Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
27 Июля 2022, 04:02

Изге тауға сәйәхәт

"Ирәмәл беҙҙе ҡабул итте, рәхмәттәр әйтә-әйтә, хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын өсөн теләктәребеҙҙе ҡабатланыҡ. Улар тормошҡа ашырына ышанам. Дуҫтар, һис шикһеҙ, бында килергә кәрәк!”

Изге тауға сәйәхәтИзге тауға сәйәхәт
Изге тауға сәйәхәт

Уҡыу йылы башында уҡ уҡыусыларыма  “Башҡортостаныбыҙҙың Мәккәһе” тип йөрөтөлгән Ирәмәл тауын күрһәтергә теләк белдергәс тә, улар дәррәү риза булған ине.
Ниһайәт, йәйге каникулдар башланып, көндәр йылынғас, 16 июль сәйәхәткә сыҡтыҡ. Беҙҙең менән бергә ата-әсәләребеҙ, һеңле-ҡустылары ла (иң бәләкәсебеҙ Сафияға әле 4 кенә йәш)  ҡуҙғалды. Барыһы утыҙ дүрт  кеше булып киттек. Иртә таңдан ҡуҙғалып, автобус менән Силәбенең Төлөк ауылына төштәргә килеп еттек. Ашап-эсеп алыуға, “уазиктар”ҙа ағайҙар килеп етте, уларға ултырып, ете саҡрым соҡорло-саҡырлы юлдар менән тауға яҡынлаша бирҙек. Бына йәйәү атларға ла ваҡыт етте. Сихри әкиәт урманына керҙекме ни?! Ҡуйы урман, һәр ағасты мүктәр ҡаплап алған, хуш еҫле сәскә-үҫемлектәр, аҙым һайын сылтырап ағып ятҡан шишмәләр – былар барыһы ла һушыбыҙҙы алды. Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур, күркәм икәнлегенә тағы бер һоҡландыҡ.
Беҙ - әҙерлекһеҙ туристарға Ирәмәлебеҙҙең итәгенә йәйәү барып етеү еңел бирелмәне. Ә мөһабәт тауыбыҙҙы күргәс, уҡыусыларымдың күҙҙәре янып китте, сәм артты. Башҡортостаныбыҙҙың иң бейек нөктәләренең бере булған Ирәмәлгә үрләү башланды. Ул тылсымлы тауҙың тарихын, легендаларын, халыҡ ышаныуҙарын алдан уҡ һөйләнелгәнгә күрә, һәр баланың күңелендә төрлө уйҙар бураны уйнағандыр. Бына Набиуллина Самираның яҙғаны: “ ...тауға менеп-төшөүе ҡыйын, түбәһенә артыла бараһың, 300-500 метр ҡалғас, ҙур-ҙур таштар буйлап барғанда көс артҡанын һиҙәһең. Шулай менеп еткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Тау башында бик оҡшаны. Бында болоттар бик яҡын. Мин бында тағы килермен, Ирәмәл менән дуҫлашырмын, уны тыңларға, һөйләшергә лә өйрәнермен...” Ә Зиннәтуллина Эвелина үҙ кисерештәрен былайыраҡ тасуирлаған: “... Ирәмәлгә менгәндә бигерәк уяу булыр кәрәк, сөнки бында таштар “тере” икән, дәүҙәй таш өҫтөндә тағы ҙурыраҡ таштар ята, барыһы ла йәшел төҫтөң төрлө сағылыштары менән биҙәлгән мүктәр менән ҡапланған. Бына беҙҙең ныҡышмалыҡтың һөҙөмтәһе булып, Көньяҡ Урал тауҙарының бейеклеге буйынса икенсе урында торған Ирәмәл тауының түбәһенә барып еттек. Бында болоттарға ҡул менән ҡағылырлыҡ яҡын. Үҙемде осоп барған ҡош итеп хис иттем. Көн шул тиклем алсаҡ, әллә нисә километрҙарға һуҙылған Башҡортостаныбыҙҙың иҫ китмәле матурлыҡтарын күреп шаҡ ҡаттым. Ирәмәл беҙҙе ҡабул итте, рәхмәттәр әйтә-әйтә, хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын өсөн теләктәребеҙҙе ҡабатланыҡ. Улар тормошҡа ашырына ышанам. Дуҫтар, һис шикһеҙ, бында килергә кәрәк!”
Сәйәхәтебеҙ бик файҙалы ла, күңелле лә үтте. Коллегам, 27 тапҡыр ошо тауға табынған Римма Ғәли ҡыҙына, арыу-талыуҙы белмәгән-беҙ ҡайҙа улар ҙа шунда булған Әхмәтовтар, Аккужиндар, Хисматуллиндар, Мингажевтар, ғаиләләренә ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Гөлнара Ғүмәрова, С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейының туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас