Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Июль 2022, 10:46

Наҙгөлгә тиңдәр табылманы

5-се мәктәпте тамамлаған Наҙгөл Ҡәлимованың БДИ һөҙөмтәләре:  тарих – 100, рус теле – 94, инглиз теле -91, йәмәғәт тураһында фән -88 балл. Бындай ҡаҙаныштар менән Учалыла ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә һирәк кеше ғорурлана ала!

Наҙгөлгә тиңдәр табылманыНаҙгөлгә тиңдәр табылманы
Наҙгөлгә тиңдәр табылманы

 Быйылғы БДИ (берҙәм дәүләт имтихандары) ,   дәүләт йомғаҡлау аттесттацияһы һөҙөмтәләрен барларға ваҡыт етте.

   -Һәммәһе 3 пункт ойошторолдо.  420 педагог йәлеп ителә. Бөтә һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәп, имтихандар талап ителгәнсә үтте – күҙәтеүселәр тарафынан дәғүәләр булманы, -тип билдәләне мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова.

   Быйыл 11-се класты тамамлаған 291 ҡыҙ-егет, алдағы йылдарҙа уҡыған 39 кеше БДИ һынауын тотто. Иң популяр предметтар – профилдәге математика, физика, йәмәғәт тураһында фән, биология, информатика.

71 уҡыусы 80 һәм унан күберәк балл туплай алды. Төп өлөштә рус теле (32 кеше),  инглиз теле (8),  йәмәғәт тураһында фән, информатика (етешәр),  математика, физика, тарих (дүртешәр),химия (3), биология (2) буйынса. Шул иҫәптән иң яҡшы һөҙөмтәләргә түбәндәге учреждение  тамамлаусылар иреште: 5-се мәктәп (23 уҡыусы ), 1-се Башҡорт лицейы (19), 10-сы мәктәп (13), 3-сө мәктәп (12), Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы (2), Ураҙ лицейы (1), Ҡунаҡбай мәктәбе (1).

    Былтырғы менән сағыштырғанда  химия , әҙәбиәт, физика, йәмәғәт тураһында фән, инглиз теле буйынса уртаса күрһәткестәр яҡшыраҡ, ә бына география, информатика, рус теле,математика, тарих, биология буйынса бер аҙ сигенеү күҙәтелә. Ә дүрт йәш кеше мотлаҡ предметтарҙа (рус теле, математика)  “минималь тупһа”ны үтә алманы, әлегә аттестатһыҙ ҡалдылар, сентябрь айында ҡайтанан имтихан бирергә мөмкинлек бар, яҡшылап әҙерләнегеҙ!

Шулай уҡ 9-сы синыфты тамамлаған 825 бала дәүләт йомғаҡлау аттесттацияһын үтте. Математика һәм рус теле – мотлаҡ предметтар, тағы икешәр имтиханды уҡыусылар үҙҙәре һайланы. Рус теле буйынса өлгәшеүсәнлек -97, 2 процент (былтыр 92,9), математиканан 95,3 процент. Абҙаҡ, Илсе, Комсомольск, Мәҫкәү, Мулдаҡай, Наурыҙ, Поляковка, Рысай, Уральск мәктәптәре 100 процентлыҡ өлгәшеүсәнлекте тәьмин итте. “Белем сифаты” (яҡшы билдәләр нисбәте) район буйынса 34,7 процент тәшкил иткән. Ҡала буйынса иң юғары күрһәткес -3-сө мәктәп (60,7 процент), ауылдар араһында – Илсе мәктәбе (54,5).
Һайлау буйынса тапшырылған предметтар араһында иң популяр фәндәр: информатика (403 бала  өҫтөнлөк бирә), йәмәғәт тураһында фән (303), география (222), туған тел (152).

 Дәүләт йомғаҡлау аттесттацияһын үтә алмаған 40 бала сентябрь айында ҡайтанан имтихан бирәсәк.

...Етди кампанияла иҫ киткес еңеүгә өлгәшкән  аҡыллыбикә һәм һылыуҡай тураһында айырым телгә алайыҡ.  5-се мәктәпте тамамлаған Наҙгөл Ҡәлимованың БДИ һөҙөмтәләре:  тарих – 100, рус теле – 94, инглиз теле -91, йәмәғәт тураһында фән -88 балл. Бындай ҡаҙаныштар менән Учалыла ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә һирәк кеше ғорурлана ала!

-Рус теленән дә  баһа юғарыраҡ булыр ине, грамматика тәңгәлендә хаталарым юҡ, көтөлмәгән темаға инша ( сәскәләр тураһында)  мәрйәҙәремде бер аҙ кәметкән, - тип баҫалҡы ғына йылмая уңған ҡыҙ.- Ә тарих менән 5-се кластан шөғөлләнәм, уҡытыусым Резеда Әҙелғужина ҡыҙыҡһыныу уята алды. Нимәнелер кинәттән генә белеп китеп булмай инде ул,  һәр фән башты баҫып оҙайлы эшләүеңде, көс һәм ваҡыт талап итә.

  Шулай, әлбиттә. 100 балл хаҡын һүрәтләү  өсөн  миҫалға имтихандағы бер һорауҙы ғына килтерәйек: XV быуатта Францияның тышҡы сәйәсәте ил эсендәге хәлдәргә ниндәй йоғонто яһаған? Университет бөткән тарихсыға ла, яуап бирер алдынан баш  тырнарға тура киләсәк.  Һәр дәүерҙең сәйәсәт һәм иҡтисадын, тарихи ваҡиғаларын белеүҙән тыш,  осорҙоң сәнғәт-мәҙәниәте менән яҡшы таныш булыу зарур икән.

  Санкт-Петербург йә Ҡазанға уҡырға барырға йыйына. Өфөлә лә рәхәтләнеп уҡыр инем, беҙҙә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты юҡ, ти. Эйе, Аллаһ бойорһа, дипломатия өлкәһе һәләк тә килешеп китер: тарихты, сит телдәрҙе һыу кеүек эсеүҙән тыш, халыҡ алдында үҙен иркен, матур итеп  тота белә  бит ул, юҡҡа ғына Мәктәпте тамамлаусылар балын алып барыусы булманы. Быныһы инде – йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыу, “Пионер” телестудияһында шөғөлләнеү емеше.

   Наҙгөлдөң атаһы Радим Радий улы – автокомплекста управляющий, әсәһе Юлиза Вил ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы, апаһы Айгизә (ул дә мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған) юрист һөнәрен үҙләштерә, ә ҡустыһы Рамаҙан мәктәптә уҡый әле, әйткәндәй, карате буйынса күк билмау алырға өлгөргән спортсы. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Наҙғөл – күп мәҡәләләре “Яйыҡ” гәзитендә донъя күргән әҙибә һәм педагог Рәмзилә Ҡәлимованың ейәнсәре, тип тә өҫтәйбеҙ, алма ағасынан йыраҡ тәгәрәмәй инде ул!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас