

РФ Дәүләт Думаһында “Ислам банкингы” тураһында закон проекты ҡаралыуы мөмкин, тип хәбәр ителде. Нимә була ул? Әлеге банк эшмәкәрлектәре тулыһынса рибасылыҡҡа ҡорола – аҡса бирәләр ҙә, процент өҫтәп түләтәләр. Был мосолмандар өсөн ғонаһ. Ислам банкингында аҡса ниндәйҙер аныҡ билдәләнгән эшмәкәрлек өсөн генә бирелә лә, эш килеп сыға икән, банк үҙ килемен ала, юҡ икән – ҡоро ҡала. Банкка аҡса һалыусылар ҙа эшҡыуарлыҡта ошо рәүештә ҡатнашалар. Рәсәйҙә заманында мосолман банктары булдырып ҡаранылар, әммә тәү сиратта тап закон базаһы юҡлығы йәйелергә ирек бирмәне. Ә бит донъяла ислам банктары бөгөнгө көндә 2,2 триллион долларға бәрәбәр суммалар менән эш итә. Төптән ҡарағанда, кешелек әлеге мәл тарыған иҡтисади-финанс көрсөк – рибасылыҡ менән шөғөлләнеүҙең ҡотолғоһоҙ эҙемтәһе –ҡыуыҡты мәңге тултырып булмай, ҡасандыр шартлай. Яңы юлдар эҙләү зарур.
Заманында РФ Президенты В.В.Путин олигархтарға: “Капиталдарҙы илебеҙ эсендә урынлаштырығыҙ. Ары-бире хәл килеп сыҡһа, сит дәүләттәрҙә яҡлау таба алмаясаҡһығыҙ”, - тип иҫкәрткәне бөгөнгөләй хәтерҙә. Күрҙәсе булып сыҡты. Илебеҙҙең һутын һурып сит тарафтарға алып сығыусыларҙың барыһының да ауыҙҙарын ҡайырҙылар. Аптыраған үрҙәк арты менән һыуға сума тигәндәй, олигах Роман Абрамович санкцияларҙан килгән зыянды ҡаплауҙы теләнселәгәндә ошондай дәлил килтереп маташа –“...мин бит Португалия гражданы булып та торам, Европа Союзы гражданы булараҡ хоҡуҡтарым боҙола”. Әллә инде, берәйһе ишетер микән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғилми хәҡиҡәттәргә тоғролоҡ һаҡлай алманы, Көнбайыш илдәрен ялмаған толерантлыҡ шауҡымына биреште. Әлегә тиклем кешеләрҙә ике енес булыуы танылһа, хәҙер сиктәр киңәйтелә. Фән телендә матур ҙа яңғыраған һымаҡ:” ...гендер мәсьәләләренә бинар мөнәсбәт тән баш тартыу зарур. Гендер идентлығы континуумда кәүҙәләнә”. Кеше теленә күсерһәк, континуум – тотош, өҙөлгөһөҙ берлек тигәнде аңлата. Йәғни, мәҫәлән, “өстән бер өлөшкә ир”, “71 процентҡа ҡатын” тип ҡараясаҡтар. Тағын да ябайлаштырып әйткәндә – аҙғынлыҡтың сиге инде был! Изге китабыбыҙҙа асыҡтан-асыҡ яҙылған бит: “Беҙ һеҙҙе ишле итеп яралттыҡ” (“Ән-Нәбә сүрәһе). Әйткәндәй, Рәсәйҙең яңыртылған конституцияһында ниңә “ғаилә – ир һәм ҡатындың союзы” тип бәхәсһеҙ хәҡиҡәт аныҡлана тип аптыраған инек, хәҙер тамам аңлашылды! Рәсәй коммунистары партияһы, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ир менән ҡатындан башҡа тағын да ниндәйҙер енестәрҙе таный башлай икән, беҙгә ул ойошманан сығыр кәрәк, тип тәҡдим яһаны.
“Microsoft” корпорацияһын нигеҙләүсе Билл Гейтс ни тиклем байымаһын, бары аҡса ҡолона әйләнмәй ҡала алған. 122 миллиард доллар менән донъяла 4-се урында килә ине, был исемлектән ирекле рәүештә төшөр булған. Ошо арала хәйриә фондына 20 миллиард күсереү ниәте тураһында иғлан итте. Киләсәктә лә йыл һайын тос иғәнәләр бирергә вәғәҙә итте. “Пандемияларҙы иҫкәртеү, сирҙәрҙе дауалау,балалар үлемен кәметеү, аслыҡҡа ҡаршы көрәш, климат үҙгәрешенә яраҡлашыу, мәғариф өлкәһендә етди проблемаларҙы хәл итеүгә өлөш индерә алыуым менән ныҡ ғорурланам”, - тип белдерә. Бындай ҡылыҡтар менән, ысынлап та, ғорурланырлыҡ, афарин!
РФ Президенты В.В.Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы – транспорт менән идара итергә хоҡуҡтары булмаған (мәхрүм ителгән) граждандар ҡабаттан тотола икән, 250 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ, 1 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары ла ихтимал (беренсе тапҡыр бындай хилафлыҡ башҡарғандарға яза – 30 мең һум штраф йә 15 тәүлеккә ҡулға алыныу). Ә ундай водитель авария урынын ташлап ҡасҡан өсөн алдан хөкөм ителгән дә булһа, штраф 300 меңгә етә, 2 йылға иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Киҫкен тотоноуҙың сәбәбе етди: 2021 йыл “права”лары алынып та, руль артына ултырған граждандарға ҡарата судтарҙа 100 меңдән ашыу эш ҡаралған.
Чили дәүләтенең Арика ҡалаһында 4,8 метр оҙонлоҡта “сельд короле” тигән балыҡ тоталар. Ҙур балыҡтар океанда баштан ашҡан, бар ғиллә – был йәнлекте тотоу оҙаҡламай оло афәт-һәләкәт килеү ырымы тип иҫәпләнә икән. Хөрәфәттең ниндәйҙер мәғәнәлә рациональ нигеҙе булыуы ла ихтимал: “король” бик төптә көн күрә, ер тетрәр алдынан тектоник плиталар ҡуҙғала башлай икән, өҫкә күтәрелә, ти. Әйткәндәй, исеменә ҡарамаҫтан, беҙ ашаған селедкаға һис тә оҡшамаған. Йыланға оҡшаш, юҡҡа ғына биологтар тарафынан “ҡайыштәнлеләр” төркөмөнә индерелмәгән. Ғәйәт ҙур диңгеҙ йыландары тураһында легендалар сығыуға сәбәпсе, тигән фараздар ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, Көньяҡ Америка донъяның икенсе осонда тип үҙебеҙҙе тынысландырайыҡ.
Испания менән Португалияла әлегесә ҡоролоҡ һуңғы 1200 йыл теркәлмәгән, ти ғалимдар. 42 градусҡа ҡәҙәр ҡыҙҙыра. Зоопарктағы йәнлектәр ныҡ интеккәс, пандаларға боҙ рәүешендә ҡарбуҙ һуты, тюлендәргә – туңған балыҡ, арыҫландарға – туңған ит бирә башлағандар. Даими рәүештә һыуға ҡойондоралар. Ә кешеләр һәр кем үҙаллы ҡайғырта инде, Испанияла 6 көн эсендә 360 кеше эҫегә сыҙаша алмай вафат булғандар.