Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
20 Июль 2022, 09:57

Мәңгелек урман һағында.

"Урман хозур. Болан үтер, Ағаста ҡоштар һайрар. Ошо мәңгелек урманды Ҡурсалап йәшә, Айвар!"  Яҡташыбыҙ, урмансылар династияһын дауам итеүсе Айвр Тәлғәт ул Сафинды юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Мәңгелек  урман  һағында.Мәңгелек  урман  һағында.
Мәңгелек урман һағында.

Айвар  Тәлғәт  улы  1962 йылдың  21 июлендә  Учалы  районының,  Өргөн  ауылында,  билдәле  урмансы,  тәбиғәтте  һаҡлау  инспекторы  Сафин  Тәлғәт  Мостафа  улының   ишле  ғаиләһендә  кинйә  малай  булып  донъяға  тыуа.  Сафиндар   ғаиләһе   дүрт  ул, өс  ҡыҙ  бала  тәрбиәләп  үҫтерәләр.  Йорт  хужабикәһе,  Сәфәр  ауылы  һылыуы,  Хөснуллина  Нурҙиҙә  Ғәйфулла  ҡыҙы  Өргөн  лесничествоһында  телефонистка,  хат  ташыусы   булып  эшләй.  Изге  күңелле  ҡатын  үҙенең  һәр  бер   балаһына  күңел   йылыһын  йомарт  өләшеп,  уларҙа  кешелек  сифаттарын  тәрбиәләүгә  күп  көс  һала.

Улдары  Булат  менән  Тәлхә  урмансы  һөнәрен  һайлап,  ғаилә  династияһын  уңышлы  дауам  итәләр.  Бала  сағынан  атаһына,  ағаларына  эйәреп  урман  гиҙгән,  ер-һыу  атамаларын  яҡшылап  өйрәнгән,  ысын  күңелдән  тәбиғәткә  ғашиҡ  булған  Айвар, әлбиттә,   урмансы  һөнәрен  һайлай  һәм  яңлышмай.  1979  йылда   Учалы  урта  мәктәбен  тамамлағас,  Өфө  урмансылыҡ  техникумына   уҡырға  инә.  1980 – 1982 йылдарҙа  Әстрахан  өлкәһенең,  Капустин Яр  ҡалаһында  химик – разведчик  булып  хеҙмәт  итеп  ҡайта  һәм  уҡыуын  уңышлы  тамамлап,  Өргөн  лесничествоһында  урман  мастеры  булып  эш  башлай.

Егәрле,  йор  һүҙле,  кешеләр  менән  тиҙ  арала  уртаҡ  тел  таба белеүсе  егет,  коллективта  тиҙ  арала  үҙ  кеше  булып  китә, иптәштәре  араһында  ихтирам  яулай.  Уның  тырыш,  ышаныслы, һәр  ҡушылған  эште  еренә  еткереп  эшләүсе  кеше  икәнен  белеп, тағы ла  ҙурыраҡ,  яуаплыраҡ  вазифа  йөкмәтәләр.  Һынатмай  урмансы  егет,  фиҙәкәр  хеҙмәте  өсөн  күп  тапҡыр  район  етәкселеге,  БР – ҙың  урман  министлығы  тарафынан  маҡтау  грамоталары  менән  бүләкләнә.

Учалы  районы,  Иманғол  ауылы  һылыуы,  Ғилманова Лена  Салауат  ҡыҙына  өйләнеп,  бик  матур,  өлгөлө  донъя  көтәләр,  өс  ҡыҙ  тәрбиәләп  үҫтерәләр.  Айвар  Тәлғәт  улы  ситтән  тороп  Башҡорт дәүләт  аграр  университетының  урмансылыҡ  факультетын  уңышлы  тамамлап,  белемен  камиллаштырырға лә өлгөрә.  Оҙаҡ  йылдар  Өргөн  лесничествоһында  лесничий  булып  эшләй.

Егет  кешегә  етмеш  төрлө  һөнәр  ҙә  аҙ , тиҙәр. Тәжрибәле  балта  оҫтаһы  булараҡ,  буш  саҡтарында  Айвар,  ағас  тамырҙарынан  төрлө  һындар,  һауыт – һаба  эшләп,  матурлыҡ  тыуҙара.  Һабантуйҙарында,  төрлө  мәҙәни  сараларҙа  ихлас  ҡатнашып,  үҙе  эшләгән  әйберҙәрҙе   халыҡҡа  күрһәтеп,  үҙе лә кинәнес   таба,   кешеләрҙе  лә ҡыуандыра!

Ерҙә  гүзәллек  тыуҙырып,  үҙ  маҡсатына  ирешеп, ипле,  матур  холҡо  менән  райондаштары  араһында  ихтирам  яулап  йәшәүсе  синыфташым,  дуҫым  Айвар  Тәлғәт  улы  ошо  көндәрҙә  үҙенең  60  йәшлек  күркәм  юбилейын  билдәләй.  Йәшәүҙән  йәм  табып,  балаларыңдың  күңел  йылыһын  тойоп,  бәхетле,  бәрәкәтле,  мул  тормошта,  иҫәнлектә – һаулыҡта, оҙон – оҙаҡ  ғүмер  кисерергә  насип  итһен  һиңә,  мәңгелек  урман  һаҡсыһы!

Тәбиғәттең һаҡсыһы һин,
Дан, билдәле, урмансы.
Халыҡ ихтирамын яулап,
Мәңге шулай ҙурлансы!
Ағас тамырын эшкәртеп,
Эшләйһең һауыт, һындар.
Һәр бер эшкә ҡулың оҫта, -
Етмеш һөнәрле Айвар!
Һәр кешегә яҙмайҙыр ул
Бәхетле, сәмле булыу.
Лена менән үҫтерҙегеҙ, -
Өс ҡыҙ, өс уңған һылыу!
Ҡыҙҙар нәҡ һеҙгә оҡшаған:
Егәрле, сәмле, тырыш.
Йортоғоҙҙа артып торһон,-
Мөхәббәт, бәхет, ырыҫ!
Урман хозур. Болан үтер,
Ағаста ҡоштар һайрар.
Ошо мәңгелек урманды
Ҡурсалап йәшә, Айвар!
Тәбиғәттең матурлығы
Күңелде арбай, арбар.
...Ерҙә гүзәллек тыуҙырып, -
Бәхетле йәшә, Айвар!

  Рамай  Ҡаһир,  Өргән ауылы

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас