Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Июль 2022, 09:01

Беҙҙең көс берҙәмлектә, дошман хөсөтөнә һис тә бирелмәйәсәкбеҙ.

Колумнистика

Беҙҙең көс берҙәмлектә, дошман хөсөтөнә һис тә бирелмәйәсәкбеҙ.Беҙҙең көс берҙәмлектә, дошман хөсөтөнә һис тә бирелмәйәсәкбеҙ.
Беҙҙең көс берҙәмлектә, дошман хөсөтөнә һис тә бирелмәйәсәкбеҙ.

Польшаның элекке президенты Лех Валенса әллә ни ҡарт та түгел, һикһәнгә лә кермәгән, әммә мейеһе тамам шыйығайанғдыр инде. Рәсәйҙе тарҡатырға, федерацияны тәшкил иткән “60 халыҡ ихтилалы” күтәрергә өндәп сығыш яһаны. Тауыҡ төшөнә тары керә!  Беҙҙең көс берҙәмлектә, дошман хөсөтөнә һис тә бирелмәйәсәкбеҙ. Күреп торабыҙ бит, бер генә ил дә тарҡалғандан һуң яҡшыраҡ йәшәп китмәй, киреһенсә, барыһы ла ҡанға бата, хәйерселеккә төшә. Эх, шул уҡ Украинала ла заманында Советтар Союзының  сәскә атҡан республикаһы ине бит.... 1991 йыл ҡабынған граждандар һуғышы һаман дауам итә!

COVID-19 ҡасафаты ҡайҙан һәм нисек килеп сыҡҡан? Кемдең арбаһына ултыраң, шуның йырын йырлайһың: төп өлөштә американдар аҫраған Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) Ҡытайҙы ғәйепләп маташты, әммә етди дәлилдәре юҡ. Ә бына билдәле ғалим Джеффри Сакс етәкләгән мәртәбәле комиссия, ҡәһәрле вирус фәҡәт АҠШ биолабораторияларынан тарала башлау ихтималы бик юғары, тигән һығымта яһаны. Беҙҙекеләргә етә ҡалды, Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин, АҠШ  коронавирустан бәләгә ҡалған бар илдәргә зыянды ҡапларға тейеш, тип сығыш яһаны. Эйе, COVID-19 – бар кешелеккә ҡарата ауыр енәйәт, берәй заман уны булдырыусылар һәм таратыусылар халыҡ-ара суд алдына баҫтырылырҙар тигән өмөттә ҡалабыҙ.  Американдар юҡҡа ғына бар донъя буйынса биолабораториялар селтәрен йәйедермәгәндер инде

Кем асыҡтан-асыҡ әйтә, кемдер йәшереп маташа, әммә барыбыҙҙың да хәтер насарайҙы буғай. Бөйөк Британия ғалимдары күләмле тикшереү үткәрҙе, был төп өлөштә  ковид пандемияһына бәйле икән. Аң-зиһен кимәле лә төшкән, коронавирус менән ҡаты сирләгәндәрҙең мейеләре уртаса 10 йылға ҡартайған, тип тә раҫлайҙар. Ярар, 10 йылға ҡартайған тип түгел, 10 йылға  ололанып аҡылланған, тип ҡабул итәйек.  Шул уҡ ваҡытта ҡәһәрле вирусҡа ғына бөтә бәләне япһармайыҡ әле. Ғалимдарҙың фаразы буйынса, заман технологиялары киң таралыуы ла хәтергә кире йоғонто яһай: бер мәғлүмәтте лә башта тоторға тырышмайбыҙ бит хәҙер, кәрәк икән, смартфонды ҡабыҙып, йәһәт кенә интернеттан ҡарай һалабыҙ.  Доғалар, һис юғында шиғыр ятлау был ҡасафатҡа иң яҡшы профилактика булалыр.

Быйыл 15 ноябрь Ер йөҙөндә кешелек һаны 8 миллиардҡа етәсәк, тип белдерҙе Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы.  Үҫеш бик йылдам бара, 7 миллиард сиген ни бары 2011 йыл үткәйнек. Тик шуныһы ла бар – 2020 йылдан үрсем йылына 1 проценттан кәмегән, был 1950 йылдан алып тәүләп күҙәтелә. Күрәһең, пандемия эҙемтәһелер.Докладта фаразланыуынса, 21 быуат уртаһына тиклем  кешелектең ишәйеүен  төп өлөштә 8 ил тәьмин итәсәк:Конго, Египет, Эфиопия, Һиндостан, Нигерия, Пакистан, Филиппины һәм Танзания. Ҡыҙыҡ өсөн ҡара иҫәп менән үҙебеҙ самалап ҡараныҡ: һәр бер кешегә 200 сутый самаһы ҡоро ер тура килә икән әле.

Бер өлкәлә лә хаттин ашырға кәрәкмәҫтер. Хатта, закондарға ихтирам һәм илһөйәрлек тәңгәлендә. Юғиһә Һиндостанда 71 йәшлек Шивадасан Пиллаи атлы әҙәм, мин илемдең закондарына  илаһҡа кеүек табынам, тип конституцияларына бағышлап ғибәҙәтхана төҙөтә. Әллә инде, ҡиәмәт көнөндә үҙенә  ауырға тура килерҙер, “ширҡ” - иң ауыр ғонаһ.  Изге китабыбыҙҙа асыҡ әйтелгән бит: “ Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотоуҙы ярлыҡамай, әммә унан беләкәйерәк гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ярлыҡай” ( “Ән-Ниса “ сүрәһе, 48-се аят).

Канада армияһында яңы тәртип индерелде: махсус ҡарар менән хәрбиҙәргә тырнаҡ, сәс үҫтерергә, йөҙҙәренә татуировка яһатырға, енесенә тура килмәгән кейем кейергә рөхсәт ителә. Пирсинг та мөмкин, уныһы тәнгә беркетелгән биҙәүестәр була, хәтерегеҙҙәлер, колхоз үгеҙҙәренең морондарына дүңгәләк ҡуйыла ине.  Юбка кейгән, сәстәрен толомға үргән, оҙон тырнаҡлы һәм биттәрен татуировка баҫҡан Канада һалдаттары  атакаға күтәрелһә, дошмандары  төкөрөнә-төкөрөнә сирҡанып ҡасыр тип өмөт итәләрме икән әллә?

Аҡыллы кешеләр барыһы ла оҡшаш булһа, алйоттар һәр ҡайһыһы үҙенсә иҫәрләнә. Таиландта 23 йәшлек егет ҡулға алынды. Төндәрен, ҡатын-ҡыҙ эскейемен кейеп, “Банан IT”  элемтә саралары магазиндарын таларға әүәҫләнә ул.  Ҡат-ҡат төшә торғас, 200-ҙән ашыу ҡиммәтле смартфондарҙы ҡулына төшөрә, байтағын урамда йөрөгән асарбаҡтарға өләшә. Полицияға эләкккәс, үҙемде ҡыйыуыраҡ тотоу өсөн ҡатын-ҡыҙ эскейемен кейҙем (?) тип аңлата. Ә ниңә тик  “Банан IT”  магазиндарына төштөң тип ҡыҙыҡһынғастары, банан ашарға яратам, тип яуап бирә.  Беҙҙә генә түгел, бар донъяла “ҡыйығы киткәндәр” күбәйә башланы ахыры.

Англияла 29 йәшлек Индерджит Каур ханымды һигеҙ айға төрмәгә ултырттылар. Анһат кәсеп табыуы асыҡланды: инглиз телен йүнләп белмәгән кешеләр исеменән водитель имтихандарын тапшырып йөрөгән. Өс йылда кәмендә 150 кеше  булып һынауҙар тота,

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас