Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Июль 2022, 09:44

Өмөт ҡанаттары ҡайырылмаһын ине

Ул һөйләшеү иҫемә төшкән һайын күңелемде төрлө уйҙар солғай, бәлки, бәхет байлыҡта ла түгелдер?

Өмөт ҡанаттары ҡайырылмаһын инеӨмөт ҡанаттары ҡайырылмаһын ине
Өмөт ҡанаттары ҡайырылмаһын ине

Тәбиғәттә ҡыш айҙарының да үҙ йәме, үҙ һағышы. Ергә яйлап ҡар яуа. Яландарҙы, юлдарҙы күптән инде ҡар күмгән. Төндә ҡараһаң, зәңгәр күк йөҙөндә  йондоҙҙар атыла, йә түҙеп торғоһоҙ һалҡын, буранлы көн.

Дауаханала ла неврология бүлегенә ҡыҙымды каталкаға һалып палатаға индем. Төрлө диагнозар меән биш ҡатын-ҡыҙ дауалана. Урынлашҡас, мине, ҡыҙымды баштан-аяө тикшереп күҙ йүгертеп алдылар. Бик аптыраманым, дауахана буйлап йөрөү тормошҡа өйрәтә икән ул. Күңелем тулып, боҙланып ҡатҡан тәҙрәгә ҡарап уйға баттым. Быяла аша ҡышҡы көн күренмәй, эс бошорғос ҡараңғылыҡ. Тик туңған тәҙрәләргә ҡар бөртөктәренән төшөрөлгән сихри биҙәктәр генә үҙенә тартып күңелде йыуата.

Уйымды бүлеп, яныма олораҡ ҡатын килеп баҫты.

-Әйҙә, танышайыҡ, мин Фәниә булам. Ирем урыҫ ине, яратып ҡына Фаниюшка тип өндәште, - тип йылмайып һүҙ башланы.

-Ярай, улайһа мин дә яртатып ҡына “апаюшка” тип әйтермен.

Шулай итеп апаюшкам менән танышып алдыҡ. Дауаханала йөрөй торғас, ни генә хәлдәрҙе күрмәйһең, кемдәр менән генә танышмайһың. Йәш кенә ҡыҙҙар эскән килеш руль артына ултырып мәңгегә зәғиф булып ҡалғандар. Әсәйҙәре генә ғәзиз балаларын ташламай, көндәр-төндәр буйы яндарынан китмәй, һауығып аяҡҡа баҫыуҙарына өмөтләнәләр. Кемдер балаһын ерләп ауыр инсульт үткәргән. Йәнәш ултырған оло ҡатынға балалары, ауылда йәшәйһең тип, 200 баш ҡаҙ бәпкәһе алып биргән. Уларҙы бер үҙе үҫтереп, һуңынан яңғыҙы ҡаҙ өмәһе үткәреп, ҡулдары тотмай хәҙер, көнө-төнө һыҙлана. Ун ҡатлы дауахана ошондай ауырыу кешеләр менән тулған, һәр кемдең үҙ яҙмышы.

Һаулығың бар,  балалар иҫән-һау саҡта бер хәсрәтһеҙ йәшәйһең. Эшкә бараң, эштән ҡайтаң, ял көндәрендә  рәхәтләнеп ял итәң. Тормош гел шулай гөрлөп торор һымаҡ. Ә бында килеп эләкһәң, бөтөнләй икенсе тормош. Башҡа бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, тип  Аллаһты ла йышыраҡ иҫкә алаһың.

....Иртәгеһе ял көнө ине, ҡайһы ҡатындарға ялға өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр. Апайым был тапҡырҙа фатирына ҡайтып торманы. Мин дә, ярай, һөйләшеп ултырырға үҙебеҙҙең милләт кешеһе, тип ҡыуанып уйланым. Ә ул бик асыҡ булып сыҡты. Ҡайһы райондан, ҡайҙа уҡыуым һәм эшләүем тураһында ҡыҙыҡһынды. Әңгәмәләшеп ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй.  Үҙе тураһында ла һөйләне.

-Мин башҡорт ауылынан, башҡорт ҡыҙы. Күп балалы колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атай-әсәйем татыу йәшәне. Атайым һуғыштан инвалид булып ҡайтһа ла, тормош ауырлыҡтарына бирешмәне. Бәләкәй генә өй, өй тулы бала, иң олоһо мн. Көнө буйы эш, өй таҙартыу, малҡарау, ауыл осондағы шишмәнән көйәнтәләп һыу ташыу. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тормош ауыр булһа ла, халыҡ дуҫ, ҡунаҡсыл булды. Беҙҙең бәләкәс кенә өйҙән кеше өҙөлмәне. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырыр өсөн атайым колхозда иртәнән кискә тиклем ялһыҙ эшләне. Урманда ағасын да ҡырҡты, йәйен бесән дә әҙерләне. Еләк йыйып һаттыҡ, төрлө файҙалы үләндәр йыйып аптекаға тапшырҙыҡ. Шул аҡсаға мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыр инек. Ауыл ерендә иртән әтәс ҡысҡырып йоҡонан уятыр  ине. Каникул башланыу менән йылға буйында бәпкә көтәбеҙ, үҙебеҙ ҙә һыу инеп рәхәтләнәбеҙ. Тауҙар, яландар буйлап ялан аяҡ йүгереп, урмандың хуш еҫле һауаһын һулап, ҡымыҙлыҡ, йыуа,  ҡуҙғалаҡ  йыйған ваҡыттар  бала сағымдың иң матур  мәле булып хәтерҙә ҡалған. Һаман иҫемдә: тауҙағы ҡояшҡа ҡыҙған  таштарына ялан  аяҡ баҫһаң, түҙеп торғоһоҙ эҫелек ине. Тәбиғәт ҡосағында йәйрәп ятҡан тыуған ауылымдың юл-һуҡмаҡтарын  күп тапаным! Кискә табан ауыл осонан поезд үтер ине. Әсәйем:” Поезд үткәс бәпкәләрҙе өйгә ҡыуып алып ҡайтырһың”, - тип әйтеп ҡуйғайны. Мин, ағастың ҙур ботағына үрмәләп менеп, поездың килгәнен түҙемһеҙләнеп күҙәтәм. Үҙем хыялланам:” Их, ҡасан ғына мин дә мәктәпте тамамлап, поезға ултырып, ҙур ҡалаға уҡырға барһам ине! Шунан, күп аҡса эшләп, бәхетле йәшәһәм ине”. Үҫмер саҡта бәхет аҡсала, байлыҡта тип уйлана бит инде. Бала саҡ йылдары  нисек кенә ауыр булмаһын, ғүмерҙең иң бәхетле мәле икәнлеге башҡа ла килмәгән.

Зирәк, үткер булдым, яҡшы уҡыным. Беҙҙе уҡытып кеше итеүгә әсәйем бар көсөн һалды. Бер кеше лә кешенән кәм түгел тип,  беҙҙе кәмһетеүгә юл ҡуйманы. Тәрбиә булғас, тәртипле булып үҫтек. Туғыҙынсы класта уҡығанда  бер парта артында ултырған күрше егет Хәлил менән  дуҫлаша башланыҡ.  Бергә дәрес  әҙерләнек, киноларға йөрөнөк. Хәлилдең атаһы һуғыштан ҡайтҡас оҙаҡ йәшәмәне, ә әсәһе бар көсөн һалып яңғыҙ балаһын үҫтерҙе, ҡалғандарҙан кәм-хур итмәне. Аттестаттар алғас, икәүләт нефть институтына уҡырға индек.  Әсәһе Хәлилгә ауыл хужалығы институтына барырға кәңәш итһә лә,  минең менән бергә нефть институтына  документын тапшырҙы. Студент йылдарында ла гел бергә йөрөнөк, дуҫ булдыҡ, был дәүерҙең күңелле үтеүе һиҙелмәй ҙә ҡалған. Тырышып уҡыныҡ, дипломда яҡшы билдәләр булғандарҙы  Себер яҡтарына, аҡсалы эшкә ебәрәбеҙ тип вәғәҙә биргәндәр ине бит. Ҡулыбыҙға диплом тотоп ауылға ҡайттыҡ, улының алыҫ тарафтарға барырға йыйынғанын белгәс, әсәһенең йәрәге ярылыр сиккә етте:

-Нисек инде ул, элек халыҡты Себергә көсләп һөрөп ебәргәндәр! Юҡ, ризалығымды бирмәйем!

Мине лә осратҡанда әрләргә тотондо: “ Был һинең генә эшең, һин аҡса тип хыялый булаһың! Баламды ҡотортма, һин бит уның ҡатыны түгел. Барһаң үҙең генә бар Себер яғына, ҙур аҡса эшлә, нәчәлник бул, минең балам ябай кеше булһа ла яраған!” Мин дә аптырап торманым: “ Эйе, ҡатыны түгел, һинең быҙау малайыңа кейәүгә сығырға ла уйламайым!  Ул бит үҙе миңә эйәреп барырға йыйына”. Ауыр һүҙҙәр күңелемде китекләне, башҡа Хәлил менән осрашманым. Армиянан ҡайтып, бер институтта уҡып бөткән урыҫ егете  Сергей менән  тиҙ генә өйләнештек. Атай-әсәйем  Себер яғына мине яңғыҙ сығарып ебәреүҙән ҡурҡып, кейәүгә сығыуыма ҡаршы булманылар. Ул арала Хәлил военкомға барып, армия сафына хеҙмәткә ебәреүҙәрен һораған. “Янғыҙ атайһыҙ  бала армияға барырға тейеш түгел”. – тип  әйткәненә ҡолаҡ   һалмай.

Бер кемде өҙөлөп яратырға өлгөрмәһәм дә, яратыу шулай булалыр тип, ирле-ҡатынлы булып татыу, тормошобоҙҙан йәм табып йәшәнек. Ҡайҙа йәшәһәң дә, ғаилә ҡорғас, донъя көтәң, балалар үҫтерәң. Сергей ҙа күп һөйләмәгән, баҫалҡы, йылмайсан ир заты. Тәүләп малай, ун йылдан һуң ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Йәш саҡта Себерҙә тормош матур барған һымаҡ булһа ла, тыуған яҡтарға ҡайтып атай-әсәйҙе  йышыраҡ күрге килде. Ә яҡташтар менән  аралашып, ҡунаҡлашып йәшәнек. Яйлап сит ергә лә өйрәнәһең. Ауылға ике йылға бер генә мәртәбә ҡайтып йөрөнөк. Мохтаж булманыҡ, сумкалап аҡса алып ҡайтыр инек. Ярты ауыл – әсәйем, яртыһы – атайым яғынан туғандар, беҙҙе көтөп алалар. Бөтәһен дә йыйып, болонда өҫтәлдәр ултыртып ҡунаҡ булыр инек. Әҙерәк ауылда булғас, дингеҙ буйына ял итергә йә сит илдәргә сәйәхәткә сығабыҙ. Аҡсаң күп булһа, тормош та матур, бөтә ағай-эне һине ярата. Бүтәндәр һымаҡ сәмләнеп тиң донъя көтөргә тырыштыҡ, тик был донъя һинең ыңғайыңа ғына бармай икән шул....

 Апайым күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп уйға сумды. Бер аҙҙан шым ғына һүҙен дауам итте.

-Һәр кеше балаһының иҫән-һау, бәхетле булыуын теләй. Улым Артур ҙа спорт түңәрәктәренә йөрөп ярыштарҙа ҡатнашты. Техниканы ла тиҙ үҙләштерҙе, бала саҡтан атаһы машинаһының руле артына ултыртып йөрөттө. Мәктәптә лә тик бишле билдәләренә өлгәште, ғорурлығыбыҙ булды. Аттестат алғас, Леинградҡа барып уҡырға инде. Ятаҡта изаламаһын тип фатир ҙа алып бирҙек, аҡсаға мохтаж итмәнек.  Юл сыҡҡанда барып хәлен белеп йөрөнөк. Бергә уҡыған ҡыҙ менән бергә йәшәй башлағандарын да белдек, заманалар шулайға әйләнгәс, ҡаршы сыҡманыҡ. Ә бына наркотиктар  менән шаша башлауы тураһында белмәй ҙә ҡалдыҡ.  Ошо арҡала һис уйламағанда вафат булды. Тормошта төрлө хәлдәр була һәм үтә, бала ҡайғылары ғына үтмәй икән. Күңелем  тормошта йәм тапманы, төндәрен йоҡо алманы. Йылдар үткән һайын күңелемдә нәмәлер тынғы бирмәне, төйөр булып торҙо. Үҙемдең ҡыуанып йүгереп йөрөгән саҡтарым, ирем, балаларым менән  бергә татыу йәшәгән көндәрем иҫкә төшһә, күңел тулыша. Шул ҡайғылар менән китермен инде теге донъяға киткәндә лә. Ҡайғы иремде лә ауырыуға әйләндерҙе, йөрәк сире менән яфаланды. Ә мин баламдың мәңгегә ташлап китеүенә  бер ҙә ышана алманым, бөгөн-иртәгә ҡайтып инер һымаҡ... Пенсияға сыҡҡас үҙебеҙҙең тыуған яҡтарға ҡайтырға уйыбыҙ бар ине. Өс ҡатлы коттедж төҙөргә заказ бирҙек. Аҡса булғас, оҫталар  йәһәт ҡылып та ҡуйҙылар. Тик күңел тыныслығын ғына һатып алып,  кемделер яллап эшләтеп булмай икән, быныһы тик Хоҙай ҡулында.

 Апайым күҙ йәштәрен һөрттө. Йыуатырлыҡ һүҙ булмаһа ла, тынысландырырға тырштым:

-Ни эшләйһең инде, маңлайға ни яҙылған, шуны күрәбеҙ. Ярар, ҡыҙың бар бит әле.

-Стресс сығарам тип ҡыҙымды ла ҡулдан ысҡындырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Һигеҙенсе класҡа тиклем яҡшы уҡыны. Ашарға ла әҙерләне, башҡа йорт эштәрен дә башҡарҙы. “Байрам итеп” мәжлестәргә йөрөп, үҙем ҡыҙыма насарлыҡҡа баҫырға ирек бирҙем. Ҙур кластарҙа  тәмәке тарта, мәжлестәргә йөрөп эсә башланы, ҡасып киеп юғалыр ине. Уҡыуы насарайҙы, нисек кенә тырышһам да, яҡшыға кире үҙгәртә алманым.  Бер мәртәбә күҙ-ҡулдан ысҡындырһаң,  аҙағынан һуң була ла ҡуя икән.  Түләүле юғары уҡыу йортона ла индереп ҡараным,  ләкин уҡый алманы.  Кейәүгә сығып ҡараны, тик ире икенсе ир менән тотоп, ыҙғыш-талаш менән ҡыуып ҡайтарҙы. Ҡыҙыма ҡараһам, йәшәүҙең йәме юғала, донъя туҡтап ҡала. Тик дуҫым ғына тынысландырырға тырыша: “ Бөтә ил буйлап эскеселек һәм наркомания  тамыр йәйә, заманы шул. Һуңынан аҡылға килер әле”.  Их, ваҡытында тейешле тәрбиә бирмәнем шул, ә хәҙер, әйтә башлаһаң, ҡыҙа ла китә, башҡа һыймаҫлыҡ һүҙҙәр яуҙыра. Ирем дә, үҙем дә тәртипле ғаиләләрҙә үҫтек, ҡан-нәҫелдә боҙоҡлоҡ юҡ. Ә хәҙер бала ғына табып ҡуймаһын, тип теләнәм, унан бит тыуһа ла, зәғиф бала тыуасаҡ. Үлеп китһәм донъямды ҡалдырырлыҡ ышаныслы балам юҡ. Ғүмер буйы эшләп йыйған донъям бер айҙа юҡҡа сығасаҡ. Артыҡ байлыҡ та кәрәкмәй миңә, был донъянан китһәң, байға ла, ярлыға ла ике метр ер етә.

 Апайымды тынысландырырға теләп, һорай ҡуйҙым:

-Ә теге күрше ябай егетте осратҡанығыҙ булдымы?

Әңгәмәсенең йөҙөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу сағылды.

-Үҙебеҙҙең яҡҡа йәшәргә ҡайтҡас осраттым. Бер ойошмала директор вазифаһын биләй. Ҡатыны, өс ҡыҙы, кейәүҙәре, ейәндәре бар. Олпат кәүҙәле, олоғайһа ла, бирешмәгән әле. Әсәһен фатирына алып ҡайтып ҡараған, үҙе һуңғы юлына ла оҙатҡан.

-Ә үҙегеҙ тыуған ауылға ҡайтып торағыҙмы?

-һирәк. Бәләкәй булһа ла, беҙ шаулап, гөрләп үҙкән йорт нигеҙенә ҙур өй һалынған. Ауылға ҡайтым менән иң башта зыяратҡа, атай-әсәй ҡәберенә киләм. Зыяратта бөтә таныш кешеләр ҡәберҙәре....

 -Ә әле дауаханаға нисек килеп эләктең? Бында ял итергә килмәйбеҙ бит, сирләйһеңдер?

 Яуапҡа башындағы яһалма сәсен алып түпәһен күрһәтеү ҙә етте. Өңөлөп тегелгән яраларҙы күреп, йөрәк тәңгәлендә нимәлер өҙөлөп киткән һымаҡ булды. Минең ҡаушауымды, ҡурҡҡан йөҙөмдө күреп, апай һөйләргә тотондо.

-Бер көн кискә табан йөрөп киләйем тип урамға сыҡҡайным.  Кемдер башыма тимер киҫәге менән килтереп һуҡты. Аңымды юғалтып йығылғанмын. Дауаханала оҙаҡ ятырға тура килде. Байтаҡ операцияларҙан һуң ғына аяҡҡа баҫа алдым. Һуңынан табиптар үҙҙәре лә, бындай операцияларҙан һуң хәтерең дә, һөйләшеүең дә яҡшы, тип аптыраны.

-Ә һөжүм иткән бәндәне тоттолармы?

-Табыуын таптылар. Берәүҙең берҙән-бер наркоман балаһы. Өҫтөмдә ҡиммәтле тун, бүрек, аяғымда яҡшы итек. Ә ул сумкамды алып ҡаса, һуңынан ырғытып киткән. Башыма һуҡҡансы, ҡурҡытып өҫтөмдәге кейемемде генә систертһә яҡшыраҡ булыр ине миңә.... Ныҡ яфаландым бит, шул ваҡытта ирем дә үлеп ҡуйҙы.

  Телефон шылтырауға апайымдың һөйләүе бүленде. Кемдер менән  бик ғауғалашып  алдылар. Апайҙың тыны ҡыҫылып, битенә ялҡын һырығандай булды. Асыуланып телефонын өҫтәлгә ырғытты.

-Ялҡтым шул баланан, тағы ла йәнемде телгеләй.Тауыҡтай аҡылы, ишәктәй намыҫы булһасы үҙенең! Баштан ашҡанса хурлыҡтар күрһәтте. Хоҙай биргән ғүмерҙең ҡалғанын булһа ла тыныс ҡына үткәрергә ине исмаһам. Ике килмәй тиҙәр бит, бер килгән ғүмерҙе рәхәтләнеп йәшәргә ине.

 Йәрәген нимәлер ҡыҫып-ҡыҫып алды, күкрәген тултырып һуланы. Әҙерәк торғас, апайҙың йөҙө  яҡтырып, күҙҙәре нурланып киткәндәй булды.

-Минең бит йортомда бөтә мебель сит илдеке, заказ менән алдырттым. Һауыт-һабаларым алтын менән ялатылған. Әйҙә берәй көн миңә ҡунаҡҡа кил, үҙең күрерһең.

 Мин ни, карауатта ятҡан ҡыҙыма күрһәттем.

-Был “прицебымды” ҡайҙа ҡалдырайым. Ярар, Аллаһ бойорһа,  берәйҙе һинең йортоңа ла юл төшөр әле, бәлки осрашырбыҙ.

 Икенсе ялда апайым йортона ҡайтып юғалды. Табиптарҙан һорағас, “Стресс сығарып ала ул”, - тип кенә яуапланылар. Беҙҙең палатала ятҡан бер ҡатын аңлатма бирҙе.

-Ул да минең һымаҡ йыл да ҡыш айҙарында ятып дауалана, юғалғылап та китә.

-Юғалғас ҡыумайҙармы һуң?

-Юҡ, ҡыумайҙар, ул аҡсалы ҡатын бит, түләп дауалана.

Күп йылдар үтһә лә, апайымдың ҡышҡы оҙон кистәрҙә йөрәгенән урғылып сыҡҡан һүҙҙәре, төш һымаҡ үткән ғүмерен кинәнеп һөйләп эсен бушатҡаны үҙемдең ҡайғылы көндәремдә йөрәгемә һеңеп ҡалған. Ул һөйләшеү иҫемә төшкән һайын күңелемде төрлө уйҙар солғай, бәлки, бәхет байлыҡта ла түгелдер? Тормошта ҡайғыларға сабыр итеп, түҙеп, балаларыңдың юлдан яҙмай һау-сәләмәт булыуы, үҙеңдең, яҡындарыңдың һаулыҡта йәшәүе иң оло бәхеттер. Үҙең дә кешелегеңде юғалтмай ҡалырға тырышырға тейешһеңдер. Тик был донъяның ысын ҡәҙерен йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайһың. Ләкин апайымды ла тәнҡитләмәйем. Бер кемгә лә асы яҙмыш бирелмәһен, ә бирелгәндәргә – түҙемлелек тә бирелһен. Үҙемдең дә тормош көндәлеген асһам, ауыр уйҙарға батам, үҙем дә бала ҡайғыһы үткәрҙем. Был донъяла балаң менән айырылыу бер кемгә лә еңел түгелдер. Йылдар үткән һайын ғәзиз балаһын юғалтҡан әсәгә барыһы ла һәйбәт кеүек булһа ла, нимәлер етмәй. Мәрхүм балаң һағындыра, төштәреңә кереп һаташтыра, ҡолағыңда тауышы ла ишетелеп ҡала, йөрөгән юлдары ла күҙ алдыңда... Яныңдан мәңгегә юғалһа ла, уйҙарыңдан һис тә юғалмай. Алдағы тормошон бер кем дә белә алмай, ҡайһы саҡ һис тә уйламаҫлыҡ булып үҙгәрә. Тормош юлы һин  ниәтләнгәнсә генә бармауына тамам ышандым. Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә, тик бына ауырлыҡтарҙы урап үтмәй. Юғалтыуҙар һарғайтһа ла,  мин дә ейәнсәрҙәремә ҡарап, алдағы көндәремә өмөт йондоҙо яҡтыра. Уларға ҡарап берсә һоҡланам, берсә яҙмыштары нисек булыр, тормош һынауҙарын нисек үтерҙәр, тип борсолам. Киләсәктәре бәхетле булһын ине, донъяның ҡәҙерен белеп йәшәһендәр был ерҙә. Тормошҡа ҡанатланған саҡта һәр бәндәнең ышаныс, өмөт ҡанаттары ҡайырылмаһын ине!  Бәхетле булығыҙ, балаҡайҙар!

Йәмилә Шәйәхмәтова, Учалы ауылы

 

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас