

Кешелек ыңғайына тәбиғәт тә күсәренән ысҡынды буғай. Бына, үткән дүшәмбе ҡалала ямғыр ҡойоп яуҙы, һыу асфальт өҫтөнән даръя булып аға ине, ә ни бары биш саҡрымдағы Иманғолда ҡоп-ҡоро, бәрәңге һабаҡтары селләгә бәжей башланылар.
Нисек кенә булмаһын, халыҡ әйтеменә ярашлы, Барыҫ йылында барыһы ла уңырына өмөт итәбеҙ. Хужалыҡтарыбыҙҙа мал аҙығы культураларында икенсе сабым да башҡарыу килеп сығыр, тип өмөт итәләр. Быныһы, әлбиттә, һауа торошонан тыш, кемдең ҡасан саба башлауына ла бәйле. Хәтерҙә, оло кешеләр, йәй урталарына тиклем бесән сабырға иртәрәк әле –үлән шыйыҡ, ҡатҡанын көтөр кәрәк, тип аҡыл өйрәтерҙәр ине...
-Мал аҙығы әҙерләү өсөн үләндәр сәскәгә бөрөләнгәндә иң ҡулай ваҡыт! – тип ҡырт киҫте район хакимиәте башлығының урынбаҫары-ауыл хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Заһиров.- Бына, “Байрамғол” агрофирмаһында “йәшел ураҡ”ҡа һабантуйҙы үткәреү менән төштөләр.
Нисә йыл ҡоро килә бит инде, быйыл, яуым-төшөм ярайһы булғанды файҙаланып, 1,5 йыллыҡ запас булдырырға ниәтләнәләр. 10 мең тонна бесән, 23500 тонна сенаж, 14500 тонна силос әҙерләү планлаштырылған, һәр шартлы мал иҫәбенә 25,7 центнер аҙыҡ берәмеге тура килергә тейеш. Иген фуражынанан тыш! Бына шулай, колхоз заманалары менән сағыштырһаң, мул туҡландырыла хәҙер һәүкәшкәйҙәр. Әлеге мәл мең ярым гектарҙа күп йыллыҡ, ике меңләп гектарҙа тәбиғи үлән сабылған. Мең ярым тонна самаһы бесән өйөлгән, алты меңдән ашыу тонна сенаж һалынған. Силосҡа ваҡыт етмәгән әле. Элеккесә көнбағыш сәселмәй хәҙер, был маҡсатта кукуруз үҫтерелә. “Баҫыу батшабикәһе” менән иң ҙур күләмдә “Байрамғол” булышһа, Ахундан Садиҡов крәҫтиән-фермер хужалығы ла ныҡлап шөғөлләнә башлаған.
-Энергия туйғырылышы (энергонасыщенность) буйынса кукурузға тиңдәр һирәк. Юҡҡамы ни, силос культуралары араһында Рәсәйҙә беренсе урын биләй. Әйткәндәй, кукуруз орлоғо көнбағыштыҡынан осһоҙораҡҡа ла төшә, - тип билдәләне әңгәмәсебеҙ.
Бесән-сенажға башлыса борсаҡ-һоло-арпа ҡатнашмалары, ҡандала үләне (донник), йылҡы борсағы (эспарцет), күстерә (костер), ебәләй (тимофеевка), судан үләне ҡулланыла, иғтибар үҙәгендә – люцерна. Ә бына заманында ныҡ пропагандаланған кәзә үләне (козлятник) юҡ кимәленә төшөп килә икән. Шулай инде, ҡайһы культураның тап беҙгә яҡшыраҡ тура килеүен тормош һәм ғәмәли эшмәкәрлек асыҡ билдәләй килә.
Иген дә быйыл яҡшы күтәрелгән, ти. Минераль ашлама күберәк индерелде: былтыр тәъҫир итеүсе матдә буйынса 1 гектар сәсеүлеккә 17 килограмм тура килһә, быйыл -18,6 килограмм. Минераль ашлама ҡулланыуға дәүләт субсидиялар түләй. Күҙ теймәһен типтер инде, әңгәмәсебеҙ гектар көсө күпмегә етер икәнлеген фараз итеп тә торманы. Эйе, бураҙналағы иҫәп түгел, буралағы – иҫәп. Һәр хәлдә лә мул уңыш өсөн көрәш дауам итә. Әйтәйек, хужалыҡтарҙа сәсеүлектәрҙе химик утау кампанияһы уңышлы бара. Әле 8 мең гектәрҙан ашыу баҫыу эшкәртелгән, пландың өстән ике өлөшө был. Химикаттар бал ҡорттары өсөн ҡурҡыныс икәнлекте лә иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Умартасылар үҙҙәренә ҡуйылған талаптарҙы теүәл үтәһен ине – умарталыҡ паспорттары булдырыу, бал ҡорттарын ташыу, күсереү хаҡында ветеринарҙарға белдертеү, умарталыҡ урыны тураһында урындағы власть органдарына хәбәр итеү һәм башҡа. Ҡайҙа, ниндәй химикат ҡулланылыу тураһында белеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә (WhatsApp) махсус төркөм булдырылған, унда инеү өсөн ауыл хужалығы бүлегенә мөрәжәғәт итеү талап ителә.
Ә күпме мал өсөн ҡышҡа аҙыҡ хәсәтәрләр кәрәк? Районда бөгөнгө көндә 21 959 баш һыйыр малы иҫәпләнә: шәхси йорт хужалыҡтарында – 16084, фермерҙарҙа – 2434 баш, ҡалғаны предприятиеларҙа, төп өлөштә “Байрамғол”да – 3441 баш. Һарыҡ-кәзә айырым кешеләр ҡарамағында -13500, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарҙа -1300 баш.
Йылҡылар буйынса ла шәхси йорт хужалыҡтары тәү урында – 3400 баш аҫрайҙар, крәҫтиәндәрҙә иһә 2000, ауыл хужалығы предприятиеларында (“Юлдаш” йәмғиәте) -836 баш.