

15-17 июль Учалы районының Ғәҙелша ауылы янында IV "Ай, Уралым-Уралым" республика этно-фестивале үтте. Был милли рух байрамы 2017 йылдан уҙғарыла. Тик ике йыл эпидемия арҡаһында туҡтап торҙо.
Учалы филармонияһы артистары сағыу концерт күрһәтә . "Этноауыл" - халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола. Ете район ағинәйҙәре милли кейемдере менән һоҡландыра, райондың фольклор төркөмдәре "Фольклорҙың бер көнө" конкурсының финалын үткәрҙе; милли көрәш , ат сабышы, "Йырла, гитарам!" бәйгеһе – боронғо Баҡшай торағы биләмәләре гөрләп тора.
Был сараның асылы һәм йөҙөҡ ҡашы – уғатарҙар ярышы. Биш төрҙә үтте. Бик көслө конкуренцияға ҡарамаҫтан, учалылар лайыҡлы сығыш яһаны.
Ҡарас-сәсән призына ярышта Нилә Исламова – 2-се, Дина Вәлиева 3-сө урын яуланылар.
Ырыуҙар ярышында районды кәүҙәләндергән Тиләү-табындар командаһы 3-сө урынға сыҡты.
“Баҡшай мәргәне” ярышында Лиана Ихсанова чемпион булды, Дина Вәлиева 3-сө урында.
“Азиянан-Европаға” (Яйыҡ аша) атышында Илназ Үҙәнбаев 3-сө урында..
Ғаиләләр ярышында Руслан һәм Лиана Әхмәҙиевтар – чемпиондар. Улар хаҡында яҙған булды инде: хужа – карате буйынса тренер, хәләл ефете – йорт хужабикәһе. Яндан атыу менән алты йыл шөғөлләнәләр, ҡат-ҡат Башҡортостан, Рәсәй турнирҙарының еңеүселәре һәм призерҙары булдылар, халыҡ-ара ярыштарҙа ла ҡатнашалар.. Өс бала үҫтерәләр, барыһы ла уғатар.“Һыбай уғатарлыҡ өсөн йылҡы тотабыҙ, кәзә лә аҫрайбыҙ, ҡымыҙ яһайбыҙ”, - тип тә белдерҙе әңгәмәсебеҙ. Афариндан башҡа ни әйтәң инде, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
.Ә был дисциплинала “Бронза миҙал” яулаған Рәис һәм Лилиә Низаметдиновтар Өфөнән, тип күрһәтелһә лә, бары үҙебеҙҙекеләр инде! Рәис Жәүҙәт улына, фестивалдең директоры, авторы, ойоштороусыһы булараҡ юлланған рәхмәт һүҙҙәрен күп ишеттек. Беҙ ҙә ҡушылабыҙ – бик матур байрам барлыҡҡа килде, заман теле менән әйткәндә, Учалы районының сағыу бренды бит ул, мәңге гөрләп үтеп торһон! Ата-бабалар рухын шатландырған, ир-ҡатындарға - сәм-дәрт өләшкән, балаларға үрнәк биргән байрамды ойоштороусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәт!