлит кисеүендә, Олотау артында, сүплектә ҡупҡан янғындарҙы һүндереүҙә әүҙем ҡатнашты. Ауыл урамдары яҡтыртылыуға ла күп көс һалды, эскеселеккә ҡаршы көрәшкә лә үҙ өлөшөн индерә. Депутат бит ул. Бына әле автобус туҡталышын төҙөкләндереү ниәте менән янып йөрөй.
Фирузабыҙ депутат та түгел, әммә күңел ҡушыуы менән кешеләргә ярҙам итергә тырышып ҡына тора: ауырыуҙарға барып булышлыҡ итһенме, оло кешеләрҙе заман телефондары менән эш итергә өйрәтһенме, йәмәғәт сараларын үткәреүҙә ҡатнашһынмы – бар ергә лә өлгөрә. “Берәй яҡшы эш эшләй алһам, үҙем ҡыуанып, ҡанатланып йөрөйөм!” –ти уңған ҡатын. Ә бына маҡтанырға, шапырынырға һис тә яратмай. Берҙе һыуға батып барған баланы үлемдән ҡотҡарыуы тураһында ла осраҡлы рәүештә генә һуңынан белеп ҡалдым!
Изгелеклек тураһында һүҙ сығарғас, Мөхәрәмә әбей иҫкә төшә.... Ире Мотаһар Рәхимов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Балалары ла булып өлгөрмәгән, әммә Мәхәрәмә ғүмере буйы ҡәйнәһен ҡараны. Уңған, тыныс холоҡло ҡатынды һоратыусылар ҙа булмай түгел, ләкин яу ҡырында башын һалған иренә тоғролоҡ һаҡланы. Колхозда тырышып эшләй, мал аҫрай, ҡәйнәһе менән татыу, ҡыҙ менән әсәй кеүек донъя көттөләр. Зарланырға, буш хәбәр һатырға яратманы. Үҙе тураһында һөйләтергә булып китһәләр, “Мин бушамайым”, - тип кенә ҡотолор ине. Шуға ла ауыл халҡы уға, яратып һәм ихтирам итеп “Бушамайым әбей” ҡушаматы таҡты. Шөкөр, бындай изгелексән кешеләр әле лә арабыҙҙа бар. Алтынға алтын тартыла тигәндәй, игелеклеләргә игелеклеләр тартыла. Ундайҙар ауылыбыҙҙа күп: Ғалиба Нуритдинова, Гүзәл Ғөбәйҙуллина, Зилә Әхтәмова, Эльвира Мөхәмәтйәрова, Нилә Тайфурова, Эльвира Харисова, Гөлнара Усманова, Әнүзә Диярова, Ғәйфуллиндар ғаиләһе һәм башҡа күп
Күберәк булһын ине ошондай кешеләр. Кешене ауыл биҙәмәй бит ул, ауылды кешеләр биҙәй!
Мәрйәм ҠАМАШЕВА, Юлдаш ауылы