Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
27 Июль 2022, 03:41

Криминаль шоппинг

Сигарет, хәмер, аҙыҡ-түлек, дарыу, башҡа тауар ала торғас, 16 944 һум 78 тингә “шоппинг” башҡара.

Криминаль шоппингКриминаль шоппинг
Криминаль шоппинг

 

Күптәребеҙ, урамда юғалған әйбер йә аҡса тапһа, табышҡа ҡыуана-ҡыуана үҙенә ала торған. Закон буйынса, үҙләштерергә түгел, эйәһен эҙләргә йә полицияға, урындағы власть органдарын белдертергә тейеш, юғиһә урлыҡта ғәйепләнәсәк.

Түбәндәге осраҡта, белмәнем, тип аҡланып маташыу ҙа мөмкин түгел. Ҡыҫҡаһы, бер урта йәштәрҙәге яҡташыбыҙ (1968 йылғы) юл ситендә банк картаһы табып ала.   Пин-код индермәйенсә лә ваҡ һатып алыуҙарҙы башҡарыу мөмкинлеге иҫенә килә. Шуға ла магазиндан магазинға йөрөргә керешә. Учалы район суды хәбәр итеүенсә (http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=247),  сигарет, хәмер, аҙыҡ-түлек, дарыу, башҡа тауар ала торғас, 16 944 һум 78 тингә “шоппинг” башҡара. Әлбиттә, тотолдо, 2 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Картаны эйәһенә тапшырһасы икән, ул моғайын да,  күпмелер һөйөнсө бирергә йәлләмәҫ ине.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас