Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
21 Июль 2022, 07:50

Пион сәскә атһын өсөн

Пиондар күләгәле, артыҡ дымлы урынды яратмай.

Пион сәскә атһын өсөнПион сәскә атһын өсөн
Пион сәскә атһын өсөн


Пиондар күләгәле, артыҡ дымлы урынды яратмай. Шуға уларҙы ҡыйыҡ башынан һыу төшөп торған стена буйҙарына ултыртмағыҙ. Был сәскәне бүлеп ултыртһағыҙ ҙа, ул 1 – 2 йылдан һуң ғына сәскә атасаҡ.
Иҫке тамырҙан улар оҙаҡ көс йыя. Ултыртҡандан һуң 4 – 5 йыл теймәгеҙ. Азотлы ашламалар менән йыш туҡландырып торһағыҙ ҙа сәскә атыуҙан туҡтаясаҡ. Әсе тупраҡты ла яратмай. Йыл ҡоро йәки ямғырлы килгәндә лә үҫемлек сирләй. Сысҡандар тамырын зарарлаһа ла, үҫә алмаясаҡ.

 

 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас