

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров һуғыш ветерандары өсөн яңы Республика клиник госпитален төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлау буйынса күсмә кәңәшмә үткәргән.
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенең яңы бинаһын төҙөү планлаштырыла. Бынан алда, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Әбйәлил районында осрашыу барышында, уға ветерандар өсөн яңы заманса госпиталь төҙөүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт иткәйне.
Хәҙерге һуғыш ветерандары госпитале 1862 йылда һалынған бинала урынлашҡан, ул мәҙәни һәм рухи мираҫ ҡомартҡыһы һанала. Туҡһан проценттан ашыуы туҙған.
Һуғыш ветерандары госпиталенең яңы бинаһы – ҙур, мөһим социаль объект, уны төҙөү төплө уйланылған һәм аҡыллы ҡарарҙар талап итә, тип билдәләне Андрей Назаров.
- 2024 йылда Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу уңайынан бик күп объект төҙөү, реконструкциялау һәм төҙөкләндереү күҙаллана. Уларҙың барыһы ла республика халҡы өсөн бик мөһим. Донъялағы ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, уларҙы файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән ҡыҫҡартыуҙар юҡ. Республика Башлығы бойороғона ярашлы, объекттар исемлеге раҫланды, улар араһында Өфөлә Фән һәм мәҙәниәт һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы төҙөү ҙә бар. Шулай уҡ күп функциялы Спорт көрәше үҙәге, математика лицей-интернаты бинаһы, Кузнецов затоны биҫтәһендә дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән һуғыш ветерандары өсөн яңы Республика клиник госпитален төҙөү планлаштырыла, - тип хәбәр итте Премьер-министр.
Проект буйынса яңы госпиталдең дауалау корпустарында 550 койка урынлаштырыу планлаштырыла, ә поликлиника сменаһына 300 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Биналарҙың дөйөм майҙаны яҡынса 45 000 квадрат метр тәшкил итә.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru