

Украиналағы махсус операция барышында яҡташыбыҙ Алмарҙанов Шамил Шаймарҙан улы вафат булған...
Шамил Алмарҙан улы 1967 йылдың апрелендә Үзбәкстан Республикаһының Гулистанский ҡасабаһында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас, 1984 йылда Ленинград ҡалаһының 23-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. 1985-1987 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәт үтә, уҡсы була.
Быйыл июнь айында ул үҙ ирке менән Украиналағы махсус операцияла ҡатнашырға ҡарар итә. 2 июль көнө запастағы рядовой, 150-се мотоуҡсылар дивизияһы составындағы ирекле отрядта ҡатнашыусы Алмарҙанов Шамил Шаймарҙан улы һәләк була.
Кисә филармония алдында яугир менән хушлашыу сараһы уҙҙы. Шамил Шаймарҙан улын өйҙә ҡатыны һәм ҡыҙҙары көтөп ала алманы.
Яҡташыбыҙҙы белеүселәр уны тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай, яҡшы ир һәм атай, мәрхәмәтле, эшһөйәр һәм ярҙамсыл кеше ине тиҙәр.
Яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Йәне йәннәттә булһын.