Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Июль 2022, 10:07

Яҙмышты ямап булмай

Сит ерҙә олтан булғансы, үҙ ереңдә кешесә йәшә

Яҙмышты ямап булмайЯҙмышты ямап булмай
Яҙмышты ямап булмай

«Нелегал -2022» тип аталған  оператив-профилактик операция үтте. Сит ил граждандарының илебеҙҙә булыуының  законға тура килеү-килмәүҙәре тикшерелә.  Фәҡәт был операция ОДКБ илдәренән (Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан) килгәндәргә ҡағылманы, шуға ла  закон боҙоп йәшәүсе ике генә кеше асыҡлана.

БР буйынса эске эштәр министрлығының Учалы  бүлегенең  миграция буйынса бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡарысы Гүзәл Тойғонова был осраҡтар тураһында бәйән итте.

Үзбәкстан гражданкаһына Рәсәйҙә тороу режимын боҙған өсөн административ штраф һалына.”Вид на жительство” йүнәтелгән булһа ла, сит ил граждандары йылына бер тапҡыр ҡайҙа йәшәүҙәре, килем сығанаҡтары тураһында белдерергә бурыслылар. Пенсия йәшендәге ҡатын был хаҡта онотҡандыр инде. Үҙе сығышы менән яҡташ була бит беҙгә, зат-зәүере Учалыла  йәшәй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса борон сит яҡтарға сығып китә лә, Советтар Союзы тарҡалғанда Үзбәкстан гражданлығы менән тороп ҡалған. Ундайҙарға  РФ гражданлығын алыу хәҙер ябайлаштырылды, хатта, икенсе гражданлыҡтан баш тартыу ҙа талап ителмәй. Әммә фәҡәт был осраҡта документтарҙағы буталсыҡлыҡ мәшәҡәт өҫтәй: төрлө урында исем-шәрифтәре төрлөсәрәк яҙылған. Был ҡытыршылыҡтарҙы  уңышлы үтеп сыҡһын тип теләп ҡалабыҙ.  Эйе, элекке документтарҙа башҡорт-татар исемдәре нисек тура килә, шулай руссаға тәржемә итеп яҙылған шул, бик күптәребеҙ өсөн был йөҙәткес проблема – суд аша раҫларға тура килә.

Ә икенсе осраҡта әҙәм балаһы яҙмышы күпкә аяныслыраҡ. Литва кешеһе Себерҙә эшләгән заманаларҙа Учалы ҡыҙы менән таныша, өйләнә. Айырылышалар.  Икенсе бер ҡатын менән өйҙәш булып ҡалабыҙҙа йәшәй, уныһы үлеп ҡалғас, асарбаҡ хәлендә ҡала – Литва паспортын да юғалтған, Рәсәйҙә “вид на жительство” документы ла ни заман раҫланмаған.... Һөрөп сығарыу тураһында суд  ҡарары ҡабул ителә. Ғәҙәттә был процедураға дусар ителеүселәр миграция хеҙмәте күҙәтеүе аҫтында үҙаллы илдәренә ҡайтһалар, был осраҡта дәүләт иҫәбенә, Сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәге аша сығарыласаҡ. Бәлки, тыуған ерендә, туған-тумасаһы менән бергә тормошо яйланып китер исмаһам.

Яҡташтар, күңелебеҙ киң, әммә сит ил граждандары менән һаҡ булыр кәрәк.  Заманалар ҡатмарлы бит, һәр ҡайһыһы теүәл иҫәптә торорға тейеш. Кемдәрҙере закон талаптарын боҙоп ҡунаҡлай икән,  8 (34791)  6-08-35, 2-09-93 телефоны аша полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас