Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Июль 2022, 10:10

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Таһир Мәхмүтов "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры" тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләнде

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булдыМаҡтаулы исемгә лайыҡ булды
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Таһир Мәхмүтов "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры" тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләнде.

Белешмә өсөн: Таһир Үзбәк улы Ишмәкәй ауылында тыуған. 9-сы класҡа тиклем Ураҙ лицейында белем ала, һуңынан Белорет педагогия колледжында физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. 3-сө курста уҡ еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә башлай.

Колледжды уңышлы тамамлағас, Ураҙ лицейында физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында Урал дәүләт физик культура универститеты филиалында уҡып, юғары белем ала.

2014 йылдан Таһир Мәхмңүтов Учалы ҡалаһында еңел атлетика буйынса тренер булып эшләй башлай. Был спорт төрөн ҡалабыҙҙа нәҡ ул тергеҙә лә инде. Тренерҙың тәрбиәләнеүселәре араһында бөгөн еңел атлетика буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, Рәсәй Беренселеге еңеүсеһе, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүселәр бар. 

Таһир Үҙбәк улын маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән тәбрикләйбеҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Фотолар Руслан Ғиләзетдиновтың сәхифәһенән алынды.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас