

Көндәр үтә эҫе тора, тимәк, янғын хәүефе бермә-бер арта тигән һүҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, Учалы районында дүртенсе класлы янғын хәүефе иғлан ителде.
Урман-ҡырҙарҙа усаҡ яғыу, тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла.
Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда урманда янғын абайлайһығыҙ икән, тиҙ арала Урман һағына шылтыратығыҙ (бушлай) - 8(800)100-94-00 йәки БР-ҙың Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте һандарын йыйығыҙ - 8(347)218-14-14. Шулай уҡ ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны - 112, Учалы районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте - 20-112.
Күңелле ял афәткә әйләнмәһен, йәшел ҡалҡаныбыҙҙы һаҡлайыҡ, яҡташтар!