

Һәр кешегә алмаш табыла тиһәләр ҙә, ҡайһы бер кеше баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, тормошта ул биләгән урын өңөрәйеп буш ҡалған төҫлө....
Бына, Фәрзәнә апай Ихсанованы Иманғолда ихтирам итмәгән кеше бөтөнләй булмағандыр. Килен булып төшә, Рифҡәт Ихсановҡа кейәүгә сығып, Зәлифә һәм Энже исемле ҡыҙҙарға ғүмер бүләк иттеләр.
Ул үҙе 1936 йыл Ҡарт Муйнаҡ ауылында тыуып үҫкән. Әллә ни уҡырға тура килмәһә лә, кем генә булып эшләмәй ул һуңынан: клуб мөдире лә, иҫәпсе лә, уҡытыусы ла, почта хеҙмәткәре. Колхозда 25 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Бик теүәл, яуаплы һәм выжданлы була. Бер һөйләгән хәбәре һаман хәтерҙә: “Бөтә хужалыҡҡа (Иманғол, Урал, Рәсүл, Ҡоҙаш ауылдары) бер айлыҡ эш хаҡын алып, өйгә алып ҡайтып ҡараһам, ул ваҡыттағы аҡса менән 1 миллион һум артыҡ сыҡты. Иҫем китте, иртә менән йүгереп барып кире тапшырҙым, тейешен генә тараттым. Яңылыш артыҡ аҡса биргән кассир илап-илап ҡыуанды, юғиһә өҫтөнә сығыр ине бит”.
Фәрзәнә апай егәрле булды, гөрләтеп донъя көтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Әммә йорт эштәренә һис тә йомолмай – ауылда бер сара ла унһыҙ үтмәй тиерлек – тыпырлатып бейей ҙә, моңло итеп йырлай ҙа, спектаклдәрҙә ролдәрҙе оҫта башҡара. Шул уҡ ваҡытта дингә йәне-тәне менән бирелгән абыстай булды бит әле. Бала саҡтан уҡ күңеленә Ислам нурын һеңдерә (әсәһе лә, өләсәһе лә бик уҡымышлы булғандар) һәм тирә-йүндәгеләргә йомарт өләшә. Йәнең үҙәгенә үтеп ингән яғымлы тауышы менән аят уҡығаны, салауат-мәнәжәттәр әйткәне, өгөт-нәсихәттәр уҡығаны һаман ҡолаҡта яңғыраған һымаҡ! Ауыл халҡы бик теләп уҡымышлы һәм алсаҡ абыстайҙы дини мәжлестәргә саҡырыр ине, ә Фәрзәнә апайыбыҙ, ниндәй генә хәлдә булмаһын, бер саҡ ошо сауаплы йөкләмәне үтәүҙән баш тартманы. Бөгөнгөләй хәтерҙә – өйөнә килеп инһәң, шундуҡ йылмайып өҫтәлгә сәй әҙерләргә тотона, баҫалҡы ғына итеп аҡыллы кәңәштәрен бирә... Үҙен баҫалҡы, тыйнаҡ ҡына тотор булһа ла, бик күп кешене яҙыҡлыҡтарҙан аралап ҡалды инде ул, ҡабатлап әйтәм, абруйы юғары ине.
Йәнең йәннәттә булһын, хөрмәтле ағинәйебеҙ, беҙ һине һағынып иҫтә тотабыҙ!
Тәнзилә Йыһаншина, Иманғол ауылы