

25 июль төндә Ахун ауылының Пугачев урамындағы йортта янғын сығыу тураһында хәбәр алына. Ут артабан таралыуға юл ҡуйылмай, һүндерелә, әммә өйҙә 81 йәшлек апайҙың кәүҙәһе табыла. Тәнендә бысаҡ яралары булған, тип тә һүҙ сыға, тимәк, фажиғәнең сәбәбе янғын түгеллеге лә мөмкин. Әлеге көндә тикшереү бара, бөтә хәл-шарттар асыҡлана.
Учалы районында йыл башынан 169 янғын теркәлде, үткән йыл ошо дәүерҙә -180 осраҡ булған. Дөйөс статистика саҡ ҡына яҡшыраҡ күренһә лә, быйыл ут бәләләрендә 4 кеше вафат булды, дүртәү имгәнде йә беште. Былтыр был күрһәткес 2 һәм 1 кеше булғайны, йәғни, янғын эҙемтәләре быйыл ауырыраҡ.
102 осраҡта ут менән һаҡһыҙ тотоноу бәлә ҡуптара, 15 тапҡыр мейестәрҙең төҙөкһөҙлөгө йә ҡағиҙә боҙоп эксплуатациялау янғындарға килтерҙе, 13 осраҡта – электр ҡоролмаларының төҙөкһөҙлөгө йә ҡағиҙә боҙоп эксплуатациялау сәбәпсе була, ә 5 осраҡта (быныһы айырыуса аяныс) – яуыз ниәттә ут төртәләр.
Янғын сығыу урындары: айырым йорттар -22, мунсалар -15, фатирҙар – 7, йорт ҡаралтылары -6 осраҡ, шулай уҡ 70 осраҡта сүп-сарға ут тоҡаныу теркәлә, 31 тапҡыр ҡау үлән яна.
Үрҙәге һан-факттарҙан үҙегеҙгә һығымта яһап, ут менән һаҡ булығыҙ, яҡташтар.