Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
13 Июля 2022, 06:24

Айғыр менән уйнаған тайҙың.....

Биржаларҙа,  шул иҫәптән сит ил майҙансыҡтарында инвестор булып аҙапланған яҡташтарыбыҙ байтаҡ аҡсаларынан мәхрүм ҡалды: 50 мең, 95 мең, 238 мең, ә бер осраҡта, хатта, 2 миллион һум!

Айғыр менән уйнаған  тайҙың.....Айғыр менән уйнаған  тайҙың.....
Айғыр менән уйнаған тайҙың.....

Һаман да учалыларҙы интернет даирәһендәге  тишек кәмәләргә ултыртыу дауам итә. Был кәмәләр кәкре ҡайындан әтмәләнеп, төптәренә айыу майы ла һөртөлгәндер.  Әленән әле яҡташтарыбыҙ аҡсаһыҙ көйөнсә ҡаҡ боҙҙа ултырып ҡалалар.

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова сираттағы күңелһеҙ хәлдәр тураһында бәйән итте.

“Айғыр менән уйнаған тайҙың арҡаһы яралы булыр”, - тип иҫкәртә бит халыҡ мәҡәле!  Виртуаль “көтөүлектәрҙә” ниндәй ажар һәм  хәйләгә тәжрибәле “айғырҙар” йөрөүен һис тә иҫәпкә алмайынса,  байтаҡ яҡташтарыбыҙ   интернетта финанс спекуляциялар менән анһат аҡса эшләү тураһында хыяллана.  Биржаларҙа,  шул иҫәптән сит ил майҙансыҡтарында инвестор булып аҙапланған яҡташтарыбыҙ байтаҡ аҡсаларынан мәхрүм ҡалды: 50 мең, 95 мең, 238 мең, ә бер осраҡта, хатта, 2 миллион һум!

Ҡәҙимге алдау схемалары ла уңышлы эшләй. Учалы ҡалаһынан бер ҡатынға йәнәһе лә “Мәскәү кредит банкының” именлек хеҙмәтенән шылтыраталар. Яҡташыбыҙ ысынында ла был риба учреждениеһының клиенты булғас, ышана ла ҡуя: карта номерын, башҡа конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе билдәһеҙ енәйәтсегә шартлатып әйтеп һала. Теге ни, счеттағы 300 мең һумды һыпырып ала. Ярар, был осраҡта, исмаһам, булғанды урлайҙар, ә бына бурысҡа алдыртып урлаһалар - икеләтә аяныс.  Учалы ҡалаһынан икенсе ҡатынға йәнәһе лә “ВТБ” банкынан шылтыраталар. Кемдер һеҙҙең исемдән алдап 85 мең һум кредит алырға йыйына, тип ҡурҡыта. Һәм, был бәләнән ҡотолоу өсөн, ысынында ла 85 мең һум кредит алып, үҙе әйткән счетҡа күсерергә ҡуша.  Банк клиенты булғас, ышана ла ҡуя, хәҙер илай-илай бурыс түләргә тура киләсәк инде үҙенә. Ябай итеп әйткәндә, “Бүре! Бүре килә!”-тип көтөүсенең иғтибарын ситкә йүнәлтеп, бур  һимеҙ ҡуйҙы үҙе сәлдереп тая.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас