

Тәжрибә етеңкерәмәгән водителдәргә айырыуса һаҡ булыр кәрәк шул.
Учалы район судында теүәл бер йыл – былтыр август айында фажиғә менән тамамланған юл-транспорт һәләкәте ҡаралды. Эш былай була: 2003 йыл тыуған егет иптәше менән икәүләп, иптәшенең атаһының «ВАЗ 21103» автомобилендә Учалы ҡалаһына ҡарай хәрәкәт итәләр. Шул саҡ алда, үҙҙәренә ҡарай ҡаршы хәрәкәт һыҙатынан килгән «ВАЗ 2106» автомобилен абайлай. Бәрелмәҫ өсөн үҙе лә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, әммә мәгәр «ВАЗ 2106» юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән тәғәйенләнгән уң яҡҡа сығып өлгөрә, «ВАЗ 21103» водителе автомобилен кире сығарып өлгөрмәй. Һуғылалар. «ВАЗ 2106» пассажирҙары сәләмәтлектәренә ауыр зыян килтерелә.
Егет РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының (“Юл хәрәкәте һәм транспорт саралары менән идара итеү ҡағиҙәләрен боҙоу”) 1-се өлөшө буйынса ғәйепле итеп танылды, 6 айға ирке сикләнде, 2 йыл транспорт менән идара итеү тыйылды.
Әгәр ҙә эскәнлеге асыҡланһа, авария урынын ташлап китһә йә водитель таныҡлығы булмайынса авария башҡарһа, шул уҡ статьяның 2-се өлөшө буйынса яуап тоторға тура килер ине, ундай осраҡта 3-7 йылға төрмәгә ултыртыуҙары ла ихтимал.