Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
20 Июль 2022, 09:45

Еңмешләнә башлаһаң.....

Суд ҡарары менән 10 тәүлеккә ҡулға алынды. Бына шулай, әлегесә матур йәйге көндәрҙә ун тәүлек изоляторҙа ултырып сыҡҡас, бары 20 сәғәт мәжбүри эшләтеләсәк. Тәбиғи, алимент бурысын ҡаплау йөкләмәһә һаман да  өҫтөндә ҡаласаҡ.

Еңмешләнә башлаһаң.....Еңмешләнә башлаһаң.....
Еңмешләнә башлаһаң.....

Законды еңмешлек менән еңеп булмай инде ул! БР буйынса суд приставтары идаралығы хәбәр итеүенсә, бер яҡташыбыҙ ҡулға алынды. Суд ҡарар сығарған булһа ла, 2015 йыл тыуған балаһын аҫрауға алимент түләмәй икән, рәсми рәүештә эшкә урынлашмай. Һөҙөмтәлә 166 мең һум бурысы йыйыла. Шуға ла 5.35.1-се се статья буйынса  административ яза сығарылған була  -  20 сәғәт мәжбүри эштәр.

Тик ниңәлер алиментсы был йөкләмәне үтәмәй.  Шуға ла, “Административ язаны үтәүҙән баш тартыу” (20.25-се статья)  өсөн яңы протокол төҙөлә. Суд ҡарары менән 10 тәүлеккә ҡулға алынды. Бына шулай, әлегесә матур йәйге көндәрҙә ун тәүлек изоляторҙа ултырып сыҡҡас, бары 20 сәғәт мәжбүри эшләтеләсәк. Тәбиғи, алимент бурысын ҡаплау йөкләмәһә һаман да  өҫтөндә ҡаласаҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас