Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Июль 2022, 08:33

Ҡыҫтыбый ҙа булдырабыҙ!

Тимур һәм Рәмилә Әһлиуллиндарҙың ғаиләһе Өфөлә үткән кулинар таланттарҙың VII “Атай барыһын да булдыра ала” (“Папа может все”) конкурсында ҡатнашып, “Иң ижади ғаилә” номинацияһында еңеү яуланылар.

Ҡыҫтыбый ҙа булдырабыҙ!Ҡыҫтыбый ҙа булдырабыҙ!
Ҡыҫтыбый ҙа булдырабыҙ!

Ысын ир-аттың ҡулынан барыһы ла килә инде, ашнаҡсылыҡ өлкәһендә лә һынатмайһар.

Тимур һәм Рәмилә Әһлиуллиндарҙың ғаиләһе Өфөлә үткән кулинар таланттарҙың VII “Атай барыһын да булдыра ала” (“Папа может все”) конкурсында ҡатнашып, “Иң ижади ғаилә” номинацияһында еңеү яуланылар.  “Ғаиләгә презентация”, “Табын өҫтәлен сервировкалау”, “Атайҙар ҡыҫтыбый бешереү” кеүек ярыштарҙа  һыр бирмәгәндәр улар. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да шулай берҙәм һәм татыу булығыҙ, шунан да ҡәҙерлерәк фани донъяла бер ни юҡтыр!  ....Ә алда татлы ризыҡтар бар икән, донъя тағы ла йәмлерәк.

Тимур – балтта оҫтаһы (“Урал” балалар санаторийында), Рәмилә ханым – йорт хужабикәһе, Марсель һәм Эльвина исемле балалар үҫтерәләр. Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр.

Районыбыҙҙан “Мәрхәмәтлек ҡыл” (АНО “Дари Добро”)  автоном коммерцияға ҡоролмаған ойошма етәксеһе Регина  Абзаловаға ла, сараға булышлыҡ иткәне өсөн, “Әсә йөрәге” БР төбәк  йәмәғәт ойошмаһының рәхмәте белдерелде. Әһлиуллиндар ҙа Регина Данил ҡыҙына, район хакимиәтенә рәхмәтле.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас