Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Июль 2022, 04:10

Үтмәгән дә кеүек күп йылдар

Әсәй әйтте бер көн: "Еләк бешкән -Ат күҙендәй булып, эреләр.Тиреп, һатһаҡ, әҙ-мәҙ аҡса булыр,Еләк яраталар мәрйәләр.

Үтмәгән дә кеүек күп йылдарҮтмәгән дә кеүек күп йылдар
Үтмәгән дә кеүек күп йылдар

Әсәй әйтте бер көн: "Еләк бешкән -
Ат күҙендәй булып, эреләр.
Тиреп, һатһаҡ, әҙ-мәҙ аҡса булыр,
Еләк яраталар мәрйәләр.
Әйҙә, улым.
Ике биҙрә алам,
Айран яҙып алам һыуһынға.
Кей фуражка, оҙон еңле күлдәк -
Серәкәй төшә торған быуынға..."
Тау итәге - ҡылған араһында
Түшәлеп тә ятҡан еләклек!
Алғыш әйтә әсәй: "Уй, алай ҙа
Тирелмәгән ергә эләктек!..
Ун биш саҡрым ара атлағандан
Аяҡ төшөп ҡалмаҫ, моғайын.
Таңдан сыҡһам, баҙар асылыуға
Барып етермен, тип уйлайым..."
Тал ҡалаға* илткән ҡырсын юлдан,
Йоҡоларын артҡа күсереп,
Нисә тапҡыр әсәй үтте икән,
Бер көйәнтә еләк күтәреп?
Иртәгәһен: "Тағы төш етте!" - тип,
Сәләм биргәс ҡояш һауанан,
Арып-талып, әммә көндәй балҡып,
Әсәй ҡайтып инде ҡаланан.
Бер биҙрәһе - төрлө кәрәк-яраҡ,
Икенсеһе тулы күстәнәс:
Ҡағыҙ уралмаған йомро кәнфит,
Бөтнөк ҡушҡан прәник, аҡ ҡалас.
Ашъяулыҡта - баҙар күстәнәсе,
Урындыҡта йырлай самауыр.
Күктә ҡояш, янда - атай-әсәй,
Донъялар ҙа түгел болғауыр.
... Урындыҡ юҡ хәҙер.
Самауырҙар
Йырлау түгел, хатта шыжламай.
Күп кешеләр утыҙ саҡрым түгел,
Өс саҡрымлыҡ юлға сыҙамай.
Һин дә юҡһың, әсәй.
Мин ауылда.
Үтмәгән дә кеүек күп йылдар:
Нисә ҡараһаң да, шул уҡ тауҙар,
Шау-шыу итә шул уҡ ҡайындар;
Иҫмәгән дә кеүек хәтһеҙ елдәр,
Аҡмаған да кеүек күп һыуҙар;
Элеккесә һаман ашҡыныуҙар,
Ауылым, тип, ил, тип ярһыуҙар.
Тауҙар итәгендә еләк бешкән -
Ат күҙендәй булып, эреләр.
Бына-бына еләк әпкилә тип,
Көтә төҫлө һине мәрйәләр.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ.
Тал ҡала* - Верхнеурал.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас