Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Июль 2022, 04:51

Йәш ғүмер өҙөлдө....

Һыу инергә барыу фажиғәле тамамланды

Йәш ғүмер өҙөлдө....Йәш ғүмер өҙөлдө....
Йәш ғүмер өҙөлдө....

Учалы-Рысай юлында ҡот осҡос фажиғә булды. 18 йәшлек егет, ВАЗ-2106 автомобиленә ике дуҫын, балиғ булмаған ҡыҙҙы ултыртып һыу инергә юлланған була. Нишләптер автомобиль юлдан осоп төшә, түңкәрелә.  Тикшереү бара.Төрлө дәрәжәлә имгәнгән пассажирҙар һәм водитель дауаханаға илтелә.

-Бер пассажир егет реанимацияла һәләк булды.  Ә водитель руль артында айыҡ булғанлығы мәғлүм.  Быйыл май айында ғына водитель таныҡлығы алған..... -тип тә белдерҙе ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.

 Ипләп кенә, яйыраҡ йөрөгөҙ, яҡташтар, бәлә тәгәрмәс аҫтында. Имгәнгәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләп ҡалабыҙ, ә вафат булған егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас