Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
23 Июль 2022, 07:55

Мәкле кекс

4 йомортҡа, 150 г шәкәр, 125 г аҡ май, 150 г он, 150 г мәк, бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ванилин, 70 мл һөт кәрәк.

Мәкле кексМәкле кекс
Мәкле кекс

4 йомортҡа, 150 г шәкәр, 125 г аҡ май, 150 г он, 150 г мәк, бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ванилин, 70 мл һөт кәрәк.
Мәктең өҫтөнә һөт ҡойоп, талғын утта 5 минут ҡайнатып алыр­ға ла, һауыттың өҫтөн ҡапҡас менән ябып, 20 – 30 минут ултыртып торорға. Һуңынан мәкте һөҙөргә. Һөт һарҡып бөткәс, массаны төйөп, тағы ла йомшартырға. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып, һа­рыһына шәкәр, май һалып, миксер менән болғатырға, ҡамыр ҡа­бартҡыс, он, мәк ҡушып, ҡамыр әҙерләргә. Йо­мортҡаның ағын ныҡ итеп күпертергә һәм әҙер ҡамырға өлөшләп һалыр­ға. Кекс 180 градуслы мейестә ярты сәғәттә бешә.

 



 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас